Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

97-СЕ ЙЫР

Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

(Матфей 4:4)

  1. 1. Йәһүә әйткән һүҙ менән

    Бар донъя яралған.

    Икмәктән тыш, Алла һүҙен

    Беҙ тейеш эҙләргә.

    Ул бәхет һәм өмөт бирә

    Был ауыр көндәрҙә.

    ҠУШЫМТА

    Гел Алла әйткән һүҙ менән

    Беҙ тейеш йәшәргә,

    Йәһүә әйткән һүҙ менән

    Йөрәкте һаҡларға.

  2. 2. Йәшәгән күп тоғро кеше

    Боронғо дәүерҙә,

    Уларҙың иманы беҙгә

    Ҡыйыулыҡ, көс бирә.

    Күп һабаҡ табырға була

    Йәһүә Һүҙендә.

    ҠУШЫМТА

    Гел Алла әйткән һүҙ менән

    Беҙ тейеш йәшәргә,

    Йәһүә әйткән һүҙ менән

    Йөрәкте һаҡларға.

  3. 3. Беҙ уҡыйбыҙ Алла Һүҙен,

    Ул — ысын хазина.

    Йәһүә үҙ Һүҙе аша

    Рух өҫтәй, йыуата,

    Һынауҙар мәлендә беҙгә

    Зирәклек тә бирә.

    ҠУШЫМТА

    Гел Алла әйткән һүҙ менән

    Беҙ тейеш йәшәргә,

    Йәһүә әйткән һүҙ менән

    Йөрәкте һаҡларға.

(Еш. 1:8; Рим. 15:4-те лә ҡара.)