Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

99-СЫ ЙЫР

Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

(Асылыш 7:9, 10)

  1. 1. Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп,

    Беҙ бихисап халыҡ,

    Бар йөрәктән теләйбеҙ

    Гел һаҡларға сафлыҡ.

    Һәр милләттән сыҡҡанбыҙ,

    Беҙ иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

    Йәһүәгә дан, маҡтау яуһын

    Көн дә бер туҡтауһыҙ!

  2. 2. Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп,

    Беҙ бәхетле юлда,

    Көн һайын вәғәзләйбеҙ

    Бөтә ер йөҙөндә.

    Ҡай саҡ арып китһәк тә,

    Көс Йәһүә бирә,

    Ул үҙ Улы һәм рухы аша

    Гел йыуатып тора.

  3. 3. Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп,

    Беҙ Алланың халҡы,

    Һәр көн хеҙмәт итәбеҙ,

    Һөйөндөрөп уны.

    Хатта күмәк булһаҡ та,

    Арабыҙҙа — дуҫлыҡ.

    Йәһүәгә хеҙмәттәш булыу

    Шундай оло шатлыҡ!

(Ишағ. 52:7; Матф. 11:29; Асыл. 7:15-те лә ҡара.)