Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

104-СЕ ЙЫР

Изге рух — Алланың бүләге

Изге рух — Алланың бүләге

(Лука 11:13)

  1. 1. Эй Йәһүә, сикһеҙ шәфҡәтлеһең,

    Һин ҙурыраҡ беҙҙең йөрәктән.

    Йөгөбөҙҙө берүк еңеләйтсе,

    Йәнебеҙҙе йыуатып рух менән.

  2. 2. Беҙ даныңа лайыҡ та түгелбеҙ,

    Йыш абынабыҙ барған юлда.

    Эй Аллабыҙ, һиңә ялбарабыҙ,

    Бир йүнәлеш һин изге рух аша.

  3. 3. Хәлһеҙләнеп, ҡай саҡ бойоғабыҙ,

    Әммә рухың көс-ғәйрәт өҫтәй.

    Ҡөҙрәтеңә, Хоҙай, таянабыҙ,

    Ул дәрт бирә осорға бөркөттәй.

(Зәб. 51:11; Яхъя 14:26; Ғәм. 9:31-ҙе лә ҡара.)