Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

105-СЕ ЙЫР

«Алла — мөхәббәт ул»

«Алла — мөхәббәт ул»

(1 Яхъя 4:7, 8)

  1. 1. Алланан өлгө алабыҙ,

    Йәһүә — ул мөхәббәт.

    Һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ,

    Ул әйтә: «Ихлас ярат».

    Бәхеттең төп асҡысы был,

    Йәшәүҙең дә асылы.

    Мөхәббәт уты һүрелмәй,

    Күтәрә һәр һынауҙы.

  2. 2. Изгелек ҡылып йәшәйбеҙ —

    Яратыу дәртләндерә.

    Абынып китһәк әгәр ҙә,

    Йәһүә ҡулын бирә.

    Мөхәббәт тоғро ла, саф та,

    Көнләшмәй, сабыр итә;

    Үҙенә файҙа эҙләмәй,

    Бик йомарт изге эшкә.

  3. 3. Күңелдә үпкә һаҡлама,

    Бул әҙер кисерергә.

    Хоҙайға ихлас доға ҡыл,

    Ул ярҙам итер һиңә.

    Мәрхәмәт тә, игелек тә

    Күрһәтәйек һәр кемгә.

    Мөхәббәт артһын көндән-көн,

    Ул юлдаш булһын беҙгә!

(Марк 12:30, 31; 1 Кор. 12:31—13:8; 1 Яхъя 3:23-тө лә ҡара.)