109-СЫ ЙЫР
Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ
(1 Петр 1:22)
-
1. Эскерһеҙ, тәрән мөхәббәт —
Бик ҡиммәтле, мөһим сифат.
Беҙ уны күрһәткән саҡта,
Бик ҡыуана Алла.
Мөхәббәт йәшәй йөрәктә,
Ул рыяһыҙ ярҙам итә,
Ҙур дуҫлыҡҡа нигеҙ һала,
Мәңге тоғро була.
Ашығабыҙ ярҙамға
Мохтажлыҡ күргән дуҫыбыҙға,
Төшөнәбеҙ хәленә,
Таяныс булып уға.
Алланың ҡайнар һөйөүен
Сағылдырған Мәсих һәр көн.
Ул ҡабыҙған һүнмәҫ ялҡын
Мөхәббәт булып яна
Саф, йыуаш йөрәктәрҙә.
(1 Пет. 2:17; 3:8; 4:8; 1 Яхъя 3:11-ҙе лә ҡара.)