Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

111-СЕ ЙЫР

Шатланыр өсөн сәбәптәр

Шатланыр өсөн сәбәптәр

(Матфей 5:12)

  1. 1. Шатлыҡ өсөн күп сәбәптәр бар,

    Таптыҡ беҙ бәхет шишмәһен.

    Алла йыя бар халыҡтан да

    Аҫыл таштай кешеләрен.

    Шатлыҡ ҡеүәтле ағастай ул,

    Алла Һүҙенән туҡлана.

    Изге Яҙманы тикшерәбеҙ,

    Көндән-көн иман нығына.

    Ҡай саҡ һынауға юлыҡһаҡ та,

    Шатлыҡ усағы һүрелмәй,

    Беҙ Йәһүәгә таянабыҙ,

    Ул һис ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

    ҠУШЫМТА

    Шатлыҡ нигеҙе — Йәһүә,

    Сикһеҙ көсө таң ҡалдыра,

    Тәрән аҡылы, бөйөк эштәре

    Ихлас һоҡланыу тыуҙыра.

  2. 2. Тауҙар, диңгеҙҙәр, йондоҙҙар ҙа

    Гүзәл итеп яратылған.

    Беҙ Йәһүәгә дан йырлайбыҙ,

    Ул бар нәмәне булдырған.

    Шатлыҡ менән уртаҡлашабыҙ,

    Һөйләп Батшалыҡ хаҡында.

    Тиҙҙән бөтә ер йөҙөнә ул

    Күктән яуҙырыр фатиха.

    Төндән һуң яҡты көн тыуғандай,

    Матур замандар етәсәк.

    Яңы донъяла бар ерҙә лә

    Шатлыҡ тантана итәсәк.

    ҠУШЫМТА

    Шатлыҡ нигеҙе — Йәһүә,

    Сикһеҙ көсө таң ҡалдыра,

    Тәрән аҡылы, бөйөк эштәре

    Ихлас һоҡланыу тыуҙыра.

(Ҡан. 16:15; Ишағ. 12:6; Яхъя 15:11-ҙе лә ҡара.)