Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

117-СЕ ЙЫР

Игелек сифаты

Игелек сифаты

(2 Йылъяҙма 6:41)

  1. 1. Йәһүә, игелеклеһең,

    Яратаһың халҡыңды.

    Мул итеп фатихалайһың,

    Тоғролоҡ һин Аллаһы.

    Көн һайын хата ҡылһаҡ та,

    Күрһәтәһең шәфҡәтлек.

    Тик һине ихлас данлайбыҙ,

    Сөнки һин быға лайыҡ.

  2. 2. Күрһәтә һинең халҡың да

    Бик матур сифатыңды,

    Игелек сағылдырабыҙ,

    Вәғәзләп хәбәреңде.

    Ҡайғыртаһың, өйрәтәһең,

    Өлкәндәр аша һәр көн.

    Изге рух һинән һорайбыҙ,

    Игелек ҡылыр өсөн.

  3. 3. Яҡшылыҡ эшләп йәшәрбеҙ,

    Яратып ҡәрҙәштәрҙе,

    Бар(ы)һына тигеҙ бүлербеҙ

    Беҙ күңел йылыбыҙҙы.

    Ҡайҙарҙа ғына булһаҡ та —

    Вәғәздә, йыйылышта —

    Игелек ихлас ҡылырбыҙ

    Йәһүә ярҙамында.

(Зәб. 103:10; Марк 10:18; Гал. 5:22; Ефес. 5:9-ҙы ла ҡара.)