Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

120-СЕ ЙЫР

Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ

Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ

(Матфей 11:28—30)

  1. 1. Булһа ла Ғайса ерҙә иң бөйөгө,

    Уға ят булған ғорурлыҡ тойғоһо.

    Бик ҙур дәрәжә бирелһә лә уға,

    Йыуаш, баҫалҡы ул булған һәр саҡта.

  2. 2. Бөтә йонсоған кешене саҡыра

    Ғайса килергә үҙенең янына,

    Ул йыуаштарҙы баһалай юғары,

    Үҙе лә бит ул йыуашлыҡ үрнәге.

  3. 3. «Һеҙ бит туғандар», — тип Ғайса өйрәткән,

    Беҙ көн дә алабыҙ өлгө Мәсихтән.

    Йыуаш кешене Йәһүә ҡәҙерләй,

    Ерҙе уларға бирергә ниәтләй.

(Ғиб. һүҙ. 3:34; Матф. 5:5; 23:8; Рим. 12:16-ны ла ҡара.)