121-СЕ ЙЫР
Беҙгә тотанаҡлыҡ үҫтерергә кәрәк
(Римдарға 7:14—25)
-
1. Ныҡ яратабыҙ изге Алланы,
Шулай ҙа аңлайбыҙ, беҙ бик гонаһлы.
Көн дә гонаһ беҙҙе һағалай,
Ләкин изге рух ҡеүәт өҫтәй.
-
2. Бик күп ҡотҡо бар беҙҙең тормошта,
Шайтан да беҙҙе гел тарта гонаһҡа,
Әммә Алла күпкә көслөрәк,
Һәр саҡ еңербеҙ, тоғро булһаҡ.
-
3. Бик тә теләйбеҙ изге булырға,
Көндән-көн йырлайбыҙ маҡтау Аллаға.
Һәр бер эштә һаҡлайыҡ сафлыҡ
Һәм үҫтерәйек тотанаҡлыҡ.
(1 Кор. 9:25; Гал. 5:23; 2 Пет. 1:6-ны ла ҡара.)