124-СЕ ЙЫР
Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
(Зәбур 18:25)
-
1. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ
Йәһүә Аллабыҙға.
Ҡанунын да, әмерен дә
Гел теләйбеҙ үтәргә.
Уның бар кәңәштәре лә
Зирәклек сағылдыра.
Юлынан беҙ тайпылмаҫбыҙ,
Сөнки ул — тоғро Алла.
-
2. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәргә.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла
Беҙ улар эргәһендә.
Уларҙы хөрмәт итәбеҙ,
Яратабыҙ эскерһеҙ,
Йыуатабыҙ, нығытабыҙ,
Ҡалдырмабыҙ ярҙамһыҙ.
-
3. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ
Ҡәҙерле өлкәндәргә.
Һәр саҡта ла тыңлаусанбыҙ,
Буйһонабыҙ уларға.
Мул итеп бүләкләнербеҙ,
Был — Алла вәғәҙәһе.
Бер ҡасан да онотмай ул
Тоғроно, баҫалҡыны.
(Зәб. 149:1; 1 Тим. 2:8; Евр. 13:17-не лә ҡара.)