Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

125-СЕ ЙЫР

«Шәфҡәтлеләр бәхетле»

«Шәфҡәтлеләр бәхетле»

(Матфей 5:7)

  1. 1. Беҙҙең Алла бик шәфҡәтле,

    Ул шул тиклем мәрхәмәтле.

    Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа,

    Бынан ул ҙур шатлыҡ таба.

    Кеше ихлас тәүбә итһә,

    Алла уны ғәфү итә.

    Онотмай ул: беҙ — тик тупраҡ,

    Шуға ла күрһәтә шәфҡәт.

  2. 2. Гонаһ көсһөҙ иткән саҡта,

    Беҙ ялбарабыҙ Хоҙайға.

    Улы Ғайса өлгө биргән,

    Былай тип әйтегеҙ тигән:

    «Башҡаларҙы мин кисерәм,

    Мине лә ярлыҡа, Аллам».

    Шул саҡ йөрәк тынғы таба,

    Үпкәләүҙәр юҡҡа сыға.

  3. 3. Бәхет сере — ул йомартлыҡ,

    Биргән кеше тоя шатлыҡ.

    Ихлас ҡылайыҡ игелек,

    Онотолмаҫ был мәңгелек.

    Бар эштәрҙе лә Йәһүә,

    Күреп, мул фатиха бирә.

    Шәфҡәтлеләр бик бәхетле,

    Хоҙай өсөн алтын төҫлө.

(Матф. 6:2—4, 12—14-те лә ҡара.)