128-СЕ ЙЫР
Ахырғаса сыҙам булайыҡ
-
1. Алла Һүҙе ярҙам итә
Иман үҫтерергә.
Өмөт — ышаныслы нигеҙ,
Ул — якорь йәнебеҙгә.
Алла көнөн иҫтә тотоп,
Ныҡ булайыҡ һынауҙа.
Сафлыҡ юлын ҡалдырмайыҡ,
Иман шулай сыныға.
-
2. Онотма Аллаға булған
Тәүге һөйөүеңде.
Ниндәй генә хәл тыумаһын,
Һаҡла үҙ йөрәгеңде.
Шикләнмә, ҡурҡыуға төшмә
Һынауға юлыҡҡанда.
Алла ярҙам ҡулы һуҙыр,
Ул һәр саҡ беҙҙең янда.
-
3. Кеше ахырғаса әгәр
Бирешмәйсә түҙһә,
Тормош китабына уны
Яҙып ҡуйыр Йәһүә.
Шуға һынауҙарҙа тырыш
Сыҙамлыҡ үҫтерергә,
Алла һөйөүендә ҡалып,
Дөрөҫ юлда йөрөргә.
(Евр. 6:19; Яҡ. 1:4; 2 Петр 3:12; Асыл. 2:4-те лә ҡара.)