132-СЕ ЙЫР
Беҙ икәү бер тән булдыҡ
(Башланмыш 2:23, 24)
-
1. Һин бит минең йән киҫәгем,
Йөрәккәйем, тормош иптәшем.
Йәһүәгә рәхмәтлемен
Тоғро кәләш өсөн.
Мәңге һине яратырға
Мин ант итәм Хоҙай алдында.
Бергә хеҙмәт итәсәкбеҙ
Изге Аллабыҙға.
Беҙ икәү инде бер тән булдыҡ,
Ғаилә ҡороп,
Яратышып ҡауыштыҡ.
Һүҙ бирештек мөхәббәттә,
Тоғролоҡта ғүмер итергә.
Ҙур бәхеткә кинәнербеҙ,
Һәр саҡ Алла менән булһаҡ.
(Баш. 29:18; Вәғ. 4:9, 10; 1 Кор. 13:8-ҙе лә ҡара.)