Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

136-СЫ ЙЫР

Йәһүә мул итеп бүләкләй

Йәһүә мул итеп бүләкләй

(Руфь 2:12)

  1. 1. Тоғро дуҫтарын Йәһүә ҡәҙерләй —

    Улар бик тырыш хеҙмәттә,

    Алла эшендә фиҙаҡәр ҡатнашып,

    Ҡай саҡ юғалтыу кисерә.

    Хеҙмәт хаҡына өйөңдө ҡалдырһаң,

    Быны онотмаҫ Йәһүә.

    Татыу ҡәрҙәшлек ул бирер алмашҡа,

    Һин мәңге йәшәрһең ерҙә.

    ҠУШЫМТА

    Йәһүә мул итеп бүләкләһен,

    Фатихалар һиңә ул яуҙырһын.

    Ҡанаттары аҫтына һыйын,

    Алла ул тоғро бит, ул ышаныслы.

  2. 2. Йөрәк ҡай саҡта ҡайғыға күмелә,

    Өмөт усағы һүрелә,

    Тормош йөгөбөҙ күтәрә алмаҫтай

    Булып күренә шул мәлдә.

    Беҙҙе бит Алла ишетә, ҡайғырта,

    Ярҙам итергә ашыға.

    Һүҙе һәм рухы арҡылы йыуата,

    Дуҫтар ҙа йәнде йылыта.

    ҠУШЫМТА

    Йәһүә мул итеп бүләкләһен,

    Фатихалар һиңә ул яуҙырһын.

    Ҡанаттары аҫтына һыйын,

    Алла ул тоғро бит, ул ышаныслы.

(Хөк. 11:38—40; Ишағ. 41:10-ды ла ҡара.)