Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

146-СЫ ЙЫР

«Бар нәмәне лә яңы итеп яһайым»

«Бар нәмәне лә яңы итеп яһайым»

(Асылыш 21:1—5)

  1. 1. Заман билдәһе ап-асыҡ күрһәтә:

    Мәсих күктәрҙә идара итә,

    Бәреп төшөргән Шайтанды күктән,

    Ерҙе лә ожмах итәсәк тиҙҙән.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙе киләсәктә

    Йәшәр халҡы менән бергә.

    Үлем, ҡайғы-хәсрәт булмаҫ бүтән,

    Сирҙәр һәм күҙ йәше бөтөр тиҙҙән.

    «Яңы итеп яһайым һәммәһен»,

    Үтәр Йәһүә һүҙен.

  2. 2. Күрһен барыһы ла Мәсих кәләшен,

    Кейгән ул ғәжәп зиннәтле кейем,

    Аҫыл таштарҙай нур бөркөп тора,

    Алла бит үҙе яҡтылыҡ уға.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙе киләсәктә

    Йәшәр халҡы менән бергә.

    Үлем, ҡайғы-хәсрәт булмаҫ бүтән,

    Сирҙәр һәм күҙ йәше бөтөр тиҙҙән.

    «Яңы итеп яһайым һәммәһен»,

    Үтәр Йәһүә һүҙен.

  3. 3. Изге ҡалаға бар кеше һоҡлана,

    Төшмәҫ һис ҡасан ҡараңғы унда.

    Уның нурында бер халыҡ йөрөй,

    Алла яҡтыһын бар ерҙә бөркөй.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙе киләсәктә

    Йәшәр халҡы менән бергә.

    Үлем, ҡайғы-хәсрәт булмаҫ бүтән,

    Сирҙәр һәм күҙ йәше бөтөр тиҙҙән.

    «Яңы итеп яһайым һәммәһен»,

    Үтәр Йәһүә һүҙен.

(Матф. 16:3; Асыл. 12:7—9; 21:23—25-те лә ҡара.)