Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

148-СЕ ЙЫР

Йәһүә — беҙҙең Ҡотҡарыусы

Йәһүә — беҙҙең Ҡотҡарыусы

(2 Самуил 22:1—8)

  1. 1. Бар Ғаләмдә тиңдәр юҡ, Йәһүә, һиңә.

    Хужаһың күктәргә, ергә, диңгеҙҙәргә.

    Бөйөкһөң, ҡеүәтлеһең; тик һин — ҡәлғә, Йәһүә,

    Ышаныслы ҡалҡан.

    ҠУШЫМТА

    Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.

    Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.

    Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,

    Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.

  2. 2. «Үлем сынйырҙары мине сырмап алды.

    Аллам, бир ҡыйыулыҡ, нығыт иманымды.

    Йәштәр түгеп, һиңә мин ауаз һалам, ялбарам.

    Берүк ишет, Аллам».

    ҠУШЫМТА

    Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.

    Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.

    Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,

    Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.

  3. 3. Күктәр һинең көслө тауышыңдан күкрәр.

    Дошман дер ҡалтырар, хөкөмөңдән шөрләр.

    Исемеңде данларһың, белер шунда бар донъя:

    Һин — таяныс беҙгә.

    ҠУШЫМТА

    Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.

    Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.

    Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,

    Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.

(Зәб. 18:1, 2; 144:1, 2-не лә ҡара.)