Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ДӘРЕС

Һорауҙарҙы оҫта ҡуллан

Һорауҙарҙы оҫта ҡуллан

Матфей 16:13—16

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңда ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн, иғтибарын ысҡындырмаҫ өсөн, улар менән әңгәмәләшер һәм төп фекерҙәрҙең мөһимлеген күрһәтер өсөн, әҙәпле һорауҙар бир.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Ҡыҙыҡһыныу уят һәм уны үҫтер. Тыңлаусыларыңды ҡыҙыҡтырыр йә уйланырға дәртләндерер өсөн, риторик һорауҙар бир.

  • Әңгәмәләш. Тыңлаусыларыңа фекер ағышын күҙәтергә ярҙам ит. Дөрөҫ һөҙөмтәгә килтергән һорауҙар бир.

  • Төп фекерҙәрҙең мөһимлеген күрһәт. Төп фекерҙе әйтер алдынан ҡыҙыҡтыра алған һорауҙар бир. Телмәр аҙағында йә мөһим фекерҙәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң ҡабатлау өсөн һорауҙар ҡуллан.