Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ДӘРЕС

Дөрөҫ уҡыу

Дөрөҫ уҡыу

1 Тимофейға 4:13

МАҠСАТ Нимә яҙылған, шуны уҡы.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Яҡшы әҙерлән. Үҙеңә: «Мин уҡыясаҡ һүҙҙәр нимә өсөн яҙылған булған?» — тигән һорау бир. Айырым һүҙҙәрҙе түгел, ә һүҙ төркөмдәрен уҡырға өйрән. Бер нәмә лә өҫтәмә, төшөрөп ҡалдырма һәм бер нәмәне лә алмаштырма. Тыныш билдәләрен иҫәпкә ал.

  • Һәр һүҙҙе дөрөҫ әйт. Берәй һүҙҙең дөрөҫ әйтелеүен белмәһәң, уны һүҙлектән ҡара, баҫманың аудиояҙмаһын тыңла йә тәжрибәле уҡыусынан кәңәш һора.

  • Аныҡ һөйлә. Асыҡ итеп әйт, башыңды түбән эймә һәм ауыҙыңды киң итеп ас. Ижектәрҙе һәм ялғауҙарҙы йотма.