Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ДӘРЕС

Йомшаҡ итеп һәм йылылыҡ менән һөйлә

Йомшаҡ итеп һәм йылылыҡ менән һөйлә

1 Фессалоникаларға 2:7, 8

МАҠСАТ Эскерһеҙ бул һәм тыңлаусыларыңа битараф түгел икәнеңде күрһәт.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Тыңлаусыларың тураһында уйлан. Әҙерләнгән саҡта улар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осраша икәнен иҫкә төшөр. Уларҙың нимә кисергәнен күҙ алдыңа килтереп ҡара.

  • Һүҙҙәрҙе ентекләп һайла. Әйткәндәрең тыңлаусыларыңа хәл өҫтәһен, йыуатһын һәм дәртләндерһен. Башҡаларҙы рәнйетә алған һүҙҙәрҙе ҡулланма. Башҡа дин кешеләрен йә уларҙың имандарын кәмһетеп һөйләмә.

  • Ҡыҙыҡһыныуыңды күрһәт. Тауыш тоны һәм яраҡлы ишаралар менән тыңлаусылар хаҡында ҡайғыртыуыңды күрһәт. Был йөҙөңдә лә сағылһын; йышыраҡ йылмай.