Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ДӘРЕС

Эстәлекле сығыш

Эстәлекле сығыш

1 Коринфтарға 9:19—23

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңды уйланырға дәртләндер. Сығышыңдан һуң тыңлаусыларыңда, мин ысындан да файҙалы фекерҙәр ишеттем, тигән уй тыуһын.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Тыңлаусыларыңа инде билдәле булған нәмәләр хаҡында уйлан. Таныш мәғлүмәтте ҡабатлар урынына, тыңлаусыларыңа темаға яңыса ҡарап алырға ярҙам ит.

  • Тикшер һәм уйлан. Мөмкин булғанда төп фекерҙәрҙе бик үк билдәле булмаған факттар һәм ағымдағы ваҡиғалар ярҙамында аңлат. Материал өҫтөндә һәм һин килтерергә теләгән факттарҙы шул материал менән нисек бәйләп булыуы хаҡында уйлан.

  • Материалдың файҙаһын күрһәт. Изге Яҙмалағы фекерҙәр көндәлек тормошта нисек ярҙам итә ала икәнен аңлат. Тыңлаусыларыңа таныш һәм яҡын булған осраҡтарҙы һәм проблемаларҙы ҡарап сыҡ.