Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ДӘРЕС

Йөрәккә үтеп инерлек итеп һөйлә

Йөрәккә үтеп инерлек итеп һөйлә

Ғибрәтле һүҙҙәр 3:1

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа һүҙҙәреңдең мөһимлеген күрергә ярҙам ит һәм уларҙы ишеткәндәрен тормошта ҡулланырға дәртләндер.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Тыңлаусыларыңа үҙҙәрен тикшерергә ярҙам ит. Тыңлаусыларың үҙ хистәрен тикшерә алһын өсөн, уйланырға дәртләндергән һорауҙар бир.

  • Игелекле ниәттәрҙән сығып эш итергә өндә. Тыңлаусыларыңды ни өсөн изге эштәр ҡылғандары хаҡында уйланырға дәртләндер. Иҫеңдә тот, иң яҡшы мотивтар — Йәһүәне, яҡыныбыҙҙы һәм Изге Яҙманы яратыу. Аҡыл өйрәтеү урынына, тыңлаусыларың менән әңгәмәләш. Тыңлаусыларыңда уңайһыҙлыҡ хисен уятма, киреһенсә, телмәреңдән һуң улар күберәк эшләргә әҙер булһын өсөн, уларҙы рухландыр.

  • Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам ит. Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙә, принциптарҙа һәм ҡанундарҙа Алланың сифаттары һәм беҙгә ҡарата яратыуы нисек сағыла икәнен күрһәт. Тыңлаусыларыңа Йәһүәне ҡыуандырыу теләген үҫтерергә һәм уның хистәрен иҫәпкә алырға ярҙам ит.