Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

03-СӨ ДӘРЕС

Изге Яҙмаға ышанырға буламы?

Изге Яҙмаға ышанырға буламы?

Изге Яҙмала күп кенә вәғәҙәләр һәм кәңәштәр бар. Һиңә, моғайын, уның өйрәтеүҙәре ҡыҙыҡтыр, шулай ҙа һин шикләнәһеңдер: боронғо китапта яҙылғандарға ышанып буламы? Изге Яҙма бөгөн ҡулланырлыҡмы һәм унда әйтелгәндәр үтәлерме? Миллионлаған кеше быға һис тә шикләнмәй. Беҙ һине был китапты үҙеңә тикшереп сығырға саҡырабыҙ.

1. Изге Яҙмала яҙылғандар ысынмы, әллә уйҙырмамы?

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, унда «хәҡиҡәт һүҙҙәре» яҙылған (Вәғәзсе 12:10). Унда ысынбарлыҡта йәшәгән кешеләр, тормошта булған ваҡиғалар тураһында һүҙ бара. (Лука 1:3; 3:1, 2-не уҡы.) Тарихсылар һәм археологтар Изге Яҙмала иҫкә алынған даталарҙың, исемдәрҙең, урындарҙың һәм ваҡиғаларҙың теүәллеген иҫбатлай.

2. Ни өсөн, Изге Яҙма иҫкермәгән, тип әйтеп була?

Изге Яҙма күп яҡтарҙан үҙ ваҡыты өсөн алдынғы булып сыҡҡан. Мәҫәлән, унда фән менән бәйле ҡайһы бер факттар килтерелә. Был факттарҙың күбеһе Изге Яҙма яҙылған осорҙа ҡаршылыҡтар тыуҙырған. Ләкин хәҙерге фән уларҙың дөрөҫлөгөн раҫлай. Эйе, Изге Яҙма «һәр ваҡыт ышаныслы, хәҙер һәм мәңге» (Зәбур 111:8).

3. Ни өсөн беҙ Изге Яҙмала киләсәк тураһында яҙылғандарға ышана алабыҙ?

Изге Яҙмала пәйғәмбәрлектәр a бар. Улар «әле башҡарылмаған нәмәләрҙе» асыҡлай (Ишағыя 46:10). Изге Яҙмала күп тарихи ваҡиғалар күпкә алдан тасуирланған булған. Унда шулай уҡ бөгөнгө шарттар нескәлектәргә тиклем һүрәтләнгән. Ошо дәрестә беҙ Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Уларҙың теүәллеге таң ҡалдыра!

КҮБЕРӘК БЕЛ

Хәҙерге фәндең ҡайһы яҡтан Изге Яҙмаға тура килгәнен тикшер һәм Изге Яҙманың бер нисә ғәжәп пәйғәмбәрлеге менән таныш.

4. Изге Яҙма фәнгә тура килә

Боронғо заманда күп кеше, Ер нимәнеңдер өҫтөндә тора, тип ышанған. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Әйүп китабында 3 500 йыл самаһы элек яҙылған һүҙҙәргә иғтибар ит. Әйүп 26:7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Изге Яҙмалағы «ерҙе бушлыҡҡа элеп ҡуйған» тигән һүҙҙәр иғтибарға лайыҡ?

Һыу әйләнешенең нисек эш иткәненә кешеләр яҡынса 200 йыл элек кенә төшөнгән. Әммә Изге Яҙмала 3 500 йыл самаһы элек яҙылған һүҙҙәргә иғтибар ит. Әйүп 36:27, 28-ҙе уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Һыу әйләнешенең был ябай һүрәтләнеүе нимәһе менән һоҡландыра?

  • Әле генә уҡылған аяттар һинең Изге Яҙмаға ышанысыңды нығытамы?

5. Изге Яҙма мөһим ваҡиғалар хаҡында алдан әйткән

Ишағыя 44:27—45:2-не уҡы һәм яуап бир:

  • Вавилондың яулап алынасағы 200 йыл алдан әйтелгән булған. Пәйғәмбәрлектә ниндәй нескәлектәр тураһында һүҙ барған?

Тарих буйынса, Кир исемле Фарсы батшаһы үҙенең ғәскәре менән Вавилон ҡалаһын б. э. т. b 539 йылда яулап алған. Улар йылғаны икенсе яҡҡа йырып ебәргән. Һуғышсылар, асыҡ ҡапҡа аша ҡалаға инеп, уны һуғышһыҙ баҫып алған. Бөгөн, 2 500 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Вавилондан емереклектәр генә ҡалған. Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелгәненә иғтибар ит.

Ишағыя 13:19, 20-не уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Вавилон хаҡындағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән?

Вавилондың емереклектәре (хәҙерге Ирак иле)

6. Изге Яҙмала бөгөнгө шарттар тураһында алдан әйтелгән булған

Изге Яҙма беҙҙең көндәрҙе «ахырызаман» тип атай (2 Тимофейға 3:1). Изге Яҙма был осор тураһында нимә әйткәненә иғтибар ит:

Матфей 24:6, 7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙма ахырызаманды, йәғни һуңғы көндәрҙе нисек һүрәтләй?

2 Тимофейға 3:1—5-те уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Изге Яҙма ахырызаман ваҡытындағы кешеләрҙе нисек тасуирлай?

  • Һин кешеләрҙә был сифаттарҙың ҡайһыларын күрәһең?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙма үҙгәртелгән, уға ышанып булмай».

  • Һинеңсә, Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ булғанына иң көслө дәлил ниндәй?

ТӨП ФЕКЕР

Тарих, фән һәм пәйғәмбәрлектәр Изге Яҙмаға ышанып булғанын күрһәтә.

Ҡабатлау

  • Изге Яҙмала яҙылғандар ысынмы, әллә уйҙырмамы?

  • Изге Яҙманың фәнгә тура килгәнен күрһәткән ниндәй миҫалдар бар?

  • Һинеңсә, Изге Яҙма киләсәктә нимә буласағын әйтә аламы? Ни өсөн шулай уйлайһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙмала фән яғынан хаталар бармы?

«Изге Яҙма фәнгә ҡаршы киләме?» (интернет-мәҡәлә)

Был видеояҙманан Грек империяһына ҡағылышлы ниндәй пәйғәмбәрлектәр үтәлгәнен белеп була.

«Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә инанабыҙ» (5:22)

Пәйғәмбәрлектәр бер кешенең Изге Яҙмаға ҡарашын нисек үҙгәрткәне хаҡында уҡы.

«Мин Алланың барлығына ышанмай инем» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, № 5)

a Пәйғәмбәрлектәр — ул Алланың киләсәккә ҡағылышлы хәбәрҙәре.

b Б. э. т. — «беҙҙең эраға тиклем», б. э. «беҙҙең эра» тигәнде аңлата.