Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

04-СЕ ДӘРЕС

Алла кем ул?

Алла кем ул?

Тарих дауамында кешеләр төрлө илаһтарға табынған. Әммә Изге Яҙмала «бар илаһтарҙан бөйөгөрәк» Алла хаҡында әйтелгән (2 Йылъяҙма 2:5). Кем ул? Һәм уны кешеләр табынған башҡа илаһтарҙан нимә бөйөгөрәк итә? Ошо дәрестә беҙ Алла менән яҡыныраҡ танышырбыҙ.

1. Алланың исеме кем? Ул беҙҙең был исемде белеүебеҙҙе теләйме?

Беҙ Алла менән Изге Яҙма аша таныша алабыҙ. «Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — тип әйтә ул. (Ишағыя 42:5, 8-ҙе уҡы.) «Йәһүә» — Алла исеменең башҡортса әйтелеше. Күп ғалимдар уйлауынса, был исем еврей теленән «Ул булырға бирә» тип тәржемә ителә. Йәһүә үҙенең исемен белеүебеҙҙе теләй (Сығыш 3:15). Ни өсөн шулай әйтеп була? Изге Яҙмала был исем 7 000-дән ашыу тапҡыр осрай! a Йәһүә исемен ысын Алла ғына йөрөтә, «күктәрҙә лә, ерҙә лә» уға тиң берәү ҙә юҡ (Ҡанун 4:39).

2. Изге Яҙма беҙгә Йәһүә хаҡында нимә аса?

Изге Яҙма буйынса, кешеләр табынған бөтә илаһтар араһында тик Йәһүә генә берҙән-бер хаҡ Алла. Ни өсөн шулай әйтеп була? Йәһүә иң юғары хакимлыҡҡа эйә, шуға күрә ул ғына «бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә». (Зәбур 83:18-ҙе уҡы.) Ул — «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе», сөнки уның теләгән һәр ҡайһы эште башҡарырға көсө бар. Ул бөтә нәмәне — Ғаләмде һәм Ер планетаһындағы бар тереклекте яратҡан (Асылыш 4:8, 11). Йәһүә генә һәр ваҡыт булған һәм һәр ваҡыт буласаҡ та (Зәбур 90:2).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Алланың исеме уның титулдарынан нимә менән айырылып торғанына иғтибар ит. Шулай уҡ Алланың үҙ исемен беҙгә нисек һәм ни өсөн асҡанын бел.

3. Алланың титулдары күп, әммә исеме берәү генә

Титул исемдән нимә менән айырылып торғанын аңлар өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Алланың исеме һәм титулдары араһында ниндәй айырма бар?

Изге Яҙма кешеләрҙең төрлө илаһтарға табынғанын таный. Зәбур 136:1—3-тө уҡы, шунан ошо һорауға яуап бир:

  • «Аллаларҙың Аллаһы» һәм «Хужаларҙың Хужаһы» кем ул?

4. Йәһүә үҙенең исемен белеүеңде һәм ҡулланыуыңды теләй

Йәһүәнең үҙ исемен белеүеңде теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Һинеңсә, ни өсөн Йәһүә үҙ исеменең башҡаларға билдәле булыуын теләй?

Йәһүә кешеләрҙең уның исемен ҡулланыуын теләй. Римдарға 10:13-тө уҡы (ЯДТ), шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Йәһүә исемен ҡулланыу ни тиклем мөһим?

  • Берәйһе исемеңде иҫтә ҡалдырһа һәм исемең менән өндәшһә, һин ниндәй хистәр кисерәһең?

  • Нисек уйлайһың, һин Алла исемен ҡулланғанда, ул ниндәй хистәр кисерә?

5. Йәһүә һинең менән дуҫлашырға теләй

Камбоджанан Сотен исемле бер ҡатындың һүҙҙәре буйынса, Алла исемен белгәс, ул «ҙур бәхет кисергән». ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Алланың исемен белеү Сотенға нисек тәьҫир иткән?

Берәй кем менән дуҫлашыр өсөн, башта уның исемен белергә кәрәк. Яҡуб 4:8а-ны уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Йәһүә һине нимә эшләргә саҡыра?

  • Алла исемен белеү һәм ҡулланыу һиңә уға яҡынлашырға нисек ярҙам итер?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алланың исемдәре күп».

  • Һин Алла исеме Йәһүә икәненә ышанаһыңмы?

  • Алла үҙенең шәхси исемен ҡулланыуыбыҙҙы теләгәнен нисек аңлатыр инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә — берҙән-бер хаҡ Алланың исеме. Алла уны белеүебеҙҙе һәм ҡулланыуыбыҙҙы теләй, сөнки шул саҡта ғына беҙ уға яҡынлаша алабыҙ.

Ҡабатлау

  • Йәһүә кешеләр табынған илаһтарҙан нимә менән айырылып тора?

  • Ни өсөн беҙ Алла исемен ҡулланырға тейеш?

  • Йәһүәнең үҙенә яҡынлашыуыбыҙҙы теләгәне нимәнән күренә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Алланың барлығын раҫлаған биш көслө дәлилде тикшер.

«Алла бармы?» (интернет-мәҡәлә)

Ни өсөн Алланың һәр ваҡыт булғанына ышаныу нигеҙле?

«Алланы кем барлыҡҡа килтергән?» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 август)

Ни өсөн беҙ Алла исемен, уның боронғо әйтелешен теүәл белмәһәк тә, ҡулланырға тейеш?

«Йәһүә кем ул?» (интернет-мәҡәлә)

Алланы нисек атауыбыҙ мөһимме? Ни өсөн, Алланың исеме берәү генә, тип әйтеп була?

«Алланың нисә исеме бар?» (интернет-мәҡәлә)

a Алла исеменең мәғәнәһе һәм уның ни өсөн Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә ҡулланылмағаны хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 1-се бүлегендә бар.