Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

05-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙма — Алланың кешеләр өсөн хаты

Изге Яҙма — Алланың кешеләр өсөн хаты

Йәһүә беҙгә иҫ киткес бүләк — Изге Яҙма биргән. Ул 66 китаптан тора. Бәлки, һин: «Ул нисек яҙылған булған? Уның авторы кем?» — тип аптырайһыңдыр. Был дәрестә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

1. Изге Яҙманы кешеләр яҙған булһа, нисек уның авторы Алла була ала?

Изге Яҙманы яҙыуҙа яҡынса 40 кеше ҡатнашҡан. Ул 1 600 йыл самаһы дауамында яҙылған булған (б. э. т. 1513 йылдан башлап б. э. 98 йылына тиклем). Яҙыусылар сығыштары буйынса төрлө булған. Шулай ҙа Изге Яҙманың өлөштәре бер-береһенә ҡаршы килмәй, уларҙы бер тема берләштерә. Был нисек мөмкин һуң? Сөнки Изге Яҙманың авторы — Алла. (1 Фессалоникаларға 2:13-тө уҡы.) Яҙыусылар үҙ фекерҙәрен яҙмаған, улар «Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып» һөйләгән a (2 Петр 1:21). Алла, үҙ фекерҙәрен яҙҙырыр өсөн, үҙенең изге рухын ҡулланған (2 Тимофейға 3:16).

2. Изге Яҙманы уҡырға кемдең мөмкинлеге бар?

Ерҙә йәшәгән һәр кеше, ниндәй генә милләттән һәм халыҡтан булһа ла, Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәр менән таныша ала. (Асылыш 14:6-ны уҡы.) Аллаһы Тәғәлә Изге Яҙманың бик күп телгә тәржемә ителеүен ҡайғыртҡан. Һәр кеше тиерлек, ниндәй генә телдә һөйләшмәһен, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, Изге Яҙманы уҡый ала.

3. Йәһүә Изге Яҙманы нисек һаҡлап ҡалған?

Изге Яҙма күн һәм папирус һымаҡ тиҙ иҫкерә торған материалдарҙа яҙылған булған. Әммә Изге Яҙманы яратҡан кешеләр ҡулдан уның теүәл күсермәләрен яһай барған. Хакимлыҡҡа эйә булған ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙманы юҡ итергә тырышҡан, ләкин уны һаҡлап ҡалыр өсөн тормоштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләр табылып торған. Йәһүә Изге Яҙма аша беҙҙең менән аралашырға теләй, шуға күрә ул бер кемгә лә, бер нәмәгә лә уны юҡ итергә рөхсәт итмәгән. «Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора», — тиелгән Изге Яҙмала (Ишағыя 40:8).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Алланың Изге Яҙмаға үҙ фекерҙәрен нисек индергәне, уны нисек һаҡлап ҡалғаны һәм, бөтә кешеләр ҙә уны уҡый алһын өсөн нимә эшләгәне тураһында бел.

4. Изге Яҙма беҙҙе үҙенең Авторы менән таныштыра

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара. Шунан 2 Тимофейға 3:16-ны уҡы һәм түбәндәге һорауҙарға яуап бир.

  • Изге Яҙманы кешеләр яҙған икән, ни өсөн ул Алла Һүҙе тип атала?

  • Һинеңсә, Алланың үҙ фекерҙәрен Изге Яҙманы яҙған кешеләргә еткерә алғанына ышаныу аҡыллымы?

Хатты сәркәтип яҙһа ла, ундағы фекерҙәр уны әйтеп яҙҙыртҡан директорҙыҡы була. Шуның шикелле, Изге Яҙманы кешеләр яҙған булһа ла, ундағы фекерҙәр — Алланыҡы

5. Изге Яҙма һөжүмдәргә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

Изге Яҙма Алланан икән, тимәк, ул уны яҡларға тейеш. Тарих дауамында хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр Изге Яҙманы юҡ итергә тырышҡан. Дин әһелдәре кешеләрҙең уны уҡыуын теләмәгән. Әммә ҡаты ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, күп кенә кеше, Изге Яҙманы һаҡлап ҡалыр өсөн, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер булған. Ундай кешеләрҙең береһе тураһында белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Изге Яҙманы һаҡлап ҡалыр өсөн күпме тырышлыҡ һалынғанын белеү һине уны уҡырға дәртләндерәме? Аңлатсы.

Зәбур 119:97-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙманы тәржемә итер өсөн һәм уны таратыр өсөн, күп кешене үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға нимә дәртләндергән?

6. Бөтә кеше өсөн китап

Изге Яҙма — кешелек тарихында иң күп телдәргә тәржемә ителгән һәм иң киң таралған китап. Ғәмәлдәр 10:34, 35-те уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн Алла үҙ Һүҙенең күп телдәргә тәржемә ителеүен һәм киң таралыуын теләй?

  • Изге Яҙма тураһында ниндәй факт һиңә айырыуса оҡшай?

Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең

100%

тиерлек

Изге Яҙманы үҙе аңлаған телдә уҡый ала

Был китап

3 000

ашыу телгә тәржемә ителгән

(тулыһынса йә өлөшләтә)

5 000 000 000

самаһы Изге Яҙма китабы сығарылған.

Был йәһәттән уға тиң китап юҡ

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙма — ул кешеләр яҙған боронғо китап ҡына».

  • Ә һин нимә уйлайһың?

  • Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына ниндәй дәлилдәр бар?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙма — Алланың Һүҙе, һәм ул Изге Яҙманы бөтә кешенең дә уҡый алыуы тураһында хәстәрләгән.

Ҡабатлау

  • Изге Яҙманы кешеләр яҙған булһа ла, ни өсөн уны Алла Һүҙе тип атап була?

  • Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуы, таралыуы һәм тәржемә ителеүе тураһында әйткәндә, һине нимә таң ҡалдыра?

  • Алланың, беҙҙең менән Изге Яҙма аша аралашыр өсөн, шул тиклем күп тырышлыҡтар һалыуын белеү һиндә ниндәй хистәр уята?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙманың тарихы хаҡында уҡы. Ул боронғо замандарҙан беҙҙең көндәргә тиклем нисек килеп еткән?

«Изге Яҙма беҙгә нисек килеп еткән?» («Уянығыҙ!», 2007 йыл, ноябрь)

Изге Яҙманың сереүгә ҡарамаҫтан, ҡаршылыҡтарға һәм үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан нисек һаҡланып ҡалғанын бел.

«Изге Яҙма нисек һаҡланып ҡалған?» («Күҙәтеү манараһы», 2016 йыл, № 4)

Изге Яҙманы тәржемә итеүселәр ниндәй ҡурҡыныстар менән осрашҡанын бел.

«Улар Изге Яҙманы ҡәҙерләгән» (14:26)

Изге Яҙманы күп тапҡыр күсереп яҙғандар һәм тәржемә иткәндәр. Ни өсөн һин Алланың хәбәре үҙгәртелмәгән көйө һаҡланып ҡалғанына ышана алаһың?

«Изге Яҙмаға үҙгәрештәр йә ялған фекерҙәр өҫтәлгәнме?» (интернет-мәҡәлә)

a 7-се дәрестә изге рух — ул Алланың эш итеүсе көсө икәне аңлатыла.