Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

07-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә ниндәй ул?

Йәһүә ниндәй ул?

Һин Йәһүәне нисек күҙ алдына килтерәһең? Ҡайһы бер кешеләр, Алла шул тиклем бөйөк һәм йыраҡ, уға һис тә яҡынлашып булмай, тип уйлай. Улар үҙҙәрен уның менән сағыштырғанда бик бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ итеп тоя. Бәлки, һин Алланы күктәрҙе күкрәткән ҡеүәтле илаһи көс итеп күҙ алдына килтерәһеңдер. Ниндәй һуң ул Йәһүә? Үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша Йәһүә ҡайһы бер сифаттарын аса һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын күрһәтә.

1. Ни өсөн Алланы күреп булмай?

«Алла Ул — Рух» (Яхъя 4:24). Йәһүәнең физик тәне юҡ. Алла — ул рухи Шәхес, ул күҙгә күренмәй торған урында йәшәй.

2. Йәһүәнең ҡайһы бер сифаттары ниндәй?

Йәһүәне күреп булмаһа ла, ул реаль Шәхес һәм уның иҫ киткес сифаттары бар. Уның тураһында күберәк белгән һайын, беҙ уны ярата башлайбыҙ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүә ғәҙеллекте ярата һәм үҙенә тоғро булғандарҙы ҡалдырмай» (Зәбур 37:28). Ул шулай уҡ «ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле», айырыуса ғазап сиккән кешеләргә ҡарата (Яҡуб 5:11). «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәбур 34:18). Беҙҙең эштәребеҙ Йәһүәне йә шатландыра, йә рәнйетә алғанын һин белә инеңме? Насар эштәр ҡылған кеше уны күңелһеҙләндерә (Зәбур 78:40, 41). Ә яҡшы эштәр ҡылыусы уны һөйөндөрә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡы.)

3. Йәһүә беҙгә үҙ яратыуын нисек күрһәтә?

Йәһүәнең иң күркәм сифаты — мөхәббәт. Эйе, «Алла — мөхәббәт ул» (1 Яхъя 4:8). Йәһүә үҙ яратыуын Изге Яҙма аша ғына түгел, ә шулай уҡ ижади эштәре аша ла сағылдыра. (Ғәмәлдәр 14:17-не уҡы.) Мәҫәлән, уның беҙҙе нисек итеп барлыҡҡа килтергәненә иғтибар ит. Ул беҙгә төрлө төҫтәр күреү, йыр-моң ишетеү һәм тәм тойоу һәләттәрен бүләк иткән. Ул беҙҙең тормошҡа кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләй.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Алланың нимә ярҙамында ғәжәп эштәр башҡарғанын бел. Шулай уҡ Йәһүәнең үҙенең иҫ киткес сифаттарын нисек сағылдырғанына иғтибар ит.

4. Изге рух — Алланың эш итеүсе көсө

Беҙ ҡулдар ярҙамында берәй нәмә эшләгән кеүек, Йәһүә изге рухы ярҙамында төрлө эштәр башҡара. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, изге рух шәхес түгел, ә Алланың берәй эште башҡарыу өсөн ҡулланған көсө. Лука 11:13 һәм Ғәмәлдәр 2:17-не уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Алла үҙенең изге рухын уны һораған кешеләргә бирә. Шулай булғас, изге рух ул шәхесме, йәиһә Алланың эш итеүсе көсөмө? Ни өсөн һин шулай уйлайһың?

Йәһүә изге рухы ярҙамында ғәжәп эштәр башҡара. Зәбур 33:6 һәм 2 Петр 1:20, 21-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүәнең үҙенең изге рухын ҡулланғанына ниндәй миҫалдар бар?

5. Йәһүәнең иҫ киткес сифаттары

Муса Алланың тоғро хеҙмәтсеһе булған, шулай ҙа ул Барлыҡҡа килтереүсеһе тураһында яҡшыраҡ белергә теләгән. Шуға ул Аллаға: «Һине белер өсөн... зинһар, миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе», — тигән (Сығыш 33:13). Яуап итеп Йәһүә Мусаға ҡайһы бер сифаттарын асҡан. Сығыш 34:4—6-ны уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Йәһүә Мусаға үҙе тураһында нимә һөйләгән?

  • Йәһүәнең ниндәй сифаттары һиңә айырыуса оҡшай?

6. Йәһүә кешеләрҙе ярата

Боронғо заманда израилдәр (ул ваҡыттағы Алла халҡы) Мысырҙа ҡолдар булған. Үҙ халҡының ғазап сигеүен күреп, Йәһүә нимә хис иткән? АУДИОЯҘМАНЫ тыңла һәм уҡылған аяттарҙы күҙәтеп бар йә Сығыш 3:1—10-ды уҡы. Шунан һорауҙарға яуап бир.

  • Был өҙөктән күренеүенсә, кешеләр ғазап сиккәндә, Йәһүә нимә хис итә? (7, 8-се аяттарҙы ҡара.)

  • Һинеңсә, Йәһүә кешеләргә ярҙам итергә теләйме? Уның быны эшләргә көсө бармы? Аңлатып бирсе.

7. Тирә-яҡ донъя Йәһүә тураһында һөйләй

Йәһүә үҙ сифаттарын барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр аша аса. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара. Шунан Римдарға 1:20-не уҡы һәм һорауға яуап бир.

  • Һин барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙә Йәһүәнең ниндәй сифаттарын күрәһең?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алланы күреп булмағас, уны белеп тә булмай».

  • Ә һин нимә уйлайһың?

  • Ни өсөн һин шулай уйлайһың?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә — күҙгә күренмәй торған рухи Шәхес. Уның күп күркәм сифаттары бар. Уларҙың иң бөйөгө — мөхәббәт.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүәне күреп булмай?

  • Изге рух нимә ул?

  • Йәһүәнең ҡайһы бер сифаттары ниндәй?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Йәһүә менән яҡыныраҡ танышыр өсөн, уның дүрт төп сифаты тураһында күберәк бел.

«Алла ниндәй ул?» («Күҙәтеү манараһы», 2019 йыл, № 1)

Ҡайһы берәүҙәр: «Алла бер үк ваҡытта бөтә ерҙә лә», — тип әйтә. Был фекерҙең дөрөҫ булмауына дәлилдәрҙе ҡарап сыҡ.

«Алла һәр ҡайҙа ламы?» (интернет-мәҡәлә)

Ни өсөн Изге Яҙмала изге рух Алланың ҡулдары менән сағыштырыла икәнен бел.

«Нимә ул изге рух?» (интернет-мәҡәлә)

Бер һуҡыр кешегә Алланың яратыуына ышаныуы ауыр булған. Уға ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән?

«Хәҙер мин башҡаларға ярҙам итә алам» («Күҙәтеү манараһы», 2015 йыл, 1 октябрь)