Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

08-СЕ ДӘРЕС

Һин Йәһүәнең дуҫы була алаһың

Һин Йәһүәнең дуҫы була алаһың

Йәһүә һинең үҙе менән яҡшыраҡ танышыуыңды теләй. Ни өсөн? Сөнки ул шуға өмөтләнә: уның сифаттары, эштәре һәм ниәте хаҡында күберәк белгән һайын, һинең уның менән дуҫлашыу теләгең дә үҫә барыр. Һин ысынлап та Алланың дуҫы була алаһыңмы? (Зәбур 25:14-те уҡы.) Уның менән дуҫлашыр өсөн нимә эшләргә? Изге Яҙма был һорауҙарға яуап бирә һәм ни өсөн Йәһүә менән дуҫлыҡтың иң ҡиммәтле бүләк икәнен аңлата.

1. Йәһүә һиңә нимә эшләргә тәҡдим итә?

«Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуб 4:8). Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Йәһүә һине үҙе менән дуҫлашырға саҡыра. Ҡайһы берәүҙәр, Алланы күреп булмағанға, уның менән дуҫлашыу мөмкин түгел, тип уйлай. Әммә Йәһүә беҙгә үҙ Һүҙе — Изге Яҙма аша үҙе хаҡында барыһын да аса. Бының ярҙамында беҙ уға яҡынлаша алабыҙ. Алланы күрмәһәк тә, Изге Яҙманан уның беҙҙең өсөн әйткән һүҙҙәрен уҡығанда, дуҫлығыбыҙ нығына бара.

2. Ни өсөн Йәһүә — иң яҡшы дуҫ?

Донъяла бер кем дә һине Йәһүә яратҡан кеүек яратмай. Ул һинең бәхетле булыуыңды һәм, ярҙам кәрәк булғанда, һәр ваҡыт үҙенә доғала мөрәжәғәт итеүеңде теләй. Изге Яҙмала былай тиелә: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7). Йәһүә үҙенең дуҫтарына һәр саҡ ярҙам итергә, уларҙы йыуатырға һәм тыңларға әҙер. (Зәбур 94:18, 19-ҙы уҡы.)

3. Йәһүә менән дуҫлашыр өсөн нимә эшләргә?

Йәһүә бөтә кешеләрҙе лә ярата, әммә «намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32). Яҡшылыҡ менән насарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәт тураһында әйткәндә, Йәһүә үҙ дуҫтарынан үҙе менән бер ҡарашта булыуын көтә. Улар Алла ҡарашынан яҡшы булғанды эшләргә һәм уның ҡарашынан насар булғанды эшләмәҫкә тейеш. Ҡайһы бер кешеләр, Йәһүәнең нормалары буйынса бер ҡасан да йәшәй алмаҫмын, тип уйлай. Әммә Йәһүә бик шәфҡәтле. Кеше уны ихлас күңелдән яратһа һәм уның йөрәген һөйөндөрөргә тырышһа, Йәһүә уның менән дуҫлаша (Зәбур 147:11; Ғәмәлдәр 10:34, 35).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәнең дуҫы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген һәм ни өсөн ул иң яҡшы дуҫ икәнен бел.

4. Ибраһим пәйғәмбәр Йәһүәнең дуҫы булған

Ибраһим (Ибрам) пәйғәмбәр тураһындағы хәбәр беҙгә Алланың дуҫы булыу нимәне аңлатҡанын белергә ярҙам итә. Башланмыш 12:1—4-тә Ибраһим пәйғәмбәр тураһында уҡы. Шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Йәһүә Ибраһим пәйғәмбәргә нимә эшләргә ҡушҡан?

  • Йәһүә уға нимә вәғәҙә иткән?

  • Йәһүәнән бойороҡ алғас, Ибраһим нимә эшләгән?

5. Йәһүә үҙ дуҫтарынан нимә көтә?

Ғәҙәттә, беҙ дуҫтарыбыҙҙан ни ҙә булһа көтәбеҙ.

  • Һин дуҫтарыңдың үҙең өсөн нимә эшләүҙәрен теләйһең?

1 Яхъя 5:3-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә үҙ дуҫтарынан нимә көтә?

Йәһүәгә тыңлаусан булыр өсөн, беҙгә, бәлки, тәртибебеҙҙе һәм холҡобоҙҙо үҙгәртергә кәрәк булыр. Ишағыя 48:17, 18-ҙе уҡы, шунан ошо һорауға яуап бир:

  • Ни өсөн Йәһүә үҙ дуҫтарынан үҙгәрештәр яһауҙарын көтә?

Яҡшы дуҫ ҡурҡыныс тураһында алдан әйтер. Йәһүә тап шундай дуҫ

6. Йәһүә үҙ дуҫтарына нисек ярҙам итә?

Йәһүә үҙ дуҫтарына ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауға яуап бир.

  • Йәһүә был ҡатынға тиҫкәре уйҙарын һәм хистәрен еңергә нисек ярҙам иткән?

Ишағыя 41:10, 13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә бөтә дуҫтарына ла ниндәй вәғәҙә бирә?

  • Һинеңсә, Йәһүә яҡшы дуҫмы? Аңлат.

Яҡын дуҫтар кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа. Йәһүә лә һиңә ярҙам итер

7. Йәһүә менән дуҫ булыр өсөн, уның менән аралашырға кәрәк

Аралашыу дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Зәбур 86:6, 11-ҙе уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Беҙ нисек Йәһүә менән аралаша алабыҙ?

  • Йәһүә беҙҙең менән нисек аралаша?

Беҙ Йәһүә менән доға аша һөйләшәбеҙ. Ул беҙҙең менән Изге Яҙма аша һөйләшә

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алла менән дуҫлашып булмай».

  • Алла менән дуҫлашып булғанын аңлатыр өсөн, һин Изге Яҙманан ниндәй аяттар ҡулланыр инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә һиңә дуҫ булырға теләй, һәм ул һиңә үҙенә яҡынлашырға ярҙам итер.

Ҡабатлау

  • Йәһүә үҙ дуҫтарына нисек ярҙам итә?

  • Ни өсөн Йәһүә дуҫтарынан үҙгәрештәр яһауҙарын көтә?

  • Һинеңсә, Йәһүәнең үҙ дуҫтарына ҡарата талаптары артыҡ юғары түгелме? Аңлат.

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Алла менән дуҫлыҡ тормошоңдо нисек яҡшырта ала?

«Йәһүә — танышыуға лайыҡ Алла» («Күҙәтеү манараһы», 2003 йыл, 15 февраль)

Йәһүә менән дуҫлыҡ бер ҡатынға ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.

«Минең үлгем килмәй ине!» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, № 1)

Үҫмерҙәрҙең Йәһүә менән дуҫлыҡтары тураһында нимә һөйләгәнен бел.

«Алланың дуҫы булыу нимәне аңлата?» (1:46)