Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

09-СЫ ДӘРЕС

Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта

Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта

Һинең нисек эш итергә белмәй аптыраған саҡтарың буламы? Ә, бәлки, һинең яуапһыҙ ҡалған мөһим һорауҙарың барҙыр? Һин йыуанысҡа йә йылы һүҙгә мохтажһыңмы? Йәһүә менән дуҫлашырға теләр инеңме? Бөтә был осраҡтарҙа доға ярҙам итә ала. Әммә нисек дөрөҫ итеп доға ҡылырға? Алла бөтә доғаларҙы ла тыңлаймы? Хоҙай һинең доғаларыңды ишетһен өсөн, нимә эшләргә? Әйҙә, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

1. Беҙ кемгә доға ҡылырға тейеш, һәм доғала нимә тураһында әйтеп була?

Боронғо пәйғәмбәрҙәр, мәҫәлән, Нух, Ибраһим, Муса һәм Дауыт Йәһүә Аллаға ғына доға ҡылған. Дауыт пәйғәмбәр мәҙхиәләренең береһендә былай тигән: «Эй Йәһүә, доғама ҡолаҡ һал» (Зәбур 143:1). Йәһүәгә доға ҡылғанда, уның менән дуҫлығыбыҙ нығына.

Беҙ төрлө нәмә тураһында доға ҡыла алабыҙ. Әлбиттә, Алла доғаларыбыҙға яуап бирһен өсөн, беҙгә уның ихтыяры буйынса доға ҡылырға кәрәк. «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә», — тиелгән Изге Яҙмала (1 Яхъя 5:14). Ғайса пәйғәмбәр нимә тураһында доға ҡылып булғаны хаҡында әйткән. (Матфей 6:9—13-тө уҡы.) Шәхси үтенестәребеҙҙән тыш, беҙ шулай уҡ Алланың беҙҙең хаҡҡа эшләгән эштәре өсөн рәхмәттәр әйтергә һәм башҡалар хаҡында доға ҡылырға онотмаҫҡа тейеш.

2. Нисек доға ҡылырға?

Изге Яҙмала: «[Аллаға] күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ», — тигән саҡырыу яҙылған (Зәбур 62:8). Шуға күрә доғала эскерһеҙ булырға кәрәк. Беҙ эстән генә йә ҡысҡырып доға ҡыла алабыҙ. Йәһүә өсөн кәүҙә торошобоҙ мөһим булмаһа ла, доғаларыбыҙҙа уға ҡарата хөрмәт сағылырға тейеш. Һәр ҡайһы ваҡытта һәм һәр төрлө урында доға ҡылырға була.

3. Алла доғаларыбыҙға нисек яуап бирә?

Ул быны төрлөсә эшләй. Йыш ҡына һорауҙарыбыҙға яуапты беҙ Изге Яҙмала табабыҙ. Алла Һүҙе «тәжрибәһеҙҙе зирәк итә». (Зәбур 19:7; Яҡуб 1:5-те уҡы.) Шулай уҡ, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Йәһүә беҙгә күңел тыныслығы бирә ала. Өҫтәүенә, беҙ мохтаж саҡта Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен беҙгә ярҙамға килергә дәртләндерергә мөмкин.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Аллаға ниндәй доғалар яраҡлы икәнен һәм доға һиңә нисек ярҙам итә алғанын бел.

4. Алла ниндәй доғаларҙы тыңлай?

Доғабыҙ Аллаға яраҡлы булырмы, юҡмы икәне нимәнән тора? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Йәһүә беҙҙең уға доға ҡылыуыбыҙҙы теләй. Зәбур 65:2-не уҡы, шунан яуап бир:

  • Нисек уйлайһың, «доғаларҙы Тыңлаусы» һинең доға ҡылыуыңды теләйме? Аңлатсы.

Алланың доғаларыбыҙҙы тыңлауын теләһәк, беҙгә уның нормалары буйынса йәшәргә кәрәк. Миҡай 3:4 һәм 1 Петр 3:12-не уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңлаһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

Һуғыш ваҡытында ике ҡапма-ҡаршы яҡ та еңеү тураһында доға ҡылырға мөмкин. Алланан уларҙың доғаларына яуап биреүен көтөү аҡыллы булыр инеме?

5. Доғаларыбыҙ йөрәктән сығырға тейеш

Ҡайһы бер кешеләрҙе доғаларҙы яттан әйтергә йә үҙҙәре аңламаған телдә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатларға өйрәткәндәр. Әммә Алла беҙҙең шулай доға ҡылыуыбыҙҙы теләйме? Матфей 6:7-не уҡы, шунан ошо һорауға яуап бир:

  • Доғаларҙа бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтеүҙән нисек һаҡланырға?

Тормошоңда булған яҡшы нәмәләр хаҡында уйлан һәм көн һайын Йәһүәгә уның берәй бүләге өсөн рәхмәт әйт. Көн дә шулай эшләһәң, аҙна дауамында Аллаға ете төрлө бүләк өсөн рәхмәт әйтерһең һәм ҡабатланмаҫһың.

Яҡшы атай балаһының үҙ хистәре менән бүлешеүен теләй. Йәһүә лә йөрәктән сыҡҡан доғаларыбыҙҙы ҡәҙерләй

6. Доға — Алланың бүләге

Доға беҙгә нисек көс өҫтәй ала, айырыуса ауыр саҡтарҙа? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Изге Яҙмала вәғәҙә ителгәнсә, доға беҙгә ысын күңел тыныслығы тойорға ярҙам итер. Филиптарға 4:6, 7-не уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Доға беҙҙе ауырлыҡтарҙан азат итмәһә лә, ул нисек ярҙам итә ала?

  • Һин нимә хаҡында доға ҡылырға теләр инең?

Һин белә инеңме?

«Амин» тигән һүҙ «дөрөҫ» йә «шулай булһын» тигәнде аңлата. Изге Яҙма яҙылған осорҙан бирле «амин» тигән һүҙ бөтә доғаларҙың аҙағында әйтелә (1 Йылъяҙма 16:36).

7. Доға ҡылыр өсөн ваҡыт бүл

Ҡайһы саҡта көндәлек мәшәҡәттәр арҡаһында беҙ доға ҡылырға оноторға ла мөмкин. Ғайса пәйғәмбәр өсөн доға ни тиклем мөһим булған? Матфей 14:23 һәм Марк 1:35-те уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Доғаға ваҡыт табыр өсөн, Ғайса нимә эшләгән?

  • Көн дауамында һин ҡасан доға ҡыла алыр инең?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алланың доғаңды ишетеүен теләһәң, билдәле бер телдә доға ҡылырға кәрәк».

  • Һин быға нимә тиер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Ихлас доғалар беҙҙе Аллаға яҡынлаштыра, күңел тыныслығы бирә һәм Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе ҡулланырға көс өҫтәй.

Ҡабатлау

  • Беҙ кемгә доға ҡылырға тейеш?

  • Нисек доға ҡылырға кәрәк?

  • Доға ниндәй файҙа килтерә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Доғаға ҡағылышлы киң таралған һорауҙарға яуап тап.

«Доға тураһындағы ете һорауға яуап» («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 1 октябрь)

Ни өсөн доға ҡылырға кәрәк, һәм доғаларҙы нисек яҡшыртып була?

«Ни өсөн Аллаға доға ҡылырға кәрәк?» (интернет-мәҡәлә)

Беҙ кемгә доға ҡылырға тейеш? Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелгәнен бел.

«Изгеләргә доға ҡылыу дөрөҫмө?» (интернет-мәҡәлә)

Беҙҙең ҡасан һәм ҡайҙа доға ҡылыуыбыҙ мөһимме? Быны ошо музыкаль видеояҙманан белерһең.

«Һәр ваҡыт доға ҡыл» (1:22)