Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ДӘРЕС

Ғайса пәйғәмбәр ерҙә йәшәгәндә ниндәй эштәр башҡарған?

Ғайса пәйғәмбәр ерҙә йәшәгәндә ниндәй эштәр башҡарған?

Күп кеше Ғайса Мәсихте сабый бала, аҡыллы пәйғәмбәр йәки ғазап сигеп үлгән кеше итеп күҙ алдына килтерә. Әммә уның тураһында тағы нимә билдәле? Ерҙә йәшәгәндә, ул ниндәй эштәр башҡарған? Ошо дәрестә һин Ғайса Мәсих өсөн нимә иң мөһиме булғанын һәм быны белеү һиңә ниндәй файҙа килтергәнен белерһең.

1. Ғайса пәйғәмбәр өсөн ниндәй эш иң мөһиме булған?

Ғайса пәйғәмбәр өсөн «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» иғлан итеү иң мөһиме булған. (Лука 4:43-тө уҡы.) Ул, Алла үҙ Батшалығын, йәғни хөкүмәтен урынлаштырып кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк, тип һөйләгән a. Ғайса был һөйөнөслө хәбәрҙе өс йыл ярым арымай-талмай вәғәзләгән (Матфей 9:35).

2. Ғайса ни өсөн мөғжизәләр ҡылған?

Изге Яҙмала, Алла «Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды», тип әйтелә (Ғәмәлдәр 2:22). Ул Алланың көсө ярҙамында дауылды туҡтатҡан, меңәрләгән кешене ашатҡан, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелткән (Матфей 8:23—27; 14:15—21; Марк 6:56; Лука 7:11—17). Ғайсаның мөғжизәләре уны Алла ебәргәнен асыҡ итеп күрһәткән. Улар шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙең проблемаларыбыҙҙы хәл итергә көсө етерлек икәнен раҫлай.

3. Ғайсаның тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Ғайса Йәһүәгә һәр ваҡыт тыңлаусан булған. (Яхъя 8:29-ҙы уҡы.) Ҡаршылыҡтарға һәм эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, ул үлеменә тиклем Йәһүә ҡушҡанды эшләгән. Ғайса кеше хатта иң ауыр шарттарҙа ла Аллаға тоғро булып ҡала ала икәнен раҫлаған. Беҙ уның эҙенән мөмкин тиклем дөрөҫөрәк бара алһын өсөн, ул беҙгә үрнәк ҡалдырған (1 Петр 2:21).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғайсаның һөйөнөслө хәбәрҙе нисек һөйләгәне һәм ниндәй мөғжизәләр ҡылғаны тураһында бел.

4. Ғайса һөйөнөслө хәбәр менән бүлешкән

Һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кеше ишетһен өсөн, Ғайса туҙанлы юлдар буйлап йөҙәрләгән саҡрым үткән. Лука 8:1-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ғайса үҙен тыңларға килгән кешеләргә генә вәғәзләгәнме?

  • Кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн, Ғайса күпме тырышлыҡ һалған?

Мәсихтең һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итәсәге тураһында Алла алдан әйткән булған. Ишағыя 61:1, 2-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ғайса ошо пәйғәмбәрлекте нисек үтәгән?

  • Һинеңсә, бөгөн кешеләр һөйөнөслө хәбәргә мохтажмы?

5. Ғайса мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәткән

Ғайса һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп кенә ҡалмаған, ул кешеләрҙе тормошта ҡулланырлыҡ принциптарға ла өйрәткән. Уның Тауҙағы вәғәзенән бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Матфей 6:14, 34 һәм 7:12-не уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:

  • Ошо аяттарҙа Ғайса ниндәй файҙалы кәңәштәр биргән?

  • Һинеңсә, был кәңәштәр бөгөн ҡулланырлыҡмы?

6. Ғайса мөғжизәләр ҡылған

Йәһүә Ғайсаға мөғжизәләр ҡылырға көс биргән. Уларҙың береһе тураһында белер өсөн, Марк 5:25—34-те уҡы йәки ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара. Шунан түбәндәге һорауҙарға яуап бир.

  • Ауырыған ҡатын нимәгә ныҡ ышанған?

  • Был мөғжизә һиңә нимәһе менән оҡшаны?

Яхъя 5:36-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Ғайсаның мөғжизәләре нимәне раҫлай?

Һин белә инеңме?

Ғайса пәйғәмбәр тураһында Инжилгә ингән дүрт китаптан күберәк белеп була. Ул китаптарҙы Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя яҙған. Яҙыусыларҙың һәр береһе төрлө нескәлектәргә иғтибар иткән. Был дүрт китапты уҡығанда, Ғайсаның бөтә тормошон һүрәтләгән таң ҡалырлыҡ хикәйә асыла.

  • МАТФЕЙ

    һөйөнөслө хәбәрен беренсе булып яҙған. Ул Ғайсаның өйрәтеүҙәренә, айырыуса Алла Батшалығы хаҡында һөйләгән һүҙҙәренә баҫым яһаған.

  • МАРК

    яҙған һөйөнөслө хәбәр иң ҡыҫҡаһы булған. Был китап бер-бер артлы үҙгәреп торған ваҡиғаларға бай.

  • ЛУКА

    Ғайсаның доғаға ҡағылышлы һүҙҙәренә һәм уның ҡатындар менән игелекле мөғәмәлә иткәненә ҙур иғтибар биргән.

  • ЯХЪЯ

    Ғайсаның яҡын дуҫтары һәм башҡа кешеләр менән нисек аралашҡаны тураһында күп яҙған. Был Ғайсаның ниндәй кеше булғанын асыҡлай.

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ғайса ябай пәйғәмбәр булған».

  • Ә һин нисек уйлайһың?

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса Алла Батшалығы хаҡында вәғәзләгән, мөғжизәләр ҡылған һәм Йәһүәгә һәр ваҡыт тыңлаусан булған.

Ҡабатлау

  • Ғайса өсөн ниндәй эш иң мөһиме булған?

  • Ғайсаның мөғжизәләре нимәне раҫлай?

  • Ғайса тормошта ҡулланырлыҡ ниндәй принциптарға өйрәткән?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғайсаның ысынлап та мөғжизәләр ҡылғанына дәлилдәр ҡарап сыҡ.

«Ғайсаның мөғжизәләре. Уларҙан нимә белеп була?» («Күҙәтеү манараһы», 2004 йыл, 15 июль)

Ғайсаның кешеләрҙе ысын күңелдән ҡайғыртҡаны бер иргә нисек тәьҫир иткәнен бел.

«Мин үҙем өсөн генә йәшәнем» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 октябрь)

Был таблицала Ғайсаның тормошондағы төп ваҡиғалар хронологик тәртиптә килтерелгән.

«Ғайсаның ерҙәге тормошонда булған мөһим ваҡиғалар. Ғайсаның хеҙмәтенең башы» («Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал», 4-Б)

a 31—33-сө дәрестәрҙән Алла Батшалығы тураһында күберәк белеп була.