Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ДӘРЕС

Мәсихтең ысын шәкерттәрен нисек билдәләргә?

Мәсихтең ысын шәкерттәрен нисек билдәләргә?

Миллиардлаған кеше, Мәсих өйрәткәнсә йәшәйбеҙ, тип әйтә. Әммә уларҙың ышаныуҙары һәм тотҡан нормалары бер-береһенән ныҡ айырылып тора. Шулай булғас, Мәсихтең ысын шәкерттәрен нисек билдәләргә һуң?

1. Мәсихтең шәкерттәре кем улар?

Ғайсаның шәкерттәре «мәсихселәр» тип атала. (Ғәмәлдәр 11:26-ны уҡы.) Улар мәсихселәр булғандарын нисек күрһәтә? Ғайса: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ», — тиеп, был һорауға яуап биргән (Яхъя 8:31). Тимәк, ысын мәсихселәр Ғайсаның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәргә тейеш. Ғайса һәр ваҡыт Алла Һүҙенә нигеҙләнеп өйрәткән. Уның ысын шәкерттәре лә тап шулай эш итә. (Лука 24:27-не уҡы.)

2. Ысын мәсихселәр нисек яратыу сағылдыра?

Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ», — тигән әмер биргән (Яхъя 15:12). Ғайса үҙ шәкерттәрен яратҡанын нисек күрһәткән? Ул улар менән ваҡыт үткәргән, уларҙы рухландырған һәм ярҙам иткән (1 Яхъя 3:16). Ул хатта улар өсөн үҙ ғүмерен биргән. Ғайсанан үрнәк алып, ысын мәсихселәр ҙә мөхәббәт тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ә бер-береһен яратҡандарын эштәр менән күрһәтә.

3. Ысын мәсихселәр ниндәй эш менән мәшғүл?

Ғайса үҙ шәкерттәренә мөһим эш тапшырған. Ул уларҙы «Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә» ебәргән (Лука 9:2). Беренсе быуаттағы мәсихселәр үҙҙәренең Аллаға табынған урындарында ғына түгел, ә шулай уҡ йәмәғәт урындарында һәм кешеләрҙең өйҙәренә килеп вәғәзләгән. (Ғәмәлдәр 5:42; 17:17-не уҡы.) Бөгөн дә ысын мәсихселәр Изге Яҙмалағы хәбәрҙе кешеләр булған бөтә ерҙә һөйләй. Улар кешеләрҙе ярата, шуға күрә, ваҡыттарын һәм көстәрен йәлләмәйенсә, Изге Яҙмалағы өмөт һәм йыуаныс биргән хәбәрҙе вәғәзләй (Марк 12:31).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәрен мәсихсе тип атай, әммә Ғайсаның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәмәй һәм унан үрнәк алмай. Ысын мәсихселәрҙе уларҙан нисек айырып булғанын бел.

4. Улар Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте эҙләй

Беренсе быуаттағы мәсихселәр Алла Һүҙен ҡәҙерләгән

Үҙҙәрен мәсихсе тип атаған ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәй. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һуң һорауға яуап бир.

  • Ҡайһы бер сиркәүҙәр нисек кешеләргә Ғайсаның өйрәтеүҙәрен белергә ҡамасаулаған?

Ғайса Алла Һүҙендәге хәҡиҡәткә өйрәткән. Яхъя 18:37-не уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, хәҡиҡәт яҡлыларҙы, йәғни ысын мәсихселәрҙе нисек билдәләп була?

5. Улар Изге Яҙмалағы хәбәрҙе вәғәзләй

Беренсе быуаттағы мәсихселәр башҡаларға вәғәзләгән

Күккә күтәрелер алдынан, Ғайса үҙ шәкерттәренә мөһим йөкләмә биргән. Мәсихселәр бөгөн дә уны үтәргә тейеш. Матфей 28:19, 20 һәм Ғәмәлдәр 1:8-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Вәғәз эше ниндәй күләмдә һәм күпме ваҡыт дауамында башҡарылырға тейеш?

6. Улар өйрәткәндәре буйынса йәшәй

Том исемле ир ысын мәсихселәрҙе тапҡанын нисек аңлаған? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир.

  • Ни өсөн Томдың дингә ышанысы һүрелгән?

  • Ни өсөн ул хәҡиҡәтте тапҡанына һис тә шикләнмәй?

Эштәр һүҙҙәрҙән көслөрәк. Матфей 7:21-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, нимә мөһимерәк: «Ғайсаға ышанам», тип әйтеүебеҙме, әллә ышаныуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтеүебеҙме?

7. Улар бер-береһен ярата

Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһен яратҡан

Ысын мәсихселәр бер-береһе өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир.

  • Ллойд ҡәрҙәште Йоханссон ҡәрҙәше хаҡына үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға нимә этәргән?

  • Һинеңсә, Ллойд ысын мәсихсе кеүек эш иткәнме?

Яхъя 13:34, 35-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ғайсаның шәкерттәре (ысын мәсихселәр) башҡа раса йә милләт кешеләренә нисек ҡарарға тейеш?

  • Һуғыш ваҡытында улар Ғайсаның был әмерен нисек үтәр?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ниндәй дин тотоуыбыҙ мөһим түгел, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер Аллаға табынабыҙ».

  • Алланың ысын хеҙмәтселәре билдәле бер талаптарға тура килергә тейешлеген күрһәтер өсөн, һин кешегә Изге Яҙманан ниндәй аятты уҡып бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Ысын мәсихселәр Изге Яҙма буйынса йәшәй, фиҙаҡәр яратыу сағылдыра һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтә.

Ҡабатлау

  • Ысын мәсихселәрҙең ышаныуҙары нимәгә нигеҙләнгән?

  • Ысын мәсихселәр ниндәй сифаттар менән айырылып тора?

  • Ысын мәсихселәр ниндәй мөһим эш башҡара?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғайса Мәсихтән өлгө алған һәм уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәгән кешеләр тураһында күберәк бел.

«Йәһүә шаһиттары кем улар?» (1:13)

Элек монахиня булған ҡатындың нисек ысын рухи ғаилә тапҡаны тураһында бел.

«Улар бөтә һорауҙарға ла Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе!» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 апрель)

Тәбиғәт афәттәре булғанда, ысын мәсихселәр үҙҙәренең имандаштарына ҡарата нисек яратыу сағылдыра?

«Тәбиғәт афәттәре булғанда, ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ» (өҙөк) (3:57)

Бөгөнгө ысын мәсихселәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә нимә менән оҡшағандары тураһында уҡы.

«Ысын мәсихселәрҙе нисек билдәләргә?» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 март)