Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәгә һәм Ғайсаға рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

Йәһүәгә һәм Ғайсаға рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

Берәй дуҫың һиңә ҡиммәтле бүләк биргәндә, һин үҙеңде нисек хис итәһең? Моғайын, һин бик шатланаһыңдыр һәм дуҫыңа бүләге өсөн рәхмәтле булғаныңды күрһәтергә теләйһеңдер. Йәһүә һәм Ғайса беҙгә сағыштырғыһыҙ бүләк яһаған. Ниндәй бүләк тураһында һүҙ бара, һәм беҙ уның өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ?

1. Аллаға һәм Мәсихкә рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була?

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайсаға иман иткән һәр кем мәңге йәшәй аласаҡ (Яхъя 3:16). Әммә иман итеү үҙ эсенә нимәне ала? Ғайсаға ышаныуҙан тыш, беҙгә шулай уҡ иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә кәрәк. Иманыбыҙ шулай уҡ ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙа сағылырға тейеш (Яҡуб 2:17). Беҙ иманыбыҙҙы эштәр һәм һүҙҙәр менән күрһәткәндә, беҙҙең Ғайса һәм уның Атаһы Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ нығый бара. (Яхъя 14:21-ҙе уҡы.)

2. Ниндәй мөһим сара беҙгә Йәһүә менән Ғайсаға рәхмәтебеҙҙе белдерергә ярҙам итә?

Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса үҙенең ҡорбаны өсөн тағы нисек рәхмәт белдереп булғанын әйткән. Ул мөһим бер сараны ғәмәлгә индергән. Инжилдә был сара «Раббының ашы» тип атала (1 Коринфтарға 11:20). Ул шулай уҡ Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе булараҡ билдәле. Ғайса үҙ илселәренең, ә һуңғараҡ бөтә ысын мәсихселәрҙең үҙенең нимә эшләгәнен иҫтә тотоуҙарын теләгән. Ул Иҫкә алыу кисәһе тураһында былай тип әйткән: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (Лука 22:19). Кисәгә килеп, һин Йәһүәнең һәм Ғайсаның үҙеңә күрһәткән бөйөк мөхәббәте өсөн рәхмәтеңде белдерәһең.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәнең һәм Ғайсаның бөйөк мөхәббәте өсөн тағы нисек рәхмәт белдереп булғаны тураһында бел. Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә барыу ни тиклем мөһим икәнен ҡарап сыҡ.

3. Рәхмәт тойғоһо эштәргә дәртләндерә

Күҙ алдыңа килтер: бер кеше һине үлемдән ҡотҡарып алып ҡалды, ти. Һин был хаҡта оноторһоңмо? Әллә уға рәхмәтеңде белдерер өсөн мөмкинлектәр эҙләрһеңме?

Йәһүә беҙгә игелек күрһәткәнгә, беҙ мәңге йәшәй алабыҙ. 1 Яхъя 4:8—10-ды уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн Ғайсаның ҡорбаны ҡиммәтле бүләк булып тора?

  • Йәһүә менән Ғайсаның һинең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланғанда, һин нимә хис итәһең?

Йәһүә менән Ғайсаға рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була? 2 Коринфтарға 5:15 һәм 1 Яхъя 4:11; 5:3-тө уҡы. Һәр аятты уҡығандан һуң, һорауға яуап бир:

  • Ошо аятҡа ярашлы, мин үҙ рәхмәтемде нисек белдерә алам?

4. Ғайсанан өлгө ал

Рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн тағы бер мөмкинлек — Мәсихтән үрнәк алып йәшәү. 1 Петр 2:21-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Һин нисек Ғайсаның эҙенән бара алаһың?

5. Иҫкә алыу кисәһенә кил

Беренсе Иҫкә алыу кисәһе нисек үткәнен белер өсөн, Лука 22:14, 19, 20-не уҡы. Шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

Ғайса үҙ шәкерттәренең Иҫкә алыу кисәһен йылына бер тапҡыр, үҙе үлгән көндә үткәреүҙәрен теләгән. Шуға күрә Йәһүә шаһиттары, Ғайсаның был әмерен үтәп, уның үлемен иҫкә алыр өсөн йыл һайын бергә йыйыла. Был мөһим сара тураһында күберәк белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауға яуап бир:

  • Иҫкә алыу кисәһе нисек үткәрелә?

Икмәк менән шарап символдар булып тора. Икмәк — Ғайсаның беҙҙең өсөн биргән камил кеше тәнен, ә шарап уның ҡанын символлаштыра

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ҡотолор өсөн Аллаһы Тәғәләгә ышанырға ғына кәрәк».

  • Яхъя 3:16 һәм Яҡуб 2:17-не ҡулланып, һин ышаныу ғына етерлек түгел икәнен нисек аңлатыр инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йолом өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн, Ғайсаға иман итеү һәм Иҫкә алыу кисәһенә барыу мөһим.

Ҡабатлау

  • Ғайсаға иман итеү үҙ эсенә нимәне ала?

  • Һин Йәһүә менән Ғайсаға рәхмәтеңде нисек белдерә алаһың?

  • Ни өсөн Иҫкә алыу кисәһенә барыу бик мөһим?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Мәсихтең үлеме һине нимәгә дәртләндерә?

«Ғайса үҙ тәнен Йәһүәне данлар өсөн ҡулланған» (9:28)

«Элек ҡылған гонаһтарым мине инде борсомай» тигән мәҡәләне уҡып, Мәсихтең ҡорбаны тураһында уйланыу бер ҡатындың тормошон нисек үҙгәрткәне тураһында бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 август)

Ни өсөн Кисәлә ҡайһы берәүҙәр икмәк менән шараптан ауыҙ итә икәнен бел.

«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?» (интернет-мәҡәлә)