Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ДӘРЕС

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Һинең ғәзиз кешеңде юғалтҡаның булдымы? Ғәҙәттә, ундай ауыр ваҡытта кешене бындай һорауҙар борсой: «Кеше үлгәс, уның менән нимә була? Беҙ үлгән яҡындарыбыҙ менән берәй ҡасан осраша алырбыҙмы?» Был һәм киләһе дәрестәрҙә беҙ Изге Яҙманан йыуаныс килтергән яуаптар табырбыҙ.

1. Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Ғайса үлемде тәрән йоҡо менән сағыштырған. Ни өсөн? Ҡаты йоҡлаған кеше тирә-яғында нимә булғанын һиҙмәй. Үлгән кеше тураһында ла шуны уҡ әйтеп була: ул ауыртыу ҙа тоймай, ғазап та сикмәй. «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйтелә Изге Яҙмала. (Вәғәзсе 9:5-те уҡы.)

2. Үлем тураһында дөрөҫөн белеү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

Күп кешеләр үлемдән дә, үлгәндәрҙән дә ҡурҡа. Әммә Изге Яҙмала үлем хаҡында яҙылғандар һеҙҙе тынысландыра ала. Ғайса: «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән (Яхъя 8:32). Ҡайһы бер диндәр, кеше үлгәс, уның үлемһеҙ йәне йәшәүен дауам итә, тип өйрәтә. Әммә Изге Яҙмала башҡаса яҙылған. Үлгән кеше ғазапланмай. Бынан тыш, үлгәндәр, бер нәмә лә белмәгәнгә күрә, беҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмай. Шуға күрә үлгәндәргә табыныуҙың, уларҙың күңелен табырға тырышыуҙың һәм улар өсөн доға ҡылыуҙың кәрәге юҡ.

Ҡайһы бер кешеләр: «Үлгәндәр менән һөйләшәбеҙ», — тип әйтә. Әммә был мөмкин түгел. Беҙ инде белгәнсә, үлгәндәр «бер нәмә лә белмәй». Үлгән яҡындарыбыҙ менән һөйләшәбеҙ, тип уйлаған кешеләр ысынында ендәр менән аралаша. Сөнки ендәр үҙҙәрен шул үлгән кешеләр итеп күрһәтә. Шулай итеп, үлем тураһында дөрөҫөн белеү беҙҙе ендәрҙән һаҡлай. Йәһүә ендәр менән аралашыу ниндәй зыян килтергәнен белә, шуға күрә беҙҙе үлгәндәр менән һөйләшеүҙән киҫәтә. (Ҡанун 18:10—12-не уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ҡайғыртыусан Алла үлгәндәрҙе язаламай икәненә инаныр өсөн, Изге Яҙмала үлем тураһында нимә әйтелгәнен бел.

3. Үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булғаны тураһында дөрөҫөн бел

Үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булғаны тураһында әйткәндә, төрлө халыҡтарҙа төрлө ышаныуҙар таралған. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла дөрөҫ була алмай.

  • Һин йәшәгән ерҙә кешеләр нимәгә ышана?

Изге Яҙманың нимәгә өйрәткәнен белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Вәғәзсе 3:20-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

  • Үлгәндән һуң, кешенең ниндәйҙер өлөшө йәшәүен дауам итәме?

Изге Яҙмала Ғайсаның яҡын дуҫы Лазарҙың үлеме тураһында әйтелә. Яхъя 11:11—14-те уҡы. Был өҙөктө уҡығанда, Ғайсаның Лазарҙың ниндәй хәлдә булғаны тураһында нимә әйткәненә иғтибар ит. Шунан яуап бир:

  • Ғайса үлемде нимә менән сағыштырған?

  • Был сағыштырыу үлгәндәр тураһында нимә аса?

  • Изге Яҙмала үлем тураһында яҙылғандар һиңә аҡыллы булып күренәме?

4. Үлем тураһында дөрөҫөн белеү беҙгә файҙа килтерә

Үлгәндән һуң кеше менән нимә булғанын белһәк, үлгәндәрҙән ҡурҡмаҫбыҙ. Вәғәзсе 9:10-ды уҡы һәм яуап бир:

  • Үлгәндәр беҙгә зыян килтерә аламы?

Изге Яҙма беҙҙе дини ялғандан яҡлай. Унда әйтелгәнсә, беҙ үлгәндәрҙең күңелен табырға тырышырға йә уларға табынырға тейеш түгел. Ишағыя 8:19 һәм Асылыш 4:11-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Һинеңсә, үлгәндәргә табынған йә уларҙан ярҙам эҙләгән кешеләргә Йәһүә нисек ҡарай?

Үлем тураһында дөрөҫөн белеү беҙҙе Йәһүәне хурлаған йолаларҙан азат итә

5. Үлем тураһындағы хәҡиҡәт беҙҙе йыуата

Күптәрҙе, кеше, үлгәс, ҡылған гонаһтары өсөн яза аласаҡ, тип өйрәткәндәр. Әммә үлгәндәрҙең һәм хатта элек бик насар эштәр ҡылып йөрөгән кешеләрҙең дә ғазапланмағанын белеү йыуата. Римдарға 6:7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙмала әйтелгәнсә, үлгән кешенең гонаһтары кисерелә. Шулай булғас, үлгән кеше элекке гонаһтары өсөн яза аламы?

Йәһүә үлгән кешеләрҙе язаларға бер ҡасан да рөхсәт итмәҫ ине. Йәһүәне яҡшыраҡ белгән һайын, һин быны тағы ла асығыраҡ күрерһең. Ҡанун 32:4 һәм 1 Яхъя 4:8-ҙе уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Шундай сифаттарға эйә булған Алла үлгән кешеләрҙең язаланыуын хуплай аламы?

  • Үлем тураһында дөрөҫөн белеү һине йыуатамы? Ни өсөн?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Үлгәндән һуң кеше менән нимә булғанын белеп булмай, сөнки унан әле бер кем дә ҡайтмаған».

  • Шулай тип әйткән кешегә Изге Яҙманан ниндәй аяттар күрһәтер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Үлгәс, кеше йәшәүҙән туҡтай. Үлгәндәр ғазапланмай һәм тереләргә зыян килтерә алмай.

Ҡабатлау

  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

  • Үлем тураһында дөрөҫөн белеү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

  • Үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булғанын белеү беҙҙе нисек йыуата?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙмала «йән» тигән һүҙ ысынында нимә аңлатҡанын бел.

«Нимә ул йән?» (интернет-мәҡәлә)

Алла яуыздарҙы тамуҡта язалаймы?

«Үлгәс, кешеләр тамуҡта ғазапланамы?» (3:07)

Үлем тураһында дөрөҫөн белеү бер ирҙе йыуатҡан. Шул хаҡта уҡып бел.

«Мине Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар ышандырҙы» («Күҙәтеү манараһы», 2015 йыл, 1 февраль)