Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ДӘРЕС

Беҙ үлгән яҡындарыбыҙ менән ҡабат осраша алабыҙ!

Беҙ үлгән яҡындарыбыҙ менән ҡабат осраша алабыҙ!

Үлем күңелебеҙҙе әрнетә һәм ҙур ҡайғы килтерә. Бына ни өсөн Изге Яҙмала үлем «дошман» тип атала (1 Коринфтарға 15:26). 27-се дәрестә беҙ Йәһүәнең был дошманды юҡ итәсәген белдек. Ә инде үлгән кешеләр менән нимә буласаҡ? Ошо дәрестән һин Йәһүәнең башҡа бер матур вәғәҙәһе тураһында күберәк белерһең. Йәһүә миллиардлаған үлгән кешегә мәңгелек тормош бүләк итәсәк. Ул уларҙы терелтәсәк! Әммә был вәғәҙәгә ышанып буламы? Терелтелгән кешеләр ҡайҙа йәшәйәсәк: күктәме, әллә ерҙәме?

1. Йәһүә үлгәндәр өсөн нимә эшләргә теләй?

Йәһүә үлгән кешеләрҙе йәшәүгә кире ҡайтарырға бик теләй. Әйүп исемле көслө иманлы кеше шуға ышанған: әгәр ул үлеп китһә, Алла уны һис тә онотмаясаҡ. «Һин саҡырырһың, һәм мин [ҡәберҙән] яуап бирермен», — тигән ул Аллаға. (Әйүп 14:13—15-те уҡы.)

2. Ни өсөн беҙ үлгәндәрҙең терелә алғанына ышана алабыҙ?

Ғайса ерҙә йәшәгәндә, Алла уға үлгәндәрҙе терелтергә көс биргән. Ғайса 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙы һәм бер тол ҡатындың улын терелткән (Марк 5:41, 42; Лука 7:12—15). Һуңыраҡ Ғайсаның дуҫы Лазарь үлеп киткән. Лазарь мәмерйәлә ерләнгәндән һуң инде дүрт көн үткән булһа ла, Ғайса уны йәшәүгә ҡайтарған. Ғайса Аллаға доға ҡылған һәм: «Лазарь, сыҡ!» — тип әйткән. Шунда Лазарь мәмерйәнән сыҡҡан. Эйе, ул терелгән! (Яхъя 11:43, 44). Уның ғаиләһенең һәм дуҫтарының ни тиклем ныҡ шатланғанын күҙ алдына ғына килтер!

3. Үлгән кешеләр өсөн ниндәй өмөт бар?

Изге Яҙмала, үлгән кешеләр «үленән тереләсәк», тип вәғәҙә ителә (Ғәмәлдәр 24:15). Ғайса терелткән кешеләр күккә китмәгән (Яхъя 3:13). Улар бында — ерҙә терелеп торғанына бик шат булған. Тиҙҙән Ғайса миллиардлаған үлгән кешене ерҙәге ожмахта мәңге йәшәр өсөн терелтәсәк. Ул әйткәнсә, «ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе» — Алланың хәтерендә булған бөтә үлгән кешеләр һәм хатта әллә ҡасан онотолған кешеләр ҙә тереләсәк (Яхъя 5:28, 29).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғайсаның үлгәндәрҙе терелтә алғанына һәм киләсәктә быны һис шикһеҙ эшләйәсәгенә дәлилдәр ҡарап сыҡ. Изге Яҙмалағы терелтеү тураһындағы вәғәҙә һиңә нисек йыуаныс һәм өмөт бирә алғанын бел.

4. Ғайса үлгәндәрҙе терелтә алғанын күрһәткән

Ғайсаның дуҫы Лазарь өсөн нимә эшләгәне тураһында күберәк бел. Яхъя 11:14, 38—44-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Лазарҙың ысынлап та үлгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (39-сы аятты ҡара.)

  • Нисек уйлайһың, әгәр Лазарь күккә киткән булһа, Ғайса уны кире ергә ҡайтарыр өсөн терелтер инеме?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

5. Иҫәпһеҙ күп кеше тереләсәк!

Зәбур 37:29-ҙы уҡы һәм яуап бир:

  • Миллиардлаған кеше ҡайҙа йәшәр өсөн тереләсәк?

Ғайса, Йәһүәгә табынған кешеләрҙән тыш, башҡа күп кешеләрҙе лә йәшәүгә ҡайтарасаҡ. Ғәмәлдәр 24:15-те уҡы һәм яуап бир:

  • Һин терелтелгәндәрҙең араһында кемде күрергә теләр инең?

Атай кешегә балаһын уятыуы ауыр булмаған кеүек, Ғайсаға ла үлгәндәрҙе терелтеүе һис тә ауыр булмаҫ

6. Терелеү тураһындағы вәғәҙә һиңә йыуаныс һәм өмөт бирә ала

Ғәзиз яҡындарын юғалтҡан күп кешеләр, Яирҙың ҡыҙы тураһындағы өҙөктө уҡып, йыуаныс тапҡан. Лука 8:40—42, 49—56-ны уҡып, ысынбарлыҡта булған осраҡ тураһында бел.

Яирҙың ҡыҙын терелтер алдынан, Ғайса Яирға: «Ҡурҡма, ышан ғына», — тип әйткән. (50-се аятты ҡара.) Терелтеүгә өмөт һиңә...

  • ғәзиз кешеңде юғалтҡанда, нисек ярҙам итә ала?

  • ғүмерең ҡурҡыныс аҫтында булғанда, нисек ярҙам итә ала?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Терелтеүгә өмөт нисек Фелиситиҙың ата-әсәһенә йыуаныс һәм көс бирә?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Терелтеү тураһында хәбәр әкиәткә оҡшаған».

  • Һин был хаҡта нимә уйлайһың?

  • Терелеүҙең буласағын аңлатыр өсөн, һин Изге Яҙманан ниндәй аятты күрһәтер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙмала, миллиардлаған үлгән кеше тереләсәк, тип вәғәҙә ителә. Йәһүә уларҙың ҡабат йәшәүен теләй, шуға күрә Ғайсаға үлгәндәрҙе терелтер өсөн көс биргән.

Ҡабатлау

  • Йәһүә менән Ғайсаны үлгәндәрҙе терелтергә нимә дәртләндерәсәк?

  • Терелтелгән миллиардлаған кеше ҡайҙа йәшәйәсәк: күктәме, әллә ерҙәме? Аңлатсы.

  • Терелеү буласағына һине нимә ышандыра?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Яҡынын юғалтып ҡайғырған кешегә нимә ярҙам итә ала?

«Ҡайғы кисереүселәргә ярҙам» («Уянығыҙ!», 2018 йыл, № 3)

Изге Яҙма ғәзиз кешеһен юғалтҡандарға ярҙам итә аламы?

«Яҡын кешең үлгәндә» (5:06)

Балаға яҡын кешеһенең үлемен кисереп сығырға нисек ярҙам итеп була?

«Йолом» (2:07)

Берәй кем күктәге тормошҡа терелерме? Кем терелмәйәсәк?

«Терелеү нимә ул?» (интернет-мәҡәлә)