Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

32-СЕ ДӘРЕС

Алла Батшалығы инде идара итә!

Алла Батшалығы инде идара итә!

Алла Батшалығы 1914 йылда күктә идара итә башлаған. Шул уҡ йылда кеше идараһының һуңғы көндәре башланған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙә, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе, шулай уҡ 1914 йылдан бирле кешеләрҙең һәм донъя хәленең нисек үҙгәргәнен ҡарап сығайыҡ.

1. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙән нимә белеп була?

Данил китабынан күренеүенсә, Алла Батшалығы «ете ваҡыт» тип аталған осорҙоң аҙағында идара итә башларға тейеш булған (Данил 4:16, 17). Бер нисә быуат үткәс, Ғайса был осорҙо «мәжүсиҙәр... ваҡыты» тип атаған. Ул шулай уҡ, был осор әле тамамланмаған, тип әйткән (Лука 21:24). Ошо дәрестән беҙ шул «ете ваҡыттың» 1914 йылда тамамланғанын күрербеҙ.

2. 1914 йылдан бирле донъя һәм кешеләр нисек үҙгәргән?

Ғайсаның шәкерттәре унан былай тип һораған: «Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер?» (Матфей 24:3). Яуап итеп Ғайса, күктә Алла Батшалығының Батшаһы булып идара итә башлағас, ерҙә ниндәй ваҡиғалар буласағын алдан әйткән. Мәҫәлән, ул һуғыштар, аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр буласағын пәйғәмбәрлек иткән. (Матфей 24:7-не уҡы.) Изге Яҙмала шулай уҡ, һуңғы көндәрҙә кешеләр насар яҡҡа үҙгәрер һәм шул арҡала тормош үтә ауыр булып китер, тип тә алдан әйтелгән булған (2 Тимофейға 3:1—5). Эйе, 1914 йылдан алып донъя һәм кешеләр бик ныҡ үҙгәргән.

3. Ни өсөн Алла Батшалығы идара итә башлағандан һуң донъя хәле насарланған?

Алла Батшалығының Батшаһы булып киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Ғайса күктә Шайтан менән ендәргә ҡаршы һуғыш башлаған. Шайтан был һуғышта еңелгән. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Шайтан... ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды» (Асылыш 12:9, 10, 12). Иблис бик ярһып йөрөй, сөнки үҙенең юҡ ителәсәген белә. Шуға күрә ул бөтә ер йөҙөндә кешеләргә ҡайғы һәм ғазап килтерә. Бына ни өсөн донъя хәле шул тиклем насар. Алла Батшалығы бөтә был проблемаларҙы юҡ итәсәк!

КҮБЕРӘК БЕЛ

Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына дәлилдәр ҡарап сыҡ. Был беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейешлеген бел.

4. Изге Яҙмалағы хронология 1914 йылға күрһәтә

Алла, боронғо Вавилон батшаһы Набуҡаднизарға пәйғәмбәри төш биреп, киләсәктә нимә булырын күрһәткән. Был төштән һәм Данилдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Набуҡаднизар күргән нәмәләр уның идараһына ла, Алла Батшалығына ла ҡағылған. (Данил 4:17-не уҡы.) a

Данил 4:20—26-ны уҡы һәм, таблицаны ҡулланып, ошо һорауҙарға яуап бир:

  • А. Набуҡаднизар батша төшөндә нимә күргән? (20-се һәм 21-се аяттарҙы ҡара.)

  • Б. Ағас менән нимә булырға тейеш булған? (23-сө аятты ҡара.)

  • В. «Ете ваҡыт» тигән осорҙоң аҙағында нимә булырға тейеш булған? (26-сы аятты ҡара.)

Ағас тураһындағы төш Алла Батшалығы менән нисек бәйле?

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК (Данил 4:20—36)

Идара

А. Ғәйәт ҙур ағас

Идара туҡтатылған

Б. «Ағасты киҫеп ташлағыҙ», һәм «ете ваҡыт үтһен»

Идара торғоҙолған

В. «Батшалығың яңынан үҙеңә ҡайтарыласаҡ»

Пәйғәмбәрлектең беренсе үтәлеше

  • Г. Ағас кемде аңлата? (22-се аятты ҡара.)

  • Ғ. Был батшаның идараһы нисек туҡтатылған? (Данил 4:29—33-тө уҡы.)

  • Д. «Ете ваҡыт» осороноң аҙағында Набуҡаднизар батша менән нимә булған? (Данил 4:34—36-ны уҡы.)

БЕРЕНСЕ ҮТӘЛЕШ

Идара

Г. Вавилон батшаһы Набуҡаднизар

Идара туҡтатылған

Ғ. Б. э. т. 606 йылдан һуң Набуҡаднизар аҡылдан яҙа һәм ете йыл дауамында идара итә алмай

Идара торғоҙолған

Д. Набуҡаднизар аҡылына ҡайта һәм ҡабат идара итә башлай

Пәйғәмбәрлектең икенсе үтәлеше

  • Ҙ. Ағас кемде аңлата? (1 Йылъяҙма 29:23-тө уҡы.)

  • Е. Был батшаларҙың идараһы нисек туҡтатылған? Ғайса ерҙә йәшәгән ваҡытта шул батшаларҙың идараһы торғоҙолмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Лука 21:24-те уҡы.)

  • Ж. Был идара ҡасан һәм ҡайҙа торғоҙолған?

ИКЕНСЕ ҮТӘЛЕШ

Идара

Ҙ. Алланың идараһы Израиль батшалары аша башҡарыла

Идара туҡтатылған

Е. Иерусалим емерелә. Израиль батшаларының идараһы 2 520 йылға туҡтатыла

Идара торғоҙолған

Ж. Ғайса күктә Алла Батшалығының Батшаһы булып идара итә башлай

«Ете ваҡыт» күпме дауам итә?

Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәре уның башҡа өлөштәрен аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Асылыш китабында әйтелгәнсә, өс ярым ваҡыт 1 260 йылға тиң (Асылыш 12:6, 14). Тимәк, ете ваҡыт (ике тапҡырға күберәк ваҡыт) 2 520 йылды аңлата. Ҡай саҡта Изге Яҙмала «көн» тигән һүҙ бер йылды аңлата (Йәзәкил 4:6). Был принцип Данил китабындағы ете ваҡыт хаҡындағы пәйғәмбәрлеккә лә ҡағыла. Шуға күрә «ете ваҡыт» 2 520 йылға тиң.

5. 1914 йылдан бирле донъя бик ныҡ үҙгәргән

Ғайса үҙенең Батша булып китеүенән һуң ерҙә ниндәй шарттар буласағын алдан әйткән. Лука 21:9—11-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Һин был ваҡиғаларҙың ҡайһыларын күргәнең йә ишеткәнең бар?

Илсе Павел һуңғы көндәрҙә кешеләрҙең ниндәй буласағы тураһында яҙған. 2 Тимофейға 3:1—5-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Һин бөгөн кешеләрҙең шундай сифаттар сағылдырғанын күрәһеңме? Аңлатсы.

6. Батшалыҡ инде идара итә. Эш итергә ваҡыт!

Матфей 24:3, 14-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ер йөҙөндә башҡарылған ниндәй мөһим эш Алла Батшалығының инде идара итеүен күрһәтә?

  • Һин был эштә нисек ҡатнаша алаһың?

Алла Батшалығы инде идара итә башлаған, һәм тиҙҙән бөтә ер шары уның хакимлығы аҫтында буласаҡ. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡы һәм яуап бир:

  • «Раббы көнөнөң яҡынлашыуын» күреп, беҙҙең һәр беребеҙ нимә эшләргә тейеш?

Башҡаларға ярҙам итә алған йә хатта уларҙың ғүмерен ҡотҡара алған берәй нәмә тураһында белеп ҡалһаң, нисек эш итерһең?

КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары 1914 йылды мөһим йыл тип һанай?»

  • Һин нимә тип яуап бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр һәм донъялағы шарттар Алла Батшалығының инде идара итеүен дәлилләй. Быға ышанғаныбыҙҙы күрһәтер өсөн, беҙ башҡаларға шул хаҡта һөйләйбеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөйбөҙ.

Ҡабатлау

  • Данил китабында пәйғәмбәрлек ителгән ете ваҡыт тамамланғас, нимә булған?

  • Ни өсөн беҙ Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына һис тә шикләнмәйбеҙ?

  • Алла Батшалығының инде идара иткәненә ышанғаныңды һин нисек күрһәтә алаһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Тарихсылар һәм башҡа кешеләр донъяның 1914 йылдан бирле нисек үҙгәргәне тураһында нимә әйткәнен бел.

«Әхлаҡи катастрофаның башы» («Уянығыҙ!», 2007 йыл, апрель)

Матфей 24:14-тә яҙылған пәйғәмбәрлек тураһында белгәндән һуң, бер ирҙең тормошо нисек үҙгәргән?

«Мин бейсболды үлеп ярата инем!» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, № 3)

 Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек Алла Батшалығына ҡағылғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

«Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (1-се өлөш)» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 октябрь)

Данил китабының 4-се бүлегендә телгә алынған «ете ваҡыт» 1914 йылда тамамланғаны нимәнән күренә?

«Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (2-се өлөш)» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 ноябрь)

a Ошо дәрестең «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкаһында килтерелгән  һуңғы ике мәҡәләне ҡара.