Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ДӘРЕС

Нисек яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә?

Нисек яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә?

Беҙҙең бөтәбеҙгә лә ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Уларҙың күбеһе тормошобоҙға һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға ҙур йоғонто яһарға мөмкин. Мәҫәлән, беҙгә ҡайҙа йәшәргә, ниндәй эш һайларға, никахҡа инергәме, юҡмы икәнен ҡарар итергә кәрәк. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә бәхетле булырбыҙ, Йәһүәне лә һөйөндөрөрбөҙ.

1. Изге Яҙма нисек һиңә яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

Берәй ҡарар ҡабул итер алдынан Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡыл һәм, уның был һорауға ҡағылышлы ҡарашын белер өсөн, Изге Яҙманы тикшер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:3—6-ны уҡы.) Ҡайһы бер һорауҙар тураһында әйткәндә, Йәһүә ап-асыҡ күрһәтмәләр бирә. Ундай күрһәтмәләргә буйһоноу һинең өсөн иң яҡшыһы булыр.

Әммә Изге Яҙмала һорауыңа ҡағылышлы асыҡ күрһәтмә булмаһа, нимә эшләргә? Йәһүә барыбер һине «һин барырға тейешле юлдан алып» барыр (Ишағыя 48:17). Нисек итеп? Принциптар ярҙамында. Изге Яҙмалағы принциптар — Алланың фекерен һәм хистәрен аңларға ярҙам иткән төп хәҡиҡәттәр. Изге Яҙманың берәй өҙөгөн уҡып, Алланың билдәле бер һорауға нисек ҡарағанын белеп була. Ә уның ҡарашын белгәс, беҙ уны ҡыуандырған ҡарар ҡабул итә алабыҙ.

2. Ҡарар ҡабул итер алдынан нимә тураһында уйланырға кәрәк?

Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ҡарар ҡабул иткәндә ашығырға ярамай. Тәүҙә үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был осраҡта Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы ҡулланып була? Ниндәй ҡарар миңә йән тыныслығы бирер? Минең ҡарарым башҡаларға нисек тәьҫир итер? Ә иң мөһиме, ул Йәһүәне һөйөндөрөрмө?» (Ҡанун 32:29).

Йәһүәнең беҙгә нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен әйтергә хаҡы бар. Уның ҡанундары һәм принциптары менән танышҡанда һәм улар буйынса тәүәккәл рәүештә йәшәргә тырышҡанда, беҙ үҙ выжданыбыҙҙы тәрбиәләйбеҙ. Выждан — ул яҡшылыҡты һәм яманлыҡты айырырға ярҙам иткән эске тойғо (Римдарға 2:14, 15). Выжданыбыҙ өйрәтелгән булһа, беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Изге Яҙмалағы принциптар һәм выжданыбыҙ ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сыҡ.

3. Изге Яҙмалағы принциптар йүнәлеш бирә

Ҡарар ҡабул иткәндә Изге Яҙмалағы принциптар дөрөҫ йүнәлеш бирә ала. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир.

  • Һайлау ирке нимә ул?

  • Ни өсөн Йәһүә Алла беҙгә һайлау ирке биргән?

  • Беҙ иң яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә алһын өсөн, Йәһүә беҙгә нимә биргән?

Миҫал итеп Изге Яҙмалағы бер принципты ҡарайыҡ. Ефестарға 5:15, 16-ны уҡы һәм һорауҙарға яуап бир. Ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланып, нисек...

  • Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға?

  • яҡшы тормош иптәше, яҡшы атай-әсәй, яҡшы ул йә ҡыҙ булып китергә?

  • йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә?

4. Выжданыңды тәрбиәлә

Изге Яҙмала берәй һорауға ҡағылышлы асыҡ күрһәтмә булғанда дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе еңел булырға мөмкин. Әммә ундай күрһәтмә булмаһа, ни эшләргә? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Үҙ выжданын тәрбиәләр өсөн һәм Йәһүәне ҡыуандырған ҡарар ҡабул итер өсөн, апай-ҡәрҙәш ниндәй аҙымдар яһаған?

Ни өсөн беҙ башҡаларҙы беҙҙең урынға ҡарарҙар ҡабул итергә һорарға тейеш түгел? Еврейҙарға 5:14-те уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:

  • Беҙҙең урынға башҡалар ҡарар ҡабул итһә, беҙ нимәгә бер ҡасан да өйрәнә алмаҫбыҙ?

  • Выжданыбыҙҙы тәрбиәләргә һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер?

Выжданыбыҙ навигатор һымаҡ — тормошобоҙҙа ҡайһы яҡҡа барырға икәнен хәл итергә ярҙам итә

5. Башҡаларҙың выжданын хөрмәт ит

Төрлө кешеләр төрлө ҡарарҙар ҡабул итә. Беҙ башҡаларҙың выжданын нисек хөрмәт итә алабыҙ? Ике хәлде ҡарап сығайыҡ:

1-се хәл. Косметика ҡулланырға яратҡан апай-ҡәрҙәш яңы йыйылышҡа күсә, ә ундағы апай-ҡәрҙәштәрҙең күбеһе ныҡ биҙәнеүҙе яратмай.

Римдарға 15:1 һәм 1 Коринфтарға 10:23, 24-те уҡы, шунан һуң һорауҙарға яуап бир:

  • Ошо аяттарға нигеҙләнеп, апай-ҡәрҙәш ниндәй ҡарар ҡабул итә алыр ине? Әйтәйек, һинең выжданың нимәлер эшләргә рөхсәт итә, ә башҡа кешенең выжданы шул уҡ эште эшләргә рөхсәт итмәй, ти. Шул саҡта һин нимә эшләрһең?

2-се хәл. Ағай-ҡәрҙәш шуны белә: Изге Яҙма иҫерткес эсемлектәрҙе самаһын белеп эсеүҙе хөкөм итмәй. Әммә ул бөтөнләй эсмәҫкә хәл итә. Ҡунаҡҡа барғанда, ул башҡа ҡәрҙәштәрҙең иҫерткес эсемлектәр эсеүен күрә.

Вәғәзсе 7:16 һәм Римдарға 14:1, 10-ды уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ошо аяттарға нигеҙләнеп, ағай-ҡәрҙәш ниндәй ҡарар ҡабул итә алыр ине? Әйтәйек, берәй кеше һинең выжданың рөхсәт итмәгәнде эшләй, ти. Быны күргәс, һин нимә эшләрһең?

 Нисек яҡшы ҡарар ҡабул итергә?

1. Нисек эш итергә тип, Йәһүәнән ярҙам һора (Яҡуб 1:5).

2. Изге Яҙманан һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәттән һинең осрағыңа тура килгән принциптарҙы табыр өсөн, тикшеренеү үткәр. Шулай уҡ тәжрибәле мәсихселәр менән кәңәшләшеп була.

3. Эҙемтәләр тураһында уйлан: ҡабул иткән ҡарарың үҙеңдең выжданыңа һәм башҡаларҙың выжданына нисек тәьҫир итер?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Нимә теләйем, шуны эшләйем. Башҡаларҙың нимә уйлағаны мөһим түгел».

  • Ни өсөн Алланың һәм башҡа кешеләрҙең хистәрен иҫәпкә алырға кәрәк?

ТӨП ФЕКЕР

Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, Алланың ҡарашын белеү мөһим, шулай уҡ эштәребеҙ башҡаларға нисек тәьҫир итәсәге тураһында уйланырға кәрәк.

Ҡабатлау

  • Аллаға оҡшаған ҡарарҙарҙы нисек ҡабул итергә?

  • Үҙ выжданыңды нисек тәрбиәләргә?

  • Башҡаларҙың выжданын ихтирам иткәнеңде һин нисек күрһәтә алаһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Алла менән дуҫлыҡты нығыта алған ҡарарҙарҙы нисек ҡабул итергә?

«Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 15 апрель)

Йәһүәнең беҙҙе нисек йүнәлткәнен бел.

«Йәһүә үҙ халҡын етәкләй» (9:50)

Бер йәш кешегә ауыр ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам иткәнен ҡара.

«Йәһүә барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс бирә» (5:46)

Изге Яҙмала берәй һорауға ҡағылышлы асыҡ күрһәтмә булмаһа, нимә эшләргә? Йәһүә хуплаған ҡарарҙы нисек ҡабул итергә икәнен бел.

«Һиңә һәр бер осраҡта Изге Яҙманан конкрет ҡанун кәрәкме?» («Күҙәтеү манараһы», 2003 йыл, 1 декабрь)