Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

37-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙмала эш һәм аҡса тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала эш һәм аҡса тураһында нимә әйтелә?

Һин ҡасан да булһа эш йәки аҡса тураһында борсолғаның бармы? Ҡайһы саҡта беҙгә аҡса эшләү ҙә, шул уҡ ваҡытта Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу ҙа ауыр булырға мөмкин. Изге Яҙмалағы кәңәштәр беҙгә был яҡтан ярҙам итә ала.

1. Изге Яҙмала эш тураһында нимә әйтелә?

Йәһүә эштең беҙгә ҡәнәғәтлек килтереүен теләй. Изге Яҙмала: «Кеше өсөн... тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ», — тип әйтелә (Вәғәзсе 2:24). Йәһүә арымай-талмай тырышып эшләй. Әгәр ҙә беҙ унан өлгө алып тырышып эшләһәк, эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек тә алырбыҙ, уның йөрәген дә һөйөндөрөрбөҙ.

Эш — мөһим нәмә, әммә ул Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙан мөһимерәк булып китергә тейеш түгел (Яхъя 6:27). Алланы беренсе урынға ҡуйһаҡ, ул беҙгә тормош өсөн кәрәк булғандың барыһын бирергә вәғәҙә итә.

2. Аҡсаға дөрөҫ ҡараш үҙ эсенә нимәне ала?

Изге Яҙмала: «Аҡса... яҡлау бирә», — тиелә, әммә унда, аҡса беҙҙе бәхетле итә алмай, тип тә әйтелә (Вәғәзсе 7:12). Шуға күрә ул беҙҙе аҡсаны яратыуҙан киҫәтә һәм «бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ» тип өндәй. (Еврейҙарға 13:5-те уҡы.) Булғанына ҡәнәғәт булһаҡ, шул кәрәк, был кәрәк, тип ҡайғырып ултырмаҫбыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ кәрәкмәгән борсолоуҙарҙан һәм бурыстарҙан азат булырбыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:7). Шулай уҡ үҙебеҙҙе ҡомарлы уйындар һәм анһат ҡына аҡса эшләү ысулдары менән бәйле ҡурҡыныстарҙан яҡларбыҙ.

3. Аҡсаны башҡаларға ярҙам итер өсөн нисек ҡулланырға?

Йәһүә — ул йомарт Алла. Йомарт булып һәм үҙебеҙҙә «булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер тор[оп]», беҙ унан өлгө алабыҙ (1 Тимофейға 6:18). Беҙ аҡсабыҙҙы йыйылышҡа булышлыҡ итер өсөн һәм мохтаждарға, айырыуса ҡәрҙәштәребеҙгә, ярҙам итер өсөн ҡуллана алабыҙ. Йәһүә өсөн күпме биргәнебеҙ түгел, ә быны ниндәй теләк менән эшләгәнебеҙ мөһим. Йомарт булһаҡ һәм ысын күңелдән бирһәк, беҙ бәхетле булырбыҙ һәм Йәһүәне һөйөндөрөрбөҙ. (Ғәмәлдәр 20:35-те уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡлау һәм булғанына ҡәнәғәт булыу ниндәй файҙа килтергәнен бел.

4. Эшең Йәһүәгә дан килтерһен

Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ эшкә ҡарата ҡарашыбыҙға тәьҫир итергә тейеш. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Джейсондың эшкә ҡарашы һәм эштәге тәртибе һиңә нимәһе менән оҡшаны?

  • Тормошонда эше тейешле урында булһын өсөн, ул нимә эшләне?

Колосстарға 3:23, 24-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн тырышып эшләү мөһим?

Эш — мөһим нәмә, әммә ул бер ҡасан да Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙан мөһимерәк булып китергә тейеш түгел

5. Булғанына ҡәнәғәт булыу — беҙҙең өсөн яҡлау

Күптәр мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләргә тырыша. Әммә Изге Яҙма бөтөнләй башҡаса эш итергә өндәй. 1 Тимофейға 6:6—8-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Изге Яҙма беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

Бай булмаһаҡ та, беҙ бәхетле була алабыҙ. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Ярлылыҡҡа ҡарамаҫтан, ни өсөн был ғаиләләр бәхетле?

Етеш йәшәп тә булғанына ҡәнәғәт булмаһаҡ, нимә эшләргә? Ғайса, бер хикәйә һөйләп, ундай ҡараштың нимәһе менән ҡурҡыныс булғанын аңлатҡан. Лука 12:15—21-ҙе уҡы һәм яуап бир:

Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22 һәм 1 Тимофейға 6:10-ды уҡы һәм сағыштыр. Шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Һинеңсә, нимә мөһимерәк: Йәһүә менән дуҫлыҡмы йәиһә күп аҡсамы? Ни өсөн?

  • Аҡса артынан ҡыуыу ниндәй ауырлыҡтар тыуҙыра?

6. Йәһүә ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыр

Эш һәм аҡса менән бәйле проблемалар иманыбыҙҙы һынарға мөмкин. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, шундай иман һынауҙарын нисек еңеп сығып булғанын бел. Шунан һорауҙарға яуап бир.

  • Ағай-ҡәрҙәш ниндәй ауырлыҡтар менән осрашты?

  • Ауырлыҡтарҙы йырып сығыр өсөн ул нимә эшләне?

Матфей 6:25—34-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Йәһүә уны беренсе урынға ҡуйған кешеләргә нимә вәғәҙә итә?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ғаиләмде тәьмин итер өсөн миңә күп эшләргә тура килә. Аҙна һайын йыйылышҡа йөрөргә ваҡытым юҡ».

  • Йәһүәне беренсе урынға ҡуйыу иң яҡшыһы икәненә һине ниндәй аяттар ышандыра?

ТӨП ФЕКЕР

Эш тә, аҡса ла йәшәү өсөн кәрәк, әммә улар Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауларға тейеш түгел.

Ҡабатлау

  • Эшкә аҡыллы ҡараш һаҡларға һиңә нимә ярҙам итер?

  • Булғанына ҡәнәғәт булыу ниндәй файҙа килтерә?

  • Йәһүәнең үҙ халҡы хаҡында ҡайғыртасағына ышанғаныңды һин нисек күрһәтә алаһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙма аҡсаны яуызлыҡ итеп һүрәтләйме икәнен ҡарап сыҡ.

«Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?» (интернет-мәҡәлә)

Алланы һөйөндөрөр өсөн, аҡсаны нисек дөрөҫ ҡулланырға икәнен бел.

«Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

Ҡомарлы уйындар — зыянһыҙ күңел асыу ғынамы?

«Изге Яҙманың ҡарашы. Ҡомарлы уйындар» («Уянығыҙ!», 2015 йыл, март)

Ҡомарлы уйындар уйнаған һәм мутлашҡан кешене тормошон үҙгәртергә нимә дәртләндергән икәнен бел.

«Мин ат сабыштарын бик ярата инем» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 ноябрь)