Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ДӘРЕС

Алла таҙа булыуыбыҙҙы теләй

Алла таҙа булыуыбыҙҙы теләй

Күҙ алдына килтер: әсә кеше үҙ улын мәктәпкә әҙерләй. Ул уның йыуынғанмы, өҫ-башы таҙа һәм бөхтәме икәнен тикшерә. Бала таҙа булһа, һаулығы ла яҡшы була, ата-әсәһенә лә һүҙ теймәй. Шуның шикелле, ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүә лә физик һәм әхлаҡи яҡтан таҙа булыуыбыҙҙы теләй. Таҙа булыу үҙебеҙгә лә файҙа килтерә, Аллабыҙҙы ла данлай.

1. Физик яҡтан нисек таҙа булырға?

Йәһүә беҙгә: «Изге булығыҙ», — тип әйтә (1 Петр 1:16). Изге булыу физик һәм әхлаҡи таҙалыҡ менән бәйле. Физик таҙалыҡ һаҡлар өсөн, беҙгә йыуынып торорға, шулай уҡ кейемебеҙҙе, йортобоҙҙо һәм машинабыҙҙы таҙа килеш тоторға кәрәк. Беҙ шулай уҡ Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ярҙам итә алабыҙ. Физик таҙалыҡ һаҡлап, беҙ Йәһүәне данлайбыҙ (2 Коринфтарға 6:3, 4).

2. Таҙа булыр өсөн ниндәй ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк?

Изге Яҙмала: «Тән менән рухты нәжесләй торған һәр нәмәнән үҙебеҙҙе сафландырайыҡ», — тип әйтелә (2 Коринфтарға 7:1, ЯДТ). Шуға күрә беҙгә тәнебеҙҙе һәм аҡылыбыҙҙы бысрата алған һәр нәмәнән ҡасырға кәрәк. Уйҙарыбыҙ ҙа Йәһүәне ҡыуандырырға тейеш. Шунлыҡтан, дөрөҫ булмаған уйҙар менән көрәшер өсөн, беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ (Зәбур 104:34). Ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан һүҙ ҙә таҙа һәм яғымлы булырға тейеш. (Колосстарға 3:8-ҙе уҡы.)

Беҙҙе әхлаҡи һәм физик яҡтан тағы нимә бысрата ала? Тәнебеҙҙе ҡайһы бер матдәләр бысрата ала. Шуға күрә беҙ, мәҫәлән, тәмәке, кальян тартмайбыҙ, насвай һәм наркотиктар ҡулланмайбыҙ. Шулай эшләп, беҙ һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртабыҙ һәм тормош бүләгенә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ, мастурбация һәм порнография ҡарау кеүек әшәке ғәҙәттәр менән көрәшеп, беҙ әхлаҡи яҡтан саф булырға тырышабыҙ (Зәбур 119:37; Ефестарға 5:5). Ундай ғәҙәттәрҙе ташлау еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ булдырырбыҙ. (Ишағыя 41:13-тө уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Физик таҙалыҡ Йәһүәне нисек данлағанын һәм алама ғәҙәттәрҙән нисек ҡотолоп булғанын бел.

3. Таҙа булһаҡ, Йәһүәне данлайбыҙ

Йәһүәнең боронғо Израилгә биргән әмерҙәренән уның таҙалыҡҡа нисек ҡарағанын белеп була. Сығыш 19:10 һәм 30:17—19-ҙы уҡы һәм яуап бир:

  • Ошо аяттар буйынса, Йәһүә физик таҙалыҡҡа нисек ҡарай?

  • Ниндәй яҡшы ғәҙәттәр һиңә физик таҙалыҡ һаҡларға ярҙам итер?

Таҙалыҡ һаҡлау ваҡыт һәм тырышлыҡтар талап итә. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, матди хәлебеҙ ниндәй генә булһа ла, таҙалыҡ һаҡлау һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Вәғәзгә барғанда, тышҡы ҡиәфәтебеҙ һәм әйберҙәребеҙ ни өсөн таҙа һәм бөхтә булырға тейеш? Кешеләр беҙгә ҡарап Йәһүә тураһында нимә уйлар?

4. Насар ғәҙәттәрҙе нисек еңергә?

Йәһүә беҙгә һәр төрлө алама ғәҙәтте еңергә ярҙам итә ала

Әгәр һин тәмәке тартһаң йә наркотик ҡулланһаң, моғайын, был ғәҙәтте ташлау ни тиклем ауыр икәнен беләһеңдер. Һиңә нимә ярҙам итә ала? Был ғәҙәт һиңә ниндәй зыян килтергәне тураһында уйлан. Матфей 22:37—39-ҙы уҡы һәм яуап бир. Тәмәке тартыу һәм наркотиктар ҡулланыу нисек...

  • Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға тәьҫир итә?

  • ғаиләбеҙгә һәм тирә-яғыбыҙҙағы кешеләргә тәьҫир итә?

Насар ғәҙәтте еңер өсөн план төҙө a. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Филиптарға 4:13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Гел дә доға ҡылып тороу, Изге Яҙманы өйрәнеү һәм осрашыуҙарға йөрөү кешегә насар ғәҙәттәрен еңергә нисек көс өҫтәй ала?

5. Әҙәпһеҙ уйҙар һәм әшәке ғәҙәттәр менән көрәш

Колосстарға 3:5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә порнография ҡарауҙы, секстинг һәм мастурбацияны әшәке нәмә тип һанағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Йәһүә беҙҙең әхлаҡи яҡтан таҙа булыуыбыҙҙы көтә. Һинеңсә, был аҡыллымы? Ни өсөн?

Әҙәпһеҙ уйҙар менән нисек көрәшергә? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Әхлаҡи яҡтан таҙа булып ҡалыр өсөн, беҙгә тәүәккәллек менән эш итергә кәрәк. Ғайса пәйғәмбәр быға ҡағылышлы бер миҫал килтергән. Матфей 5:29, 30-ҙы уҡы һәм яуап бир:

  • Ғайса беҙҙең үҙебеҙгә зыян килтереүебеҙҙе теләмәгән. Ул тәүәккәллек менән эш итергә кәрәклеге тураһында әйткән. Әҙәпһеҙ уйҙарҙан ҡасыр өсөн ҡыйыу рәүештә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк? b

Әҙәпһеҙ уйҙар менән көрәшһәң, Йәһүә һинең тырышлыҡтарыңды ҡәҙерләгәнен онотма. Зәбур 103:13, 14-те уҡы һәм яуап бир:

  • Берәй әшәке ғәҙәт менән көрәшһәң, ошо аяттар һиңә бирешмәҫкә нисек ярҙам итер?

Абыныу еңелеүҙе аңлатмай әле!

Берәй алама ғәҙәт менән көрәшкәндә абынып китһәң: «Ҡулымдан килмәй инде. Булдыра алманым», — тип уйлап ҡуйырға мөмкинһең. Ләкин ошо хаҡта уйлап ҡара: йүгереүсе эләгеп йығылһа, был уның еңелгәнен йә ярышты яңынан башларға кәрәклеген аңлатмай әле. Шуның шикелле, әшәке ғәҙәт менән көрәшкәндә абыныу еңелеү түгел әле. Был шулай уҡ инде ирешкән уңыштарыңды ла юҡҡа сығармай. Абыныу алама ғәҙәттәрҙән арыныу юлының бер өлөшө булып тора. Бирешмә! Йәһүәнең ярҙамы менән һин булдырырһың!

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Нимә генә эшләһәм дә, мин был ғәҙәтте барыбер ташлай алмайым».

  • Йәһүәнең ярҙамы менән алама ғәҙәтте ташлап булғанын аңлатыр өсөн, һин кешегә ниндәй аяттар күрһәтер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Тәнебеҙ, уйҙарыбыҙ һәм ғәҙәттәребеҙ таҙа булһа, беҙ Йәһүәне һөйөндөрәбеҙ.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн таҙа булыу шул тиклем мөһим?

  • Һин физик таҙалыҡты нисек һаҡлай алаһың?

  • Уйҙарың һәм ғәҙәттәрең таҙа булһын өсөн, һин нимә эшләй алаһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Аҡсаң әҙ булһа ла, ниндәй ябай кәңәштәр һиңә таҙалыҡ һаҡларға ярҙам итер?

«Сәләмәтлек һәм гигиена. Ҡул йыуыу» (3:01)

Тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам иткән файҙалы кәңәштәр.

«Тәмәке тартыуҙы нисек ташларға?» («Уянығыҙ!», 2010 йыл, май)

Бер ир кеше порнография ҡарау ғәҙәтен нисек еңгәнен уҡып бел.

«Үҙемде еңгәнсе, күп көрәштем» («Күҙәтеү манараһы», 2016 йыл, № 4)

a Ошо дәрестең «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән өлөшөндә «Тәмәке тартыуҙы нисек ташларға?» тигән темаға мәҡәләләр килтерелә. Унда тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәр табып була.

b Мастурбация ғәҙәтен еңер өсөн «Мастурбация ғәҙәтен нисек еңергә?» тигән мәҡәләне ҡара («Һинең һорауҙарыңа яуаптар», 1-се том, 25-се бүлек).