Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ДӘРЕС

Нейтралитет һаҡлау нимәне аңлата?

Нейтралитет һаҡлау нимәне аңлата?

Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Һеҙ был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 15:19). Ғайсаның һүҙҙәре, мәсихселәр нейтралитет һаҡларға тейеш, тигәнде аңлата. Беҙ һуғыштарҙа һәм сәйәсәттә бер яҡты ла яҡламайбыҙ. Нейтралитет һаҡлау еңел түгел, сөнки бының арҡаһында башҡалар беҙгә нәфрәтләнергә һәм беҙҙе мыҫҡылларға мөмкин. Беҙ нисек нейтралитет һаҡлап Йәһүә Аллаға тулыһынса тоғро булып ҡала алабыҙ?

1. Мәсихселәр кеше хөкүмәттәренә нисек ҡарай?

Мәсихселәр хөкүмәттәрҙе хөрмәт итә. Беҙ, Ғайса өйрәткәнсә, «ҡайсарҙыҡын ҡайсарға» бирәбеҙ, йәғни үҙебеҙ йәшәгән илдең закондарына буйһонабыҙ, мәҫәлән, һалым түләйбеҙ (Марк 12:17). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кеше хөкүмәттәре Йәһүә уларға рөхсәт иткәнгә генә идара итә (Римдарға 13:1). Тимәк, уларҙың хакимлығы сикле. Беҙ, кешелектең бөтә проблемаларын тик Алла һәм уның күктәге Батшалығы ғына хәл итәсәк, тип ышанабыҙ.

2. Беҙ нейтралитет һаҡлауыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

Ғайса кеүек, беҙ ҙә сәйәсәттә ҡатнашмайбыҙ. Халыҡ, Ғайса ҡылған мөғжизәләрҙе күреп, уны үҙҙәренең батшаһы итеп ҡуйырға теләгән, ләкин ул быға юл ҡуймаған (Яхъя 6:15). Ни өсөн? Һуңыраҡ ул: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип аңлатҡан (Яхъя 18:36). Беҙ — Ғайсаның шәкерттәре, шуға күрә һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ. (Миҡай 4:3-тө уҡы.) Беҙ милли символдарҙы, мәҫәлән, байраҡты хөрмәт итәбеҙ, ләкин уларға табынмайбыҙ (1 Яхъя 5:21). Бынан тыш, беҙ ниндәй ҙә булһа сәйәси партияны йә кандидатты яҡламайбыҙ һәм уларға ҡаршы ла сыҡмайбыҙ. Шулай итеп беҙ Алланың хөкүмәтенә — уның Батшалығына — тулыһынса тоғро булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Нейтралитет һаҡлау еңел булмаған осраҡтарҙы ҡарап сыҡ һәм Йәһүә хуплаған ҡарарҙарҙы нисек ҡабул итергә икәнен бел.

3. Мәсихселәр нейтралитет һаҡлай

Был яҡтан Ғайса һәм беренсе мәсихселәр беҙгә өлгө булып тора. Римдарға 13:1, 5—7 һәм 1 Петр 2:13, 14-те уҡы. Шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн беҙгә кеше хөкүмәттәрен хөрмәт итергә кәрәк?

  • Уларға буйһоноуыбыҙ нимәнән күренә?

Һуғыш ваҡытында ҡайһы бер илдәр үҙен нейтраль тип иғлан итә. Әммә шул уҡ ваҡытта һуғышҡан ике яҡҡа ла булышлыҡ итә. Был ысын нейтралитетмы? Яхъя 17:16-ны уҡы. Шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Нейтраль булыу нимәне аңлата?

Хөкүмәттең талаптары Алла ҡанунына ҡаршы килһә, үҙебеҙҙе нисек тоторға? Ғәмәлдәр 5:28, 29-ҙы уҡы. Шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Хөкүмәттең талаптары Алла ҡанунына ҡаршы килһә, беҙ кемгә буйһонорға тейеш?

  • Мәсихсе ниндәй осраҡтарҙа кеше хөкүмәттәренә буйһонмаясаҡ?

4. Уйҙарҙа һәм эштәрҙә нейтраль булыу

1 Яхъя 5:21-ҙе уҡы. Шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Айенге сәйәси партияға инмәҫкә һәм байраҡты ҙурлау кеүек милләтсел сараларҙа ҡатнашмаҫҡа булған?

  • Нисек уйлайһың, ул дөрөҫ эшләгәнме?

Тағы ниндәй осраҡтарҙа нейтралитетыбыҙ һыналырға мөмкин? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн халыҡ-ара спорт ярыштарын ҡарағанда, беҙгә нейтраль булып ҡалырға кәрәк?

  • Әгәр сәйәсмәндәрҙең ҡарарҙары шәхсән беҙгә ҡағылһа, нисек нейтралитет һаҡларға?

  • Киң мәғлүмәт саралары һәм үҙебеҙ аралашҡан кешеләр нейтралитет һаҡлауыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

Ниндәй осраҡтарҙа мәсихсе уйҙарҙа һәм эштәрҙә нейтралитет һаҡларға тейеш?

КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ни өсөн һеҙ байраҡҡа честь бирмәйһегеҙ һәм гимн йырламайһығыҙ?»

  • Һин нисек яуап бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Мәсихселәр уйҙарында, һүҙҙәрендә һәм эштәрендә нейтраль булып ҡалыр өсөн күп тырышлыҡ һала.

Ҡабатлау

  • Дәүләт алдында беҙҙең ниндәй бурыстарыбыҙ бар?

  • Ни өсөн беҙ сәйәси һорауҙарҙа нейтраль булып ҡалабыҙ?

  • Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә нейтралитет һаҡлау ауыр булырға мөмкин?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Нейтралитет һаҡлар өсөн, беҙгә ниндәй ҡорбандарға барырға тура килеүе ихтимал?

«Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырманы» (3:14)

Ғаиләләр нейтралитет һынала торған осраҡтарға нисек алдан уҡ әҙерләнә ала?

«Нейтралитет һаҡларға әҙер бул» (4:25)

Тыуған илде яҡлауҙан да изгерәк бурыс бармы?

«Алланың ҡулынан килмәгән бер нәмә лә юҡ» (5:19)

Эш һайлағанда, «һеҙ был донъяныҡы түгел» тигән принципты нисек иҫәпкә алырға?

«Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» («Күҙәтеү манараһы», 2006 йыл, 15 март)