Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ДӘРЕС

Ни өсөн тормошто Аллаға бағышларға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк?

Ни өсөн тормошто Аллаға бағышларға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк?

Тормошоңдо Йәһүәгә бағышлау — ул шәхси доғала бирелгән вәғәҙә. Кеше тик Йәһүәгә генә табынырға һәм уның ихтыярын беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә итә (Зәбур 40:8). Киләһе аҙым — һыуға сумдырылыу. Һыуға сумдырылып, һин башҡаларға тормошоңдо Йәһүәгә бағышлағаныңды күрһәтәһең. Үҙеңде Йәһүәгә бағышлау — ғүмереңдә иң мөһим ҡарар. Тормошоңдо тулыһынса үҙгәртә алған ундай етди ҡарар ҡабул итергә һине нимә дәртләндерергә тейеш?

1. Кешене тормошон Аллаға бағышларға нимә дәртләндерә?

Тормошобоҙҙо Йәһүәгә бағышларға яратыу дәртләндерә (1 Яхъя 4:10, 19). Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат», — тип яҙылған (Марк 12:30). Аллаға ҡарата яратыу һүҙҙәр менән генә түгел, эштәр менән дә күрһәтелә. Мәҫәлән, ир менән ҡатын бер-береһен ысынлап та ярата икән, улар өйләнешә. Шуның шикелле, әгәр Йәһүәне ысынлап та яратһаҡ, беҙ, тормошобоҙҙо уға бағышлап, һыуға сумдырылабыҙ.

2. Йәһүә һыуға сумдырылған хеҙмәтселәре өсөн ниндәй фатихалар әҙерләгән?

Һыуға сумдырылғандан һуң, һин Йәһүәнең ҙур, татыу ғаиләһенең өлөшө булып китерһең. Шулай уҡ уның наҙлы яратыуын тойорһоң, уға тағы ла яҡыныраҡ булып китерһең. (Малахи 3:16—18-ҙе уҡы.) Һинең күктәге Атаң ғына түгел, ә бөтә донъя буйлап йәшәгән, Йәһүәне һәм һине яратҡан бик күп ҡәрҙәштәрең дә булыр. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡы.) Әлбиттә, һыуға сумдырылыр алдынан һиңә билдәле бер аҙымдар яһарға: Йәһүәне яҡшыраҡ белергә, уны яратырға һәм Улына иман үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ Йәһүәгә үҙ тормошоңдо бағышларға кәрәк. Ошо аҙымдарҙы яһап һыуға сумдырылһаң, һин мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырһың. Изге Яҙмала: «Һыуға сумдырылыу йолаһы аша... ҡотҡарылырһығыҙ», — тип әйтелә (1 Петр 3:21).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Тормошоңдо Йәһүәгә бағышлау һәм һыуға сумдырылыу ни өсөн мөһим икәнен бел.

3. Һәр беребеҙ кемгә хеҙмәт итәсәген һайларға тейеш

Боронғо Израилдә ҡайһы бер кешеләр, бер юлы Йәһүәгә лә, ялған илаһ Ваалға ла табынып була, тип уйлаған. Әммә Йәһүә, уларҙың дөрөҫ булмаған уйҙарын төҙәтер өсөн, Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәргән. 1 Батшалар 18:21-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Израилдәргә ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған?

Беҙ ҙә, израилдәр кеүек, кемгә хеҙмәт итәсәгебеҙҙе һайларға тейешбеҙ. Лука 16:13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн беҙ бер юлы Йәһүәгә лә һәм берәй кемгә йә берәй нәмәгә лә табына алмайбыҙ?

  • Беҙ Йәһүәгә уны һайлағаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

4. Йәһүәнең һине ни тиклем яратҡаны тураһында уйлан

Йәһүә беҙгә күп ҡиммәтле бүләктәр биргән. Ә беҙ уға нимә бирә алабыҙ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Йәһүә һиңә үҙ яратыуын нисек күрһәткән? Зәбур 104:14, 15 һәм 1 Яхъя 4:9, 10-ды уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:

  • Йәһүәнең ниндәй бүләктәре өсөн һин айырыуса рәхмәтлеһең?

  • Йәһүәнең шул бүләктәре тураһында уйланыу һиндә ниндәй хистәр уята?

Берәйһенән үҙебеҙгә бик оҡшаған һәм күңелебеҙгә ятҡан бүләк алһаҡ, шул кешегә рәхмәттәребеҙҙе белдергебеҙ килә. Ҡанун 16:17-не уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүәнең һиңә күпме яҡшылыҡ эшләгәне хаҡында уйланғанда, был һине уның өсөн нимә эшләргә дәртләндерә?

5. Тормошто Йәһүәгә бағышлау күп фатихалар килтерә

Күптәр, дан, яҡшы карьера һәм аҡса кешене бәхетле итә, тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.

  • Был ир-ат футболды ныҡ яратһа ла, ни өсөн футбол карьераһын ҡалдырған?

  • Нисек уйлайһың, ул, үҙ тормошон футболға түгел, ә Йәһүәгә бағышлап, дөрөҫ эш иткәнме? Аңлат.

Мәсихсе булып китер алдынан Павел уңышлы карьера төҙөгән. Ул күренекле ҡанун белгесенән йәһүдтәрҙең ҡанунын өйрәнгән. Әммә мәсихсе булып китер өсөн, ул барыһынан да баш тартырға ҡарар иткән. Һуңынан ул быға үкенгәнме? Филиптарға 3:8-ҙе уҡы (ЯДТ) һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Павел мәсихсе булып киткәнгә тиклем эшләгән бар эштәрен «сүп-сар» тип һанаған?

  • Баш тартҡан нәмәләре урынына ул нимәгә эйә булған?

  • Һинеңсә, нимә яҡшыраҡ: Йәһүәгә хеҙмәт итеүме, әллә башҡа маҡсаттарға ынтылыумы?

Мәсихсе булып китер өсөн, Павел күп нәмәләрҙән баш тартҡан. Әммә ул күпкә күберәк нәмәләргә эйә булған

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Тормошоңдо Аллаға бағышлап уға хеҙмәт итеү мотлаҡ түгел».

  • Һинеңсә, ни өсөн тормошто Йәһүәгә бағышлау — иң дөрөҫ ҡарар?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәне яратыу уға үҙ тормошобоҙҙо бағышларға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндерә.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә уны бөтә йөрәктән яратыуыбыҙға һәм уға ғына табыныуыбыҙға лайыҡ?

  • Йәһүә һыуға сумдырылған хеҙмәтселәрен нисек фатихалай?

  • Һин тормошоңдо Йәһүәгә бағышларға теләр инеңме?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ни өсөн опера йырсыһы һәм профессиональ спортсы үҙ тормошон Йәһүәгә бағышларға булған?

«Йәштәрҙең һорауҙары. Тормошто нимәгә бағышларға? Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү» (6:54)

Тормошто Йәһүәгә бағышлар өсөн тағы ниндәй сәбәптәр бар?

«Ни өсөн үҙеңде Йәһүәгә бағышларға кәрәк?» («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 15 ғинуар)

Үҙ тормошон Йәһүәгә бағышлаған кешеләрҙең ниндәй шатлыҡ кисергәнен ҡара.

«Үҙемде һиңә бағышлайым» (4:30)

«Күп йылдар буйы мине „беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ?“ тигән һорау борсоно» тигән биографиянан бер ҡатынды үҙ тормошон үҙгәртергә нимә дәртләндергәнен бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 ноябрь)