Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

49-СЫ ДӘРЕС

Ғаилә бәхете нимәнән тора? (1-се өлөш)

Ғаилә бәхете нимәнән тора? (1-се өлөш)

Яңы өйләнешкән парҙар, туй көнөндә кисергән бәхет ғүмер буйы дауам итер, тип өмөтләнә. Был хыял ғына түгел. Күп кенә мәсихселәр, никахта инде оҙаҡ ваҡыт йәшәһәләр ҙә, үҙҙәрен һаман да бәхетле итеп тоя. Уларҙың ғаилә бәхетенең сере — Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыуҙа.

1. Изге Яҙма ирҙәргә ниндәй кәңәш бирә?

Йәһүә ирҙе ғаиләнең башлығы итеп билдәләгән. (Ефестарға 5:23-тө уҡы.) Ул ирҙән ғаиләһенә файҙа килтерерҙәй ҡарарҙар ҡабул итеүен көтә. Изге Яҙма ирҙәргә: «Ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ», — тип кәңәш итә (Ефестарға 5:25). Был нимәне аңлата? Ҡатынын яратҡан ир өйҙә лә, кешеләр алдында ла уның менән үҙен игелекле тота. Ул ҡатынын һәр ҡайһы зыяндан яҡларға, тормош өсөн кәрәкле нәмәләре булыуы тураһында ҡайғыртырға һәм, хистәрен иҫәпкә алып, уның менән ипле булырға тырыша (1 Тимофейға 5:8). Ә иң мөһиме, ир үҙ ҡатынына Йәһүә менән дуҫлығын нығытырға ярҙам итә (Матфай 4:4). Мәҫәлән, ул уның менән доға ҡыла һәм Изге Яҙманы уҡый. Әгәр ир ҡатынын яратып уның хаҡында ҡайғыртһа, ул Йәһүә менән дуҫлығын нығыта. (1 Петр 3:7-не уҡы.)

2. Изге Яҙма ҡатындарға ниндәй кәңәш бирә?

Алла Һүҙендә: «Ҡатын... ирен хөрмәт итһен», — тиелә (Ефестарға 5:33). Ул быны нисек эшләй ала? Ҡатын иренең көслө яҡтары һәм ғаиләһе өсөн күпме эшләгәне хаҡында уйлана ала. Шулай уҡ ундай ҡатын иренә ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә һәм, ире Йәһүәгә хеҙмәт итһә лә, итмәһә лә, уның менән яғымлы итеп һөйләшә, башҡаларға ла уның тураһында тик яҡшыһын ғына һөйләй.

3. Ир менән ҡатын үҙ никахын нисек нығыта ала?

Изге Яҙмала өйләнешкән парҙар тураһында «икеһе бер бөтөн булып китер» тип яҙылған (Матфай 19:5). Тимәк, ир менән ҡатынға араларын һыуыта алған һәр нәмәгә ҡаршы торорға кәрәк. Бының өсөн уларға бер-береһе менән ваҡыт үткәрергә, асыҡ һәм йомшаҡ итеп хистәре менән бүлешергә кәрәк. Улар, Йәһүәнән башҡа, бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә тормош иптәшенән мөһимерәк булып китергә рөхсәт итмәҫ. Шулай уҡ уларға башҡа кеше менән сиктән тыш яҡын мөнәсәбәттәр үҫтермәҫ өсөн айырыуса һаҡ булырға кәрәк.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар никахыңды нығыта алғанын бел.

4. Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм улар хаҡында ҡайғыртығыҙ

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш» (Ефестарға 5:28, 29). Был нимәне аңлата? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.

  • Ир үҙ ҡатынын яратҡанын һәм уның хаҡында ҡайғыртҡанын нисек күрһәтә ала?

Колосстарға 3:12-не уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Ир ҡатынына ҡарата был сифаттарҙы нисек сағылдыра ала?

5. Ҡатындар, ирҙәрегеҙҙе яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ

Изге Яҙма ҡатынды, ире Йәһүәгә хеҙмәт итһә лә, итмәһә лә, уны хөрмәт итергә дәртләндерә. 1 Петр 3:1, 2-не уҡы ла яуап бир:

  • Ирең Йәһүә шаһиты булмаһа, һин, әлбиттә, уның Йәһүәгә хеҙмәт итә башлауын теләйһең. Һинеңсә, нимә яҡшыраҡ булыр: уға бер туҡтауһыҙ вәғәзләргәме, әллә уға ҡарата игелекле булып уны хөрмәт итергәме? Ни өсөн шулай уйлайһың?

Ғәҙәттә, ир менән ҡатын уртаҡ фекергә килеп ҡарарҙар ҡабул итә. Әммә ҡай саҡ ҡатын, бәлки, ире менән риза булмаҫ. Шундай саҡтарҙа ул үҙенең фекерен тыныс һәм ихтирамлы итеп белдерә ала. Ләкин ул шуны танырға тейеш: Йәһүә аҙаҡҡы ҡарарҙы ҡабул итеү яуаплылығын ир өҫтөнә һалған. Ҡатын иренә ҡарарын тормошҡа ашырырға ярҙам итер өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә тейеш. Бының менән ул ғаиләһенә йәм өҫтәй һәм тыныслыҡ булдыра. 1 Петр 3:3—5-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Ҡатын ирен хөрмәт иткәндә, Йәһүә нимә хис итә?

6. Никахтағы ауырлыҡтарҙы еңеп сығып була

Камил никахтар юҡ. Шуға күрә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, ир менән ҡатынға берҙәм эш итергә кәрәк. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Был парҙың бер-береһенән алыҫлаша башлағаны нимәнән күренә?

  • Никахтарын нығытыр өсөн, улар нимә эшләне?

1 Коринфтарға 10:24 һәм Колосстарға 3:13-тө уҡы. Һәр аятты уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:

  • Был кәңәште ҡулланыу никахты нисек нығыта ала?

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ир менән ҡатын бер-береһенә хөрмәт күрһәтергә тейеш. Был тормош иптәшеңә ҡарата ипле булыуҙы, уның фекерен һәм хистәрен иҫәпкә алыуҙы аңлата. Римдарға 12:10-ды уҡы ла яуап бир:

  • Тормош иптәшем беренсе булып хөрмәт күрһәтергә тейеш, тип көтөү дөрөҫ булыр инеме? Ни өсөн һин шулай уйлайһың?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Араларыбыҙ һыуынды».

  • Һинеңсә, ундай парҙарға Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар ярҙам итер ине?

ТӨП ФЕКЕР

Ир менән ҡатын Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланһа, бер-береһен яратһа һәм хөрмәт итһә, никахтары бәхетле булыр.

Ҡабатлау

  • Ғаиләһе бәхетле булһын өсөн, ир нимә эшләй ала?

  • Ғаиләһе бәхетле булһын өсөн, ҡатын нимә эшләй ала?

  • Әгәр һин никахта икән, Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар никахыңды нығытырға ярҙам итә ала?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғаилә бәхетле булһын өсөн, уның һәр ағзаһы нимә эшләй ала?

«Ғаилә бәхете нимәнән тора?» (брошюра)

Был музыкаль видеояҙманан Алланың кәңәштәрен ҡулланыу никахты ни тиклем бәхетле иткәнен күреп була.

«Ысын мөхәббәт» (4:26)

Ғаиләләге ауырлыҡтар арҡаһында айырылышҡан бер пар нисек ҡабат ҡауыша алған?

«Алла ярҙамында беҙ ҡабат ҡауыштыҡ» (5:14)