Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ДӘРЕС

Ғаилә бәхете нимәнән тора? (2-се өлөш)

Ғаилә бәхете нимәнән тора? (2-се өлөш)

Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк. Йәһүә ата-әсәләрҙән балалары хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртыуын, уларҙы яратып тәрбиәләүен көтә. Ата-әсәләр быны эшләй алһын өсөн, ул уларға аҡыллы кәңәштәр бирә. Ул шулай уҡ балаларҙы ла ғаилә бәхетенә үҙ өлөшөн индерергә өйрәтә.

1. Йәһүә ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирә?

Йәһүә ата-әсәләрҙең үҙ балаларын яратыуын һәм улар менән бергә мөмкин тиклем күберәк ваҡыт үткәреүен теләй. Ул шулай уҡ атай менән әсәйгә балаларын төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡларға һәм уларҙы Изге Яҙмалағы принциптарға ярашлы тәрбиәләргә ҡуша (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Йәһүә атайҙарҙы балаларын үҙе ҡушҡанса өйрәтергә һәм өгөт-нәсихәт биреп тәрбиәләргә дәртләндерә. (Ефестарға 6:4-те уҡы.) Атай-әсәй, балаларын тәрбиәләгәндә, Йәһүәнең күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалһа һәм үҙенә бирелгән яуаплылыҡты башҡаларҙың елкәһенә йөкмәтмәһә, Йәһүәнең йөрәге һөйөнә.

2. Йәһүә балаларға ниндәй кәңәштәр бирә?

Йәһүә балаларға: «Бөтөн нәмәлә лә атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ», — тип ҡуша. (Колосстарға 3:20-не уҡы.) Әгәр балалар ата-әсәләрен тыңлаһа һәм уларҙы хөрмәт итһә, Йәһүә лә, ата-әсәләре лә бәхетле булыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22—25). Ғайса балалар өсөн яҡшы өлгө булып тора. Ата-әсәһе камил булмаһа ла, ул уларҙы ихтирам иткән һәм тыңлаған (Лука 2:51, 52).

3. Һин үҙ ғаиләң менән Аллаға нисек яҡынлаша алаһың?

Һин, әлбиттә, балаларыңдың Йәһүәне үҙең кеүек үк ныҡ яратыуҙарын теләйһең. Быға нисек ирешергә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «һин уларҙы [Йәһүәнең һүҙҙәрен] балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда... һөйләргә тейеш» (Ҡанун 6:7). «Күңелгә һеңдереү» ҡат-ҡат әйтеп өйрәтеүҙе аңлата. Эйе, бала берәй нәмәне иҫендә ҡалдырһын өсөн, беҙгә быны йыш-йыш ҡабатларға тура килә. Был аяттан күренеүенсә, балалар менән Йәһүә тураһында һөйләшер өсөн, һәр мөмкинлектән файҙаланырға кәрәк. Аҙна һайын ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуға, йәғни бөтә ғаилә менән бергәләп Изге Яҙманы өйрәнеүгә ваҡыт бүлеп ҡуйыу бик тә яҡшы булыр. Ә инде балаларың булмаһа, аҙна һайын тормош иптәшең менән бергәләп Алла Һүҙен өйрәнеү барыбер ҙур файҙа килтерер.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғаилә ағзаларына үҙен имен һәм бәхетле итеп хис итергә ярҙам итә алған принциптарҙы ҡарап сыҡ.

4. Балаларыңды яратыу менән тәрбиәлә

Балалар тәрбиәләү еңел түгел. Был яҡтан Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала? Яҡуб 1:19, 20-не уҡы һәм яуап бир:

  • Балалар менән аралашҡанда, ата-әсәләр нисек яратыу сағылдыра ала?

  • Ни өсөн ата-әсә бер ҡасан да асыулы сағында балаларын тәрбиәләргә тейеш түгел? a

5. Балаларыңды яҡла

Балаларҙы яҡлар өсөн, енси мөнәсәбәттәр хаҡында уларҙың һәр береһе менән айырым рәүештә һөйләшергә кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләргә быны эшләү еңел түгел. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ балалары менән енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшергә уңайһыҙлана?

  • Ҡайһы бер ата-әсәләр балалары менән енси мөнәсәбәттәр тураһында нисек һөйләшә?

Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, Шайтан донъяһы тағы ла яуызыраҡ була бара. 2 Тимофейға 3:1, 13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • 13-сө аятта әйтелгән яуыздар иҫәбенә балаларҙы енси яҡтан аҙҙырыусылар ҙа инә. Шуға күрә ни өсөн ата-әсәләргә үҙ балаларына енси тәрбиә биреү һәм уларҙы шундай яман кешеләрҙән яҡланырға өйрәтеү бик мөһим?

Һин белә инеңме?

Йәһүә шаһиттары, ата-әсәләргә балалары менән енси мөнәсәбәттәр хаҡында фекер алышырға һәм уларҙы енси көсләүҙән һаҡланырға өйрәтергә ярҙам итер өсөн, күп кенә баҫмалар һәм видеояҙмалар сығара. Мәҫәлән:

6. Атай-әсәйеңде хөрмәт ит

Балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәләре менән ихтирамлы һөйләшергә тейеш. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.

  • Ни өсөн атай-әсәй менән ихтирамлы һөйләшеү мөһим?

  • Атай-әсәй менән һөйләшкәндә, нисек хөрмәт күрһәтергә?

Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Атай-әсәй нимә эшләргә кәрәклеген әйткәндә, бала йә үҫмер үҙен нисек тоторға тейеш?

7. Йәһүәгә ғаиләң менән бергә ғибәҙәт ҡыл

Йәһүә шаһиттары ғаилә менән бергә ғибәҙәт ҡылыр өсөн аҙна һайын ваҡыт бүлә. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үҙ эсенә нимәне алырға мөмкин? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Ғаилә өйрәнеүен аҙна һайын үткәреп торорға нимә ярҙам итә ала?

  • Ата-әсәләр, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итер өсөн, нимә эшләй ала? (Ошо дәрестең башындағы рәсемде ҡара.)

  • Ғаиләгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйылырға нимә ҡамасауларға мөмкин?

Йәһүә боронғо Израилдәге ғаиләләрҙең, даими рәүештә бергә йыйылып, Изге Яҙманы өйрәнеүен теләгән. Ҡанун 6:6, 7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ошо принципты һин нисек ҡуллана алаһың?

Ғаилә өйрәнеүен нисек үткәреп була?

  • Бергәләп йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнегеҙ.

  • Изге Яҙманан ғаиләгеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булған берәй хикәйәне бергәләп уҡығыҙ һәм фекер алышығыҙ.

  • Ғаиләңдә бәләкәй балалар булһа, jw.org сайтынан балалар өсөн йөкләмәләрҙе күсереп ал да уларҙы ҡағыҙға баҫтырып сығар.

  • Ғаиләңдә үҫмер балалар булһа, улар менән бергә jw.org сайтынан йәштәр өсөн берәй мәҡәләне ҡарап сығырға була.

  • Балаларың менән бергә Изге Яҙманан ниндәй ҙә булһа бер өҙөктө сәхнәләштерегеҙ.

  • Бергә jw.org сайтынан берәй видеояҙма ҡарағыҙ һәм фекер алышығыҙ.

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙма балалар өсөн бигерәк ҡатмарлы китап».

  • Ә һин нимә тиер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә ата-әсәләрҙең үҙ балаларын яратыуын, өйрәтеүен һәм яҡлауын, ә балаларҙың үҙ ата-әсәһен хөрмәт итеүен һәм уларға тыңлаусан булыуын теләй. Ул шулай уҡ ғаиләләрҙең бергәләп уға табыныуын теләй.

Ҡабатлау

  • Ата-әсәләр балаларын нисек өйрәтә һәм яҡлай ала?

  • Балалар ата-әсәләрен хөрмәт итеүен нисек күрһәтә ала?

  • Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу өсөн аҙна һайын ваҡыт бүлеү ниндәй файҙа килтерә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Балаларҙы оло тормошҡа нисек әҙерләргә?

«Балаға кәрәк булған алты сифат» («Уянығыҙ!», 2019 йыл, № 2)

Изге Яҙма оло йәштәге ата-әсәләр хаҡында ҡайғыртыуға ҡағылышлы ниндәй кәңәштәр бирә?

«Изге Яҙмала олоғайған атай-әсәйҙе ҡарау хаҡында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

Балалар тәрбиәләүҙә тәжрибәһе булмаған бер ирҙең нисек яҡшы атай булып киткәне хаҡында бел.

«Йәһүә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә өйрәтте» (5:58)

a Изге Яҙмалағы «тәрбиәләү» тигән һүҙ өйрәтеү, өгөтләү һәм төҙәтеү тигән мәғәнә йөрөтә. Ләкин ул бер ҡасан да кәмһетеүҙе йә рәхимһеҙ мөғәмәлә итеүҙе аңлатмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:1).