Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

51-СЕ ДӘРЕС

Әйткән һүҙҙәрең һәм һөйләү рәүешең Йәһүәне ҡыуандырһын

Әйткән һүҙҙәрең һәм һөйләү рәүешең Йәһүәне ҡыуандырһын

Йәһүә беҙгә иҫ киткес бүләк — һөйләү һәләте биргән! Беҙҙең был бүләкте нисек ҡулланыуыбыҙ Йәһүә өсөн мөһимме? Әлбиттә, мөһим! (Яҡуб 1:26-ны уҡы.) Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, һөйләү һәләтен нисек ҡулланырға?

1. Беҙ һөйләү һәләтен нисек ҡулланырға тейеш?

Изге Яҙма беҙҙе: «Бер-берегеҙҙе дәртләндереп һәм нығытып тороғоҙ», — тип өндәй (1 Фессалоникаларға 5:11, ЯДТ). Йылы һүҙҙәргә мохтаж булған берәй танышыңды иҫкә төшөр. Уның кәйефен күтәрер өсөн, һин нимә эшләй алыр инең? Уны бик ҡәҙерләгәнеңә ышандыр. Мәҫәлән, уның ниндәй яҡтарын оҡшатҡаныңды әйт. Танышыңдың күңелен күтәреп ебәрер өсөн, һин уға Изге Яҙманан берәй аят уҡый алыр инеңме? Рухландырғыс аяттар бик күп. Шуны ла онотма: ниндәй һүҙҙәр әйтеүең генә түгел, ә уларҙы нисек әйтеүең дә мөһим. Шуға күрә һәр ваҡыт кешеләр менән йомшаҡ һәм яғымлы итеп һөйләшергә тырыш (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1).

2. Беҙ нимәнән һаҡланырға тейеш?

Изге Яҙмала: «Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын», — тип әйтелгән. (Ефестарға 4:29-ҙы уҡы.) Беҙ һүгенмәйбеҙ һәм әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләмәйбеҙ. Шулай уҡ кешеләрҙе рәнйетә алған ҡаты һәм төртмә һүҙҙәр әйтмәйбеҙ. Бынан тыш, беҙ ҡара ғәйбәт таратмайбыҙ һәм башҡаларға яла яҡмайбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:28-ҙе уҡы.)

3. Нисек башҡаларҙы һүҙҙәребеҙ менән рухландырырға?

Йыш ҡына беҙҙең һүҙҙәребеҙҙә уй-хистәребеҙ сағыла (Лука 6:45). Шуға күрә беҙгә ыңғай нәмәләр тураһында уйларға һәм аҡылыбыҙ менән йөрәгебеҙҙе «ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға... лайыҡлы» нәмәләр менән тултырырға кәрәк (Филиптарға 4:8). Ошо һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, беҙгә күңел асыуҙарҙы һәм дуҫтарҙы аҡыл менән һайларға кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Шулай уҡ берәй нәмә әйтер алдынан, туҡтап, уйлап алыу мөһим, мәҫәлән һүҙҙәребеҙ башҡаларға нисек тәьҫир итәсәге тураһында. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай» (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Һүҙҙәребеҙ Йәһүәне лә һөйөндөрһөн һәм башҡаларҙы ла дәртләндерһен өсөн нимә эшләп булғанын бел.

4. Нимә, ҡасан һәм нисек һөйләгәнеңә иғтибарлы бул

Ҡай саҡ беҙ бөтәбеҙ ҙә әйткәндәребеҙгә үкенәбеҙ (Яҡуб 3:2). Галаттарға 5:22, 23-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Ошо сифаттарҙың ҡайһыһы һиңә телеңде аҡыл менән ҡулланырға ярҙам итер һәм нисек итеп? Уларҙың ҡайһыһын доғала һорар инең?

1 Коринфтарға 15:33-тө уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Һайлаған күңел асыуҙар һәм дуҫтарың һөйләү рәүешеңә ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?

Вәғәзсе 3:1, 7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ниндәй осраҡтарҙа өндәшмәү йә һөйләр өсөн уңайлыраҡ ваҡыт көтөү дөрөҫ булыр ине?

5. Башҡалар хаҡында яҡшыһын ғына һөйлә

Башҡаларҙы һүҙҙәр менән рәнйетмәҫкә һәм улар хаҡында тик яҡшыһын ғына һөйләргә нимә ярҙам итер? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

  • Башҡаларҙы насарлап һөйләгән был ағай-ҡәрҙәш ни өсөн үҙгәрергә теләгән?

  • Бының өсөн ул нимә эшләгән?

Вәғәзсе 7:16-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Башҡаларҙы насарлап һөйләү теләге тыуһа, беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

Вәғәзсе 7:21, 22-не уҡы һәм яуап бир:

  • Берәйһе һине яманлап һөйләһә, был аяттар һиңә үпкәләмәҫкә нисек ярҙам итер?

6. Яҡындарың менән һөйләшкәндә игелекле бул

Йәһүә туғандарыбыҙ менән игелек һәм яратыу күрһәтеп һөйләшеүебеҙҙе теләй. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Ғаиләңдең ағзалары менән һөйләшкәндә, һиңә игелекле булырға нимә ярҙам итер?

Ефестарға 4:31, 32-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ниндәй һүҙҙәр ғаиләне нығыта һәм рухландырып ебәрә?

Йәһүә үҙ Улын — Ғайсаны яратҡанын асыҡ итеп әйткән. Матфай 17:5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ғаиләңдең ағзалары менән һөйләшкәндә, һин Йәһүәнән нисек үрнәк ала алаһың?

Башҡаларҙы маҡтар өсөн мөмкинлектәр эҙлә

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Нимә уйлайым, шуны һөйләйем. Оҡшамаһа, тыңламаһын. Был уның ҡайғыһы».

  • Һин был һүҙҙәр менән килешәһеңме? Аңлат.

ТӨП ФЕКЕР

Һүҙҙәр ҙур көскә эйә. Шуға күрә беҙгә нимә, ҡасан һәм нисек һөйләгәнебеҙгә бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Ҡабатлау

  • Башҡаларҙы һүҙ менән нығытыр өсөн нимә эшләп була?

  • Һин ниндәй һүҙҙәрҙән ҡасырға теләйһең?

  • Һәр ваҡыт игелекле һәм яғымлы итеп һөйләшергә нимә ярҙам итер?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Һәр ваҡыт ыңғай нәмәләр тураһында һөйләргә нимә ярҙам итер?

«Телеңде аҡыллылыҡ менән ҡулланырға өйрән» (8:04)

Һиңә һүгенеү һүҙҙәренән арынырға нимә ярҙам итер икәнен бел.

«Һүгенеү насармы?» (интернет-мәҡәлә)

Ябай һөйләшеү ғәйбәт һатыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә?

«Ғәйбәт һатыуҙы нисек туҡтатырға?» (2:36)

Йәһүәнең бер ир кешегә һүгенеү һүҙҙәренән арынырға нисек ярҙам иткәнен бел.

«Нимә өсөн йәшәгәнем тураһында етди уйлана башланым» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 август)