Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

57-СЕ ДӘРЕС

Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?

Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?

Йәһүәне нисек кенә ныҡ яратһаң да һәм уны нисек кенә көйәләндермәҫкә тырышһаң да, ваҡыт-ваҡыт һин барыбер хаталанырһың. Әммә ҡайһы бер гонаһтар башҡа гонаһтарға ҡарағанда етдиерәк (1 Коринфтарға 6:9, 10). Әгәр ауыр гонаһ ҡылһаң, шуны иҫтә тот: Йәһүә һинән ситләшмәй, ул һине ярата. Ул һине кисерергә һәм һиңә ярҙам итергә әҙер.

1. Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

Йәһүәне яратҡан кешеләр, ауыр гонаһ ҡылғанын аңлағас, бик ныҡ үкенә. Әммә уларҙы Йәһүәнең үҙ халҡына әйткән бындай һүҙҙәре йыуата: «Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер» (Ишағыя 1:18). Ысын күңелдән тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе тулыһынса кисерә. Тәүбә итеү нимәнән күренә? Тәүбә иткән кеше гонаһ ҡылғанына бик ныҡ үкенә, насар эш ҡылыуҙан туҡтай һәм, Йәһүәгә ялбарып, ғәфү итеүен һорай. Ул шулай уҡ гонаһҡа килтергән уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арына һәм Йәһүәнең саф нормалары буйынса йәшәр өсөн бар көсөн һала. (Ишағыя 55:6, 7-не уҡы.)

2. Йәһүә өлкәндәр аша нисек ярҙам итә?

Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙгә, Йәһүә ҡушҡанса, йыйылыш өлкәндәренән ярҙам һорарға кәрәк. (Яҡуб 5:14, 15-те уҡы.) Өлкәндәр Йәһүәне һәм уның һарыҡтарын ярата. Улар беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яңынан торғоҙорға ярҙам итер өсөн яҡшы өйрәтелгән (Галаттарға 6:1).

Ауыр гонаһ ҡылһаҡ, өлкәндәр беҙгә нисек ярҙам итер? Изге Яҙма ярҙамында ике йә өс өлкән беҙгә ҡылған эшебеҙ Алла ҡарашында ни өсөн дөрөҫ түгел икәнен аңлатыр. Улар шулай уҡ беҙҙе рухландырыр һәм, бүтән гонаһ ҡылмаҫҡа ярҙам итер өсөн, кәрәкле кәңәштәр бирер. Беҙ рухи яҡтан һауығып еткәнсе, өлкәндәр мәсихселәрҙең ҡайһы бер эштәрендә ҡатнашыуыбыҙҙы сикләргә мөмкин. Әгәр етди гонаһ ҡылған кеше тәүбә итмәй икән, өлкәндәр, башҡа ҡәрҙәштәрҙе зыянлы йоғонтонан һаҡлар өсөн, уны йыйылыштан сығара.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәнең ауыр гонаһ ҡылған хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәне тураһында күберәк бел. Шул саҡта һин уның ярҙамын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрһең.

3. Гонаһты таныу рухи яҡтан һауығырға ярҙам итә

Беҙ ҡылған һәр ҡайһы гонаһ Йәһүәнең күңелен әрнетә. Шуға күрә үҙ гонаһыбыҙҙы иң тәүҙә уға асыҡтан-асыҡ һөйләп бирергә кәрәк. Зәбур 32:1—5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн гонаһыбыҙҙы йәшереп йөрөгәнсе, уны Йәһүә алдында таныу яҡшыраҡ?

Гонаһтарыбыҙҙы Йәһүә алдында таныуҙан тыш, өлкәндәрҙән дә ярҙам эҙләһәк, беҙгә күпкә еңелерәк булыр. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Өлкәндәр был ҡәрҙәшкә Йәһүәгә ҡайтырға нисек ярҙам иткән?

Беҙгә, бер нәмәне лә йәшермәйенсә, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирергә кәрәк, сөнки улар беҙгә ярҙам итер өсөн ҡуйылған. Яҡуб 5:16-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн, бер нәмәне лә йәшермәйенсә һөйләп бирһәк, өлкәндәргә беҙгә ярҙам итеү еңелерәк булыр?

Йәһүә алдында гонаһыңды танып, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бир һәм ярҙамды ҡабул ит

4. Йыйылыштан сығарыу ниндәй файҙа килтерә?

Әгәр ауыр гонаһ ҡылған кеше Йәһүә нормалары буйынса йәшәргә теләмәһә, ул йыйылышта ҡала алмай. Уны йыйылыштан сығаралар, һәм беҙ уның менән һәр ҡайһы бәйләнеште өҙәбеҙ һәм һөйләшмәйбеҙ. 1 Коринфтарға 5:6, 11 һәм 2 Яхъя 9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Әҙ генә әсетке лә бөтә ҡамырҙы әсетә. Был миҫалдан күренеүенсә, тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусы менән аралашыу йыйылышҡа ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?

Йыйылыштан сығарылғандарҙың күбеһе һуңыраҡ кире ҡайтҡан. Был төҙәтеү сараһы әрнеү килтерһә лә, ул уларға уйланырға һәм ҡылған гонаһтарының етдилеген аңларға ярҙам иткән (Зәбур 141:5). ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Йыйылыштан сығарылыуы был апай-ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткән?

Йыйылыштан сығарыу сараһы...

  • Йәһүәнең исемен нисек яҡлай?

  • Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙеллек һәм яратыу менән эш итеүен нисек күрһәтә?

5. Тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерә

Кеше тәүбә иткәндә Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Лука 15:1—7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Был миҫал Йәһүә тураһында нимә аса?

Йәзәкил 33:11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Кешенең ысын күңелдән тәүбә итәме-юҡмы икәнен нисек белергә?

Йәһүә — игелекле көтөүсе. Ул үҙ һарыҡтары хаҡында наҙлап ҡайғырта

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирһәм, улар мине йыйылыштан сығарыр, тип ҡурҡам».

  • Шулай уйлаған кешегә һин нимә әйтер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Етди гонаһ ҡылһаҡ, әммә, ысын күңелдән тәүбә итеп, хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышһаҡ, Йәһүә беҙҙе кисерер.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә алдында гонаһыбыҙҙы таныу беҙҙең өсөн файҙалы?

  • Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

  • Етди гонаһ ҡылһаҡ, ни өсөн өлкәндәрҙән ярҙам һорау мөһим?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Бер ир Йәһүәнең Ишағыя 1:18-ҙә һүрәтләнгән мәрхәмәтен нисек татыған?

«Йәһүәнең мәрхәмәтле булыуында бер ҡасан да шикләнмә» (5:02)

Йәһүә шаһиты булмаған кешегә йыйылыштан сығарыу сараһын нисек аңлатырға икәнен бел.

«Йәһүә шаһиттары ойошманы ҡалдырған кешеләрҙән ситләшәме?» (интернет-мәҡәлә)

«Мин Йәһүәгә кире ҡайтырға булдым» тигән биографияны уҡып, бер ирҙе йыйылышҡа ҡайтырға нимә дәртләндергәнен бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 апрель)