Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

58-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәгә тоғро булып ҡал

Йәһүәгә тоғро булып ҡал

Мәсихтең ысын шәкерттәре бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен емерергә юл ҡуймаясаҡ. Һис шикһеҙ, һин дә Йәһүә менән дуҫлығыңды бик ҡәҙерләйһең. Йәһүә һинең тоғролоғоңдо юғары баһалай. (1 Йылъяҙма 28:9-ҙы уҡы.) Ниндәй осраҡтарҙа тоғролоғоң һыналырға мөмкин һәм ундай саҡтарҙа һиңә нимә ярҙам итер?

1. Башҡалар Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо нисек һынарға мөмкин?

Ҡайһы бер кешеләр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙҙы теләй. Кемдәр улар? Мәҫәлән, мөртәттәр. Улар үҙҙәре хәҡиҡәт юлын ҡалдырғандар һәм хәҙер, иманыбыҙҙы емерер өсөн, Алланың ойошмаһы тураһында ялған һөйләйҙәр. Шулай уҡ ҡайһы бер дин етәкселәре, ышанып барыусан һәм бер ҡатлы кешеләрҙе хәҡиҡәттән алып китер өсөн, беҙҙең хаҡта ялған мәғлүмәт тарата. Ундай ҡаршы килеүселәр менән һүҙ көрәштереү, уларҙың китаптарын һәм блогтарын уҡыу, сайттарына инеү йә видеояҙмаларын ҡарау беҙҙең өсөн бик ҡурҡыныс. Мәсихселәрҙең иманын ҡаҡшатырға маташҡандар тураһында Ғайса былай тигән: «Ҡалдырығыҙ уларҙы. Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп барһа, икеһе лә соҡорға ҡолап төшөр» (Матфай 15:14).

Таныштарыбыҙҙың береһе Йәһүәгә бүтән хеҙмәт итмәҫкә ҡарар итергә мөмкин. Әгәр яҡын кешебеҙ шулай эшләһә, был, әлбиттә, күңелебеҙгә тәрән яра һалыр. Ул хатта беҙҙе «йә мин, йә Йәһүә» тигән һайлау алдына ҡуйыуы бар. Шуны иҫтә тотоу мөһим: беҙҙең өсөн иң мөһиме — Йәһүәгә тоғро булып ҡалыу (Матфай 10:37). Шуға күрә беҙ Йәһүәнең, ундай кешеләр менән аралашмағыҙ, тигән әмеренә буйһонабыҙ. (1 Коринфтарға 5:11-ҙе уҡы.)

2. Ниндәй ҡарарҙарыбыҙ Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин?

Йәһүәгә ҡарата яратыу беҙҙе ялған дин менән бәйле булған бар нәмәнән йыраҡ торорға дәртләндерер. Беҙҙең эшебеҙ йә шөғөлөбөҙ ялған дин менән бер нисек тә бәйле булырға тейеш түгел. Бынан тыш, беҙ ялған дингә ҡатнашы булған ойошмаларҙың өлөшө булырға ла, был ойошмаларға ниндәй ҙә булһа булышлыҡ күрһәтергә лә тейеш түгел. Йәһүә беҙҙе: «Халҡым минең... [Бөйөк Вавилондан] сыҡ», — тип иҫкәртә (Асылыш 18:2, 4).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәгә ҡарата тоғролоғоңдо һис кем ҡаҡшатмаһын өсөн нимә эшләп булғанын, шулай уҡ Бөйөк Вавилондан сығыу нимәне аңлатҡанын бел.

3. Алла тураһында ялған һөйләгән уҡытыусыларҙан һаҡлан

Берәйһенең Алла ойошмаһын яманлап һөйләүен ишеткәндә, беҙ быға нисек ҡарарға тейеш? Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн ишеткән бөтә нәмәгә лә ышанып барырға кәрәкмәй?

2 Яхъя 10-ды уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Мөртәттәр менән беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш?

  • Мөртәттәр менән туранан-тура аралашмаһаҡ та, уларҙың ағыулы уй-фекерҙәренең йоғонтоһона нисек бирелеүебеҙ бар?

  • Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡаршы әйтелгән мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынһаҡ, Йәһүә үҙен нисек хис итер?

4. Ҡәрҙәшең гонаһ ҡылғанда, Аллаға тоғро булып ҡал

Йыйылышта берәйһенең етди гонаһ ҡылғанын белеп ҡалһаҡ, был өҫтөбөҙгә ниндәй яуаплылыҡ һала? Алланың боронғо Израилгә биргән Ҡанунындағы бер принципты ҡарап сығайыҡ. Левиттар 5:1-ҙе уҡы.

Был аят буйынса, ҡәрҙәшебеҙҙең етди гонаһ ҡылғанын белеп ҡалһаҡ, беҙгә барыһын да өлкәндәргә һөйләргә кәрәк. Әммә быны эшләр алдынан беҙгә, был ҡәрҙәштең үҙе менән һөйләшеп, уны ҡылған гонаһы тураһында өлкәндәргә һөйләп бирергә дәртләндерергә кәрәк. Әгәр ул шулай эшләмәһә, Йәһүәгә тоғролоғобоҙ беҙҙе өлкәндәргә белгәндәребеҙҙе һөйләргә этәрер. Шулай эшләп, беҙ нисек...

  • Йәһүә Аллаға ҡарата тоғролоҡ һәм яратыу сағылдырырбыҙ?

  • гонаһ ҡылыусыға ҡарата тоғролоҡ һәм яратыу күрһәтербеҙ?

  • йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә ҡарата тоғролоҡ һәм яратыу күрһәтербеҙ?

Ҡәрҙәшең бәләгә эләкһә, уға ярҙам ит!

5. Бөйөк Вавилон менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙ

Лука 4:8 һәм Асылыш 18:4, 5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Мин ялған дин менән бәйле йолаларҙа һаман да ҡатнашаммы?

  • Башҡа дин менән бәйле булған ойошманың ағзаһы булып тораммы?

  • Эшем ялған дин менән берәй нисек бәйлеме?

  • Тормошомда ялған дин менән бәйле булған башҡа берәй өлкәләр бармы?

  • Ошо һорауҙарҙың береһенә «эйе» тип яуап бирһәм, миңә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк?

Һәр бер осраҡта выжданыңды саф килеш һаҡларға ярҙам иткән һәм Йәһүәгә тоғролоғоңдо күрһәткән ҡарар ҡабул ит.

Һинән берәй диндең эштәренә иғәнә биреүеңде һораһалар, һин ни эшләрһең?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Миңә мөртәттәрҙең Йәһүә шаһиттары тураһында нимә һөйләгәнен белергә кәрәк. Шул саҡта мин хәҡиҡәтте яҡлай алырмын».

  • Был аҡыллымы? Аңлат.

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә уға хыянат иткәндәр менән аралашмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ беҙгә ялған дин менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөргә кәрәк.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн беҙ мөртәттәрҙең ялғанын ҡарамайбыҙ, уҡымайбыҙ һәм тыңламайбыҙ?

  • Бүтән Йәһүә шаһиты булырға теләмәгәндәр менән беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш?

  • Ялған динде ҡалдырыу нимәне аңлата?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Башҡалар Йәһүә шаһиттары тураһында ялған таратҡанда, нимә эшләргә?

«Факттарҙы белергә тырышаһығыҙмы?» («Күҙәтеү манараһы», 2018 йыл, август)

Берәй ойошманың йә эшмәкәрлектең Бөйөк Вавилон менән бәйлеме-юҡмы икәнен нисек билдәләргә?

«„Ахырызамандың“ аҙағында ашҡынып хеҙмәт итегеҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2019 йыл, октябрь, 16—18-се абзацтар)

Мөртәттәр иманыбыҙҙы нисек емерергә маташа?

«Алданып ҡуймағыҙ» (9:32)

«Мин бала саҡтан Алланы эҙләнем» тигән биографияны уҡып, синтоистар руханийының нисек ялған динде ҡалдырғанын бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 июль)