Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

60-СЫ ДӘРЕС

Артабан да Йәһүә менән дуҫлығыңды нығыт

Артабан да Йәһүә менән дуҫлығыңды нығыт

Был курс дауамында һин Йәһүә тураһында күпте белдең. Ошо белемдәр ярҙамында һин уны ярата башланың һәм көндән-көн яратыуың үҫә генә барҙы. Һин, бәлки, хатта ғүмереңде уға бағышлап, һыуға сумдырылғанһыңдыр. Әгәр ҙә юҡ икән, моғайын, быны оҙаҡламай эшләргә йыйынаһыңдыр. Ләкин һыуға сумдырылыу — юлдың аҙағы түгел, ә башы ғына. Һин Йәһүә менән дуҫлығыңды мәңге нығыта алаһың. Нисек итеп?

1. Ни өсөн Йәһүә менән дуҫлыҡты артабан да нығытырға кәрәк?

Йәһүәгә артабан да яҡынлашыу бик мөһим. Ни өсөн? «Дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн» (Еврейҙарға 2:1). Беҙгә артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә нимә ярҙам итер? Вәғәздә әүҙем ҡатнашырға һәм Аллаға күберәк хеҙмәт итер өсөн бүтән мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. (Филиптарға 3:16-ны уҡы.) Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы! (Зәбур 84:10).

2. Тағы нимә эшләргә кәрәк?

Был курс тамамланһа ла, һинең мәсихсе булараҡ тормошоң башлана ғына әле. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙгә яңы кешегә әйләнергә кәрәк (Ефестарға 4:23, 24). Артабан да Алла Һүҙен өйрәнеп һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, һин Йәһүә һәм уның сифаттары тураһында күп яңы нәмәләр белерһең. Уға мөмкин тиклем нығыраҡ оҡшаш булырға, йәғни уның сифаттарын тормошоңда сағылдырырға тырыш. Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, кәрәкле үҙгәрештәр яһарға әҙер бул.

3. Йәһүә һиңә нисек ярҙам итәсәк?

Изге Яҙмала былай тиелә: «Алла... көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк» (1 Петр 5:10). Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡотҡолар менән осрашабыҙ. Ләкин Йәһүә, уларға ҡаршы торорға ярҙам итер өсөн, беҙгә кәрәк булғандың барыһын да бирә (Зәбур 139:23, 24). Беҙ уға тоғро хеҙмәт итә алһын өсөн, ул теләк тә, көс тә бирергә вәғәҙә итә. (Филиптарға 2:13-тө уҡы.)

КҮБЕРӘК БЕЛ

Артабан да Йәһүә менән дуҫлыҡты нисек нығытып булғанын һәм Йәһүәнең һине нисек фатихалаясағын бел.

4. Иң яҡшы Дуҫың менән аралашыуыңды дауам ит

Доға һәм Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында һин Йәһүәнең дуҫы булып киттең. Был яҡшы ғәҙәттәр нисек һиңә уға тағы ла яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер?

Зәбур 62:8-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә менән дуҫлығыңды нығытыр өсөн, һин нисек доғаларыңды яҡшырта алаһың?

Зәбур 1:2 һәм төшөрмәне уҡы ла һорауға яуап бир:

  • Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн, нимә эшләп була?

Шәхси өйрәнеүҙе нисек файҙалыраҡ итергә? Бына бер нисә ысул. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

  • Һин видеояҙмалағы ысулдарҙың ҡайһыларын ҡулланырға теләр инең?

  • Һин ниндәй темаларҙы тәрәнерәк тикшерергә теләр инең?

5. Рухи маҡсаттар ҡуй

Маҡсаттар ҡуйыу һиңә артабан да рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.

  • Рухи маҡсаттар ҡуйыу Камерон исемле ҡыҙға ниндәй файҙа килтергән?

Беҙҙең күбебеҙ вәғәзләр өсөн башҡа илгә күсенә алмай. Әммә һәр беребеҙ шарттарына тура килгән маҡсаттар ҡуя ала. Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5-те уҡы һәм ниндәй маҡсаттар ҡуйырға теләгәнеңде әйт, мәҫәлән...

  • йыйылышта;

  • вәғәздә.

Был аяттағы принцип нисек һиңә маҡсаттарыңа өлгәшергә ярҙам итә ала?

Яҡшы маҡсаттар

  • Доғаларыңдың сифатын яҡшыртыу.

  • Изге Яҙманы башынан аҙағына тиклем уҡып сығыу.

  • Йыйылышыңда бөтәһе менән дә танышып сығыу.

  • Берәйһе менән Изге Яҙманы өйрәнә башлау.

  • Ярҙамсы йәки даими пионер булып хеҙмәт итеү.

  • Хеҙмәт ярҙамсыһы булып китеү (ағай-ҡәрҙәштәр өсөн).

6. Тормошҡа мәңге кинәнеп йәшә!

Зәбур 22:26-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Тормошҡа хәҙер һәм мәңге кинәнеп йәшәр өсөн нимә эшләргә?

ТӨП ФЕКЕР

Артабан да Йәһүә менән дуҫлығыңды нығыт һәм рухи маҡсаттар ҡуй. Шул саҡта һин тормошҡа мәңге кинәнеп йәшәй алырһың!

Ҡабатлау

  • Йәһүә һиңә үҙенә тоғролоҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итәсәгенә ни өсөн ышанып була?

  • Һин нисек Йәһүә менән дуҫлығыңды нығыта алаһың?

  • Рухи маҡсаттар һиңә рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итер?

Киләһе йылға маҡсат

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Йәһүә нимәне нығыраҡ ҡәҙерләй: иман хаҡына ҡылынған бер батырлыҡтымы йәки ғүмер буйы тоғро хеҙмәт итеүҙеме?

«Ибраһим кеүек, тоғро бул» (9:20)

Хатта Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе лә шатлығын юғалтырға мөмкин. Уны нисек ҡайтарып булғанын бел.

«Өйрәнеү һәм уйланыу аша шатлығыңды ҡайтар» (5:25)

Рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә һиңә нимә ярҙам итер?

«Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын» («Күҙәтеү манараһы», 2004 йыл, 15 июль)

Ни өсөн рухи етлеккәнлеккә ынтылыу мөһим, һәм быға нисек өлгәшергә?

«Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — „Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын!“» («Күҙәтеү манараһы», 2009 йыл, 15 май)