Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-се өлөш. Ҡабатлау

1-се өлөш. Ҡабатлау

Был һорауҙарҙы уҡытыусың менән ҡарап сыҡ.

  1. Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙең ҡайһыһы һиңә айырыуса оҡшай?

    (2-се дәресте ҡара.)

  2. Ни өсөн һин Изге Яҙманың Алла Һүҙе икәненә ышанаһың?

  3. Ни өсөн Алланың исемен ҡулланыу мөһим?

    (4-се дәресте ҡара.)

  4. Изге Яҙмала, бөтә нәмәгә Алла йәшәү биргән, тиелә (Зәбур 36:9). Һин быға ышанаһыңмы?

    (6-сы дәресте ҡара.)

  5. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32-не уҡы.

    • Ни өсөн Йәһүәне иң яҡшы дуҫ тип атап була?

    • Йәһүә үҙенең дуҫтарынан нимә көтә? Һинеңсә, был аҡыллымы?

      (7-се һәм 8-се дәрестәрҙе ҡара.)

  6. Зәбур 62:8-ҙе уҡы.

    • Һин Йәһүәгә нимә тураһында доға ҡылдың? Тағы ла нимә тураһында доға ҡылып була?

    • Йәһүә доғаларға нисек яуап бирә?

      (9-сы дәресте ҡара.)

  7. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡы.

    • Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары һиңә ниндәй файҙа килтерер?

    • Һинеңсә, йыйылыштарға йөрөр өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәкме?

  8. Ни өсөн Изге Яҙманы даими уҡыу мөһим? Һин Изге Яҙманы ниндәй график буйынса уҡыйһың?

  9. Изге Яҙманы өйрәнеп белгәндәреңдән һиңә айырыуса нимә оҡшаны?

  10. Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, һин ниндәй ауырлыҡтар менән осраштың? Өйрәнеүҙе дауам итергә һиңә нимә ярҙам итер?