Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-се өлөш. Ҡабатлау

2-се өлөш. Ҡабатлау

Был һорауҙарҙы уҡытыусың менән ҡарап сыҡ.

  1. Алла ялған дин менән нимә эшләйәсәк?

  2. Сығыш 20:4—6-ны уҡы.

    • Кешеләр табыныуҙа һүрәттәр ҡулланғанда, Йәһүә быға нисек ҡарай?

  3. Ғайса Мәсих кем ул?

  4. Ғайсаның ниндәй сифаттары һиңә айырыуса оҡшай?

  5. Яхъя 13:34, 35 һәм Ғәмәлдәр 5:42-не уҡы.

    • Бөгөн кемде ысын мәсихселәр тип атап була? Һине быға нимә ышандыра?

  6. Йыйылыштың башы кем, һәм ул йыйылыш менән нисек етәкселек итә?

  7. Матфей 24:14-те уҡы.

    • Был пәйғәмбәрлек бөгөн нисек үтәлә?

    • Һөйөнөслө хәбәрҙе инде кемгә һөйләнең?

  8. Һинеңсә, һыуға сумдырылыу — мөһим маҡсатмы? Ни өсөн?

  9. Һин үҙеңде Шайтан менән ендәрҙән нисек яҡлай алаһың?

  10. Алла беҙҙең өсөн нимә ниәтләгән?

  11. Ни өсөн кешеләр ғазап сигә һәм үлә?

  12. Яхъя 3:16-ны уҡы.

    • Беҙҙе гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә нимә эшләгән?

  13. Вәғәзсе 9:5-те уҡы.

    • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

    • Ғайса миллиардлаған үлгән кеше өсөн нимә эшләйәсәк?

  14. Ни өсөн Алла Батшалығы һәр ҡайһы кеше хөкүмәтенән яҡшыраҡ?

  15. Һин Алла Батшалығының инде идара иткәненә ышанаһыңмы? Ни өсөн? Ул ҡасан идара итә башлаған?