3-сө өлөш. Ҡабатлау
Был һорауҙарҙы уҡытыусың менән ҡарап сыҡ.
Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡы.
Һине Йәһүәгә тоғро булырға нимә дәртләндерә?
(34-се дәресте ҡара.)
Үҙеңде борсоған һорау тураһында Изге Яҙмала бер ни ҙә әйтелмәһә, һиңә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?
(35-се дәресте ҡара.)
Нисек бар яҡтан да намыҫлы булырға?
(36-сы дәресте ҡара.)
Матфей 6:33-тө уҡы.
Был принцип һиңә эшкә һәм аҡсаға дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итер?
(37-се дәресте ҡара.)
Һин йәшәү бүләгенә Йәһүә кеүек ҡарағаныңды нисек күрһәтә алаһың?
(38-се дәресте ҡара.)
Ғәмәлдәр 15:29-ҙы уҡы.
Йәһүәнең ҡан тураһындағы әмеренә буйһонғаныңды нисек күрһәтә алаһың?
Һинеңсә, был әмер аҡыллымы?
(39-сы дәресте ҡара.)
2 Коринфтарға 7:1-ҙе уҡы.
Физик һәм әхлаҡи таҙалыҡ нимәне аңлата?
(40-сы дәресте ҡара.)
1 Коринфтарға 6:9, 10-ды уҡы.
Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр хаҡында нимә әйтелә? Һин бының менән ризамы?
Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәргә ҡарата ниндәй күрһәтмәләр бирелә?
(41-се һәм 43-сө дәресте ҡара.)
Матфей 19:4—6, 9-ҙы уҡы.
Алла никахҡа ҡарата ниндәй талаптар урынлаштырған?
Ни өсөн никахты ла, айырылышыуҙы ла рәсми рәүештә теркәргә кәрәк?
(42-се дәресте ҡара.)
Йәһүә ниндәй байрамдарҙы хупламай? Ни өсөн?
(44-се дәресте ҡара.)
Яхъя 17:16 һәм Ғәмәлдәр 5:29-ҙы уҡы.
Һин нисек нейтралитет һаҡлай алаһың?
Хөкүмәттең талаптары Алла ҡанунына ҡаршы килһә, һин нисек эш итерһең?
(45-се дәресте ҡара.)
Марк 12:30-ҙы уҡы.
Йәһүәне яратҡаныңды һин нисек күрһәтә алаһың?
(46-сы һәм 47-се дәресте ҡара.)