Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡушымталар

Ҡушымталар
  1.  «Бөйөк Вавилон» нимә ул?

  2.  Мәсих ҡасан килергә тейеш булған?

  3.  Ҡан ҡулланыу менән бәйле медицина процедуралары

  4.  Айырым йәшәү

  5.  Байрамдар

  6.  Йоғошло ауырыуҙар

  7.  Эш мәсьәләләре һәм юридик һорауҙар

 1. «Бөйөк Вавилон» нимә ул?

«Бөйөк Вавилон» бөтә ялған диндәрҙе символлаштыра икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Асылыш 17:5). Бына ҡайһы бер дәлилдәр:

  • Ул бөтә донъяға йоғонто яһай. Инжилдә Бөйөк Вавилон «халыҡтар һәм... милләттәр» өҫтөндә ултырыусы фәхишә итеп һүрәтләнә. Был «ҡатын — ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул» (Асылыш 17:15, 18).

  • Ул сәйәси ойошма ла, коммерция ойошмаһы ла түгел. Ул юҡ ителгәндә, «ерҙәге батшалар» һәм «сауҙа итеүселәр» зыян күрмәҫ (Асылыш 18:9, 15).

  • Ул Алланы хурлай. Бөйөк Вавилон фәхишә тип атала, сөнки ул, табыш алырға теләп, хөкүмәттәр менән килешеүҙәр төҙөй (Асылыш 17:1, 2). Ул бөтә халыҡтарҙы алдай. Шулай үҡ ул ҡан ҡойоуҙа ғәйепле (Асылыш 18:23, 24).

13-сө дәрескә, 6-сы пунктҡа ҡайтырға

 2. Мәсих ҡасан килергә тейеш булған?

Изге Яҙмала, Мәсихтең килеүенә тиклем 69 аҙна үтер, тип пәйғәмбәрлек ителгән булған. (Данил 9:25-те уҡы.)

  • 69 аҙна ҡасан башланған? Б. э. т. 455 йылда. Шул йылда Ниҡәми Иерусалимды «торғоҙоу һәм яңынан төҙөү» өсөн ҡайтҡан (Данил 9:25; Ниҡәми 2:1, 5—8).

  • 69 аҙна күпме дауам иткән? Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙә бер көн бер йылды аңлата (Һандар 14:34; Йәзәкил 4:6). Тимәк, бер аҙна — ул ете йыл. Был пәйғәмбәрлектә 69 аҙна 483 йылды тәшкил итә (69 аҙна x 7 көн).

  • 69 аҙна ҡасан тамамланған? Б. э. т. 455 йылдан башлап 483 йыл иҫәпләһәк, б. э. 29 йылына a киләбеҙ. Тап ошо йылда Ғайса һыуға сумдырылған һәм Мәсих булып киткән дә (Лука 3:1, 2, 21, 22).

15-се дәрескә, 5-се пунктҡа ҡайтырға

 3. Ҡан ҡулланыу менән бәйле медицина процедуралары

Ҡайһы бер медицина процедураларында кешенең үҙ ҡаны ҡулланыла. Әммә ундай процедураларҙың ҡайһы берҙәре мәсихселәр өсөн яраҡлы түгел. Мәҫәлән, мәсихселәр донор булып ҡан бирмәй. Шулай уҡ улар үҙ ҡандарын операция ваҡытында кире үҙҙәренә ебәрелһен өсөн һаҡлап ҡалдырмай (Ҡанун 15:23).

Әммә ҡайһы бер процедураларға мәсихселәр ризалашырға мөмкин. Был процедураларға ҡан анализдары, гемодиализ, гемодилюция, реинфузия һәм йөрәк менән үпкә функцияларын ваҡытлыса үтәй торған аппаратты ҡулланыу инә. Һәр мәсихсе үҙ ҡанының медицина процедураһы ваҡытында, анализдар биргәндә йә дауаланыу барышында нисек ҡулланыласағы хаҡында үҙе хәл итә. Һәр табип был процедураларҙы үҙенсәрәк үткәрергә мөмкин. Шуға күрә берәй процедураға, анализға йә дауаланыуға ризалашырҙан алда мәсихсегә уның ҡаны нисек ҡулланыласағы хаҡында белешергә кәрәк. Үҙеңә ошондай һорауҙар биреп уйлан:

  • Әгәр ҡанымдың ниндәйҙер өлөшө организмдан алынһа һәм, бәлки, ул бер ни тиклем ваҡыт ҡан әйләнешендә ҡатнашмаһа, выжданым был ҡанды һаман да тәнемдең өлөшө тип һанарға һәм, уны «ергә түгергә» кәрәкмәй, тип уйларға рөхсәт итерме? (Ҡанун 12:23, 24).

  • Ҡанымдың ниндәйҙер өлөшө организмдан алынһа, берәй нисек үҙгәртелһәһәм шунан тәнемә кире ҡайтарылһа (йә тышҡы яҡтан ҡулланылһа), Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданым ғазапланырмы йә мин шул процедураға ризалаша алырмынмы?

39-сы дәрескә, 3-сө пунктҡа ҡайтырға

 4. Айырым йәшәү

Изге Яҙма айырым йәшәүҙе хупламай. Унда, айырым йәшәгән ир менән ҡатындың яңы никахҡа инергә хаҡы юҡ, тип әйтелә (1 Коринфтарға 7:10, 11). Әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында мәсихсе айырым йәшәргә хәл итергә мөмкин.

  • Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙән аңлы рәүештә баш тартыу. Ир кеше ғаиләһен тәьмин итергә теләмәй. Шул арҡала ғаилә аҡсаһыҙ ҙа, ризыҡһыҙ ҙа ҡала (1 Тимофейға 5:8).

  • Аяуһыҙ мөғәмәлә. Тормош иптәшенең көс ҡулланыуы арҡаһында ир йә ҡатын үҙенең һаулығына йә ғүмеренә ҡурҡыныс янауын тоя (Галаттарға 5:19—21).

  • Йәһүә менән дуҫлыҡҡа етди ҡурҡыныс янауы. Тормош иптәшенең тәртибе арҡаһында мәсихсенең Йәһүәгә хеҙмәт итергә мөмкинлеге бөтөнләй ҡалмай (Ғәмәлдәр 5:29).

42-се дәрескә, 3-сө пунктҡа ҡайтырға

 5. Байрамдар

Мәсихселәр Йәһүәгә оҡшамаған байрамдарҙа ҡатнашмай. Әммә һәр мәсихсе Изге Яҙма буйынса тәрбиәләнгән выжданы ярҙамында ундай байрамдар менән бәйле осраҡтарҙа нисек эш итергә икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

  • Кемдер һине байрам менән ҡотлай. Ундай саҡта «рәхмәт» тип әйтеп була. Әгәр кеше һинең был байрамда ни өсөн ҡатнашмағаныңды белергә теләһә, уға быны аңлатырға була.

  • Йәһүә шаһиты булмаған тормош иптәшең һине берәй байрам көнөндә туғандарығыҙға ҡунаҡҡа барырға саҡыра. Выжданың барырға рөхсәт итһә, тормош иптәшеңә мәжүси йолаларҙа ҡатнашмаясағың тураһында алдан әйтеп ҡуй.

  • Эш биреүсең байрам уңайынан һиңә премия бирергә теләй. Һиңә премиянан баш тартырға кәрәкме? Ошондай һорауҙар тураһында уйлан: «Эш биреүсе премияны байрам итеүҙең өлөшө тип һанаймы? Йә премия аша һиңә эшеңде яҡшы итеп башҡарғаның өсөн үҙ рәхмәтен белдерергә теләйме?»

  • Берәйһе һиңә байрам көнөндә бүләк бирә. Кеше: «Беләм, һин был байрамды үткәрмәйһең, әммә барыбер бүләк бирергә теләйем», — тип әйтергә мөмкин. Бәлки, ул яҡшылыҡ эшләргә теләйҙер. Ә, бәлки, ул иманыңды һынарға тырышалыр йә һине байрамға ҡатнаштырырға теләйҙер. Был хаҡта уйланғандан һуң, бүләкте ҡабул итергәме, юҡмы икәнен үҙеңә хәл итергә кәрәк булыр. Ҡарар ҡабул иткәндә, беҙ һәр саҡ, выжданыбыҙҙы саф килеш һаҡлап, Йәһүә Аллаға тоғро булып ҡалырға теләйбеҙ (Ғәмәлдәр 23:1).

44-се дәрескә, 1-се пунктҡа ҡайтырға

 6. Йоғошло ауырыуҙар

Беҙ кешеләрҙе яратабыҙ. Шуға күрә ауырып китһәк йәки йоғошло ауырыуҙы таратып йөрөүсе булырбыҙ тип уйларға сәбәп булһа, беҙ, уны башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн, бик һаҡ булырбыҙ. Сөнки Изге Яҙмала: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тип яҙылған (Римдарға 13:8—10).

Йоғошло ауырыу менән ауырыған кеше башҡаларҙы яратҡанын нисек күрһәтә алыр ине? Ул кешеләргә бик яҡын килмәҫ, ҡул биреп иҫәнләшмәҫ, уларҙы ҡосаҡламаҫ һәм үпмәҫ. Берәйһе, үҙ ғаиләһен яҡларға теләп, уны өйөнә саҡырмаһа, ул үпкәләмәҫ. Һыуға сумдырылыр алдынан, ул үҙ ауырыуы тураһында өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторына әйтер. Шул саҡта өлкәндәр, һыуға сумдырылырға йыйынған башҡа кешеләрҙе яҡлар өсөн, саралар күрер. Әгәр ҙә кешегә ҡасандыр йоғошло ауырыу йоҡтороу хәүефе янаған булһа, ул берәйһе менән осрашып йөрөй башлар алдынан ҡанын анализға бирер. Шулай эш итеп, ул үҙе «тураһында ғына түгел, ә башҡалар тураһында ла уйлап» йәшәгәнен күрһәтер (Филиптарға 2:4, ЯДТ).

56-сы дәрескә, 2-се пунктҡа ҡайтырға

 7. Эш мәсьәләләре һәм юридик һорауҙар

Аҡса менән бәйле һорауҙар тураһында әйткәндә, хатта ҡәрҙәштәребеҙ менән дә яҙма килешеүҙәр төҙөһәк, күп кенә ауырлыҡтарҙан ҡаса алырбыҙ (Иремия 32:9—12). Шулай ҙа ҡай саҡта мәсихселәр араһында аҡса йә башҡа һорауҙар менән бәйле әллә ни ҙур булмаған килешмәүсәнлектәр тыуырға мөмкин. Уларға был һорауҙарҙы тиҙ һәм тыныс ҡына үҙ-ара хәл итергә кәрәк.

Әммә алдау һәм яла яғыу кеүек етди һорауҙарҙы нисек сисергә? (Матфай 18:15—17-не уҡы.) Ғайса ошондай өс аҙым яһарға кәрәк тип әйткән:

  1. Ауырлыҡты үҙ-ара хәл итергә тырышырға. (15-се аятты ҡара.)

  2. Хәл ителмәһә, үҙең менән бер йәки ике рухи яҡтан етлеккән мәсихсене саҡырырға. (16-сы аятты ҡара.)

  3. Ошонан һуң да хәл ителмәһә, өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә. (17-се аятты ҡара.)

Күпселек осраҡта беҙгә һорауҙарҙы ҡәрҙәштәребеҙ менән судлашмайынса хәл итергә кәрәк. Сөнки был Йәһүәнең исеменә һәм йыйылышҡа тап төшөрөр ине (1 Коринфтарға 6:1—8). Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа мәсихсегә судҡа мөрәжәғәт итергә тура килер. Был айырылышыу, баланы тәрбиәгә алыу, алимент, страховка түләү, банкротлыҡ һәм васыятнамә төҙөү менән бәйле һорауҙар булырға мөмкин. Ундай осраҡтарҙа мәсихсе, һорауҙы мөмкин тиклем бәхәсһеҙ сисер өсөн судҡа мөрәжәғәт итһә, Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙмай.

Әгәр ҙә мәсихсе көсләү, баланы енси яҡтан аҙҙырыу, һөжүм итеү, ҙур күләмдә урлау йә кеше үлтереү кеүек ауыр енәйәт тураһында хакимиәт вәкилдәренә хәбәр итһә, ул был осраҡта ла Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙмай.

56-сы дәрескә, 3-сө пунктҡа ҡайтырға

a Б. э. т. 455 йылдан алып б. э. т. 1 йылға тиклем 454 йыл үткән. Б. э. т. 1 йылдан б. э. 1 йылына тиклем бер йыл үткән (нуленсе йыл булмаған). Б. э. 1 йылынан б. э. 29 йылына тиклем 28 йыл үткән. Барлығы 483 йыл була.