Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мин әҙерме?

Мин әҙерме?

Мин йыйылыш менән вәғәзләргә әҙерменме?

Һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып китер өсөн, ошондай талаптарға тура килергә кәрәк:

  • Изге Яҙманы даими рәүештә өйрәнергә, доға ҡылырға, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә;

  • белгәндәреңдең хәҡиҡәт икәненә ышанырға, уларҙы ҡәҙерләргә һәм башҡалар менән ихлас күңелдән бүлешергә;

  • Йәһүәне яратырға һәм дуҫтарҙы уны яратҡан кешеләр араһынан һайларға;

  • берәй сәйәси йә дини ойошманың ағзаһы булмаҫҡа;

  • Йәһүәнең нормаларына ярашлы йәшәргә һәм уның халҡына ҡушылырға теләргә.

Йыйылыш менән вәғәзләргә әҙермен, тип уйлаһаң, был хаҡта уҡытыусыңа әйт. Ул һиңә өлкәндәр менән осрашырға ярҙам итер, һәм улар һинең вәғәзсе булырға әҙерһеңме, юҡмы икәнен билдәләр.

Мин һыуға сумдырылырға әҙерменме?

Һыуға сумдырылыр өсөн, ошондай талаптарға тура килергә кәрәк:

  • һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булырға;

  • ҡулыңдан килгәнсә, даими рәүештә вәғәзләргә;

  • «ышаныслы һәм аҡыллы» хеҙмәтсенең күрһәтмәләренә буйһонорға һәм уға булышлыҡ күрһәтергә (Матфей 24:45—47);

  • доғала тормошоңдо Йәһүәгә бағышларға һәм уға мәңге хеҙмәт итергә теләргә.

Һыуға сумдырылырға әҙермен, тип уйлаһаң, был хаҡта уҡытыусыңа әйт. Ул һиңә өлкәндәр менән осрашырға ярҙам итер, һәм улар һинең һыуға сумдырылырға әҙерһеңме, юҡмы икәнен билдәләр.