Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү


Был брошюраны нисек ҡулланырға?

Был брошюраны нисек ҡулланырға?

Уҡытыусы менән өйрән. Был брошюраны биргән кешенән һинең менән Изге Яҙманы өйрәнеүен һора йә jw.org сайтында өйрәнеү һорап заявка тултыр.

БЕРЕНСЕ ӨЛӨШ

Һәр бер абзацты, шул иҫәптән ҡалын шрифт менән яҙылған һорауҙарҙы (А) һәм төп фекерҙәрҙе асыҡлаған Изге Яҙмалағы аяттарҙы (Б) уҡып сыҡ. Иғтибар ит, ҡайһы бер аяттар «уҡы» тип билдәләнгән.

ИКЕНСЕ ӨЛӨШ

«Күберәк бел» (В) тигән өҫтәмә исем аҫтында килтерелгән фекерҙәр артабанғы фекер алышыуға йүнәлтә. Был өлөштәге пункттар (Г) уҡытыусы менән фекер алышыу өсөн тәғәйенләнгән. Уның менән бергә Изге Яҙмалағы аяттарҙы уҡығыҙ, һорауҙарға яуап бирегеҙ һәм бөтә видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ (Ғ).

Рәсемдәргә һәм уларға килтерелгән яҙыуҙарға (Д) иғтибар итегеҙ. «Ҡайһы берәүҙәр былай ти» (Ҙ) тигән рамкалағы һорауға нисек яуап биреп булғаны тураһында уйланығыҙ.

ӨСӨНСӨ ӨЛӨШ

Дәрес «Төп фекер» һәм «Ҡабатлау» тигән рамкалар (Е) менән тамамлана. Дәрес тамамланғас, датаны яҙып ҡуй. «Маҡсаттар» (Ж) тигән рамка белгәндәреңде тормошта ҡулланырға ярҙам итер. «Өҫтәмә мәғлүмәт» (З) тип аталған рамкала һин өҫтәмә мәҡәләләр һәм видеояҙмалар табырһың.

Изге Яҙмалағы аяттарҙы нисек табырға?

Һылтанмала Изге Яҙмалағы китап (А), шунан бүлек (Б) һәм аят (йә аяттар) (В) килтерелә. Мәҫәлән, 2 Тимофейға 3:2 шуны аңлата: 2-се Тимофейға тигән хатты, 3-сө бүлекте, 2-се аятты асырға кәрәк.